Йәмғиәт
14 Ноября 2025, 13:00

ЯҢЫ ҺӘЙЕТТӘР ҠАҘ ҺУЙҘЫ

Башҡорт халҡында матур ғәҙәткә ингән байрамдар күп. Шуларҙың береһе – ҡаҙ өмәһе. Ул ноябрь айында, көндәр һалҡынайғас, үткәрелә.

ЯҢЫ ҺӘЙЕТТӘР ҠАҘ ҺУЙҘЫЯҢЫ ҺӘЙЕТТӘР ҠАҘ ҺУЙҘЫ
ЯҢЫ ҺӘЙЕТТӘР ҠАҘ ҺУЙҘЫ

Ошо көндәрҙә Яңы Һәйет ауылында ла ҡаҙ өмәһе үтте. Был матур байрамды үткәреү ауылыбыҙҙың уңған, изге күңелле хужабикәләренең береһе Резида апай Сибәғәтуллина өлөшөнә төштө. Ул йыл һайын күп итеп ҡош-ҡорт аҫрай, баҡса тулы йәшелсә, емеш-еләк үҫтерә. Хужабикә ҡаҙ өмәһенә күрше-күләнен, йәш килендәрҙе, туғандарын саҡырҙы. Ярҙамға ҡыҙы Регина менән кейәүе Фарат та ҡайтҡайны. Шаян һүҙҙәр һөйләй-һөйләй, күңелле йырҙар көйләй-көйләй, «һә» тигәнсе 26 ҡаҙҙы йолҡоп, йыуып, эшкәртеп тә ҡуйҙыҡ. Аҙаҡ ҡаҙҙарҙы көйәнтәләргә элеп йылға һыуында сайҡаныҡ.

Кискә Резида апай матур табын әҙерләп өмәселәрҙе ҡунаҡҡа саҡырып ҡаҙ ите, тәмлеаш менән һыйланы. Беҙ иһә хужабикәгә рәхмәттәр әйтеп, киләһе йылдарҙа ла ҡошҡортоноң уңыуын, яҡындары менән бергә иҫән-һау ашарға насип булыуын, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, илебеҙгә тыныслыҡ килеүен теләп таралыштыҡ.

Киләсәктә лә халҡыбыҙҙың йолаларын онотмаҫ өсөн ошондай байрамдарҙы йышыраҡ үткәрербеҙ, тигән ниәттә ҡалабыҙ.

Регина ХИСМӘТУЛЛИНА фотоһы.

Автор:Зөлхизә ЗӘЙНУЛЛИНА, Яны Һәйет ауылы мәҙәниәт йорто мөдире.
Читайте нас