Йәмғиәт
15 Ноябрь 2025, 09:00

Ағастарыбыҙ гөрләп үҫер

Быйыл беҙҙең яратҡан Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатына 90 йыл тула. Ошо ҙур ваҡиға айҡанлы беҙ, 10 «А» класы уҡыусылары, класс етәксебеҙ Әлфис Ғаяз улы Фәйзуллин менән берлектә, 2-се корпуста ағастар ултырттыҡ.

Ағастарыбыҙ гөрләп үҫерАғастарыбыҙ гөрләп үҫер
Ағастарыбыҙ гөрләп үҫер

Бергәләшеп эшләүе бик күңелле булды, хатта ваҡыт үткәне лә һиҙелмәне. Баҡтиһәң, гимназия питомнигында был ағастар 2016 йылда, беҙ 1-се класҡа
төшкәндә, ултыртылған булған. Бына бит тормош ниндәй! Беҙ уларҙы ҡаҙып алып, бик матур урынға күсереп ултырттыҡ. Бөтәһе 25 ағас булды. Хәҙер инде уларҙы ҡарап, тәрбиәләп торасаҡбыҙ. Яҙға тағы биш ағас ултыртырға ниәт бар. Сөнки беҙҙең класта етәксебеҙ менән бергә бөтәһе 30 кеше, һәр беребеҙгә берешәр ағас була. Был иҫтәлекле ваҡиғаға тос өлөш индереүебеҙ менән ғорурланабыҙ. 1975 йылғы сығарылыш уҡыусылары, иҫләйһегеҙме 10-сы класты тамамлағанда мәктәп урамына ағастар ултыртҡанығыҙҙы? Улар әле лә мәктәпкә, ҡалабыҙға йәм биреп ултыра. Шуның кеүек беҙҙән һуң да яңы уҡыусылар килер. Уларҙы ла беҙҙең ағастарыбыҙ ҡыуандырып ултырыр, тигән өмөттә ҡалабыҙ.

Автор:Яҙгөл ХӘЙРУЛЛИНА, 10-сы класс уҡыусыһы.
Читайте нас