

Шул саҡ тренерҙың ышаныслы тауышы яңғырай:
- Лиза, кәүҙәңде тигеҙерәк тот! Бик яҡшы, хәҙер ритмды һаҡла!
Тынлыҡты сәкән таяҡтарының тауышы алмаштыра - фигуристарҙан һуң бында хоккейсылар шөғөлләнә башлай. Яңаҡтары һәм күҙҙәре янып торған, дәртле йәш спортсылар шайба артынан йүгерә. Тренерҙың командалары аныҡ, әммә ҡаты түгел – уның һәр бер һүҙе малайҙарға хоккей серҙәренә төшөнөргә ярҙам итә.
Үҙгәрештәр
Альберт Яппаров хоккейға яңы килгән кеше түгел – иңендә күп йыллыҡ күнекмәләр һәм матчтар ята. Әле ул тренерға кесе төркөм менән шөғөлләнергә ярҙам итә. Һеңлеһе Лиза фигуралы шыуыу элементтарын үҙләштерә.
– Балаларымдың спортта үҙҙәрен табыуына һәм уңыштарға өлгәшеүенә бик шатмын, - ти уларҙың әсәһе Вероника Яппарова. - Күнекмәләрҙең Ишембайҙа үтеүенә айырыуса ҡыуанам, сөнки күрше ҡалаларға йөрөргә кәрәкмәй. Ярыштарға барыу өсөн “Газель” тапшырыуҙарын түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ – был ғаилә бюджеты өсөн ҙур ярҙам буласаҡ.
Был автобусты балалар ҙа, атаәсәләр ҙә, тренерҙар ҙа көтә. Әммә, райондың спорт, физик культура һәм туризм идаралығы рәйесе Марат Зарипов билдәләүенсә, күп нәмә үҙгәргән:
- Быйыл 14 марттан хоккей һәм фигуралы шыуыу бүлексәләре 3-сө спорт мәктәбенән “Батыр” физкультураһауыҡтырыу комплексына күсерелде. Был йүнәлештәрҙе үҫтереүгә системалы ҡараш булдырырға мөмкинлек бирҙе. 15 хоккей экипировкаһы, тағы берәү - ҡапҡасы өсөн, хоккей майкалары, шулай уҡ бағыусылыҡ ярҙамы менән 50 шайба һатып алынды. Әлеге көндә “Газель некст”ҡа документтар әҙерләнә – ул тиҙҙән мәктәпкә килтереләсәк, - ти ул.
Бер һорау
Барлыҡ был үҙгәрештәр бер йыл элек Ишембайҙа йәшәүсе Светлана Гребневаның Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә яҙған мөрәжәғәтенән башлана.
Ул республика етәксеһенә хоккей һәм фигуралы шыуыу секцияларына ярҙам итеүҙәрен һорап мөрәжәғәт итә:
“Мин яңғыҙ бала тәрбиәләйем - ирем инвалид. Хоккей һәм фигуралы шыуыу сығымдар талап итә: сәкән таяҡтары, коньки, форма, ярыштарға йөрөү... Йыш ҡына һайлау яһарға тура килә: балаларҙы яратҡан шөғөлдәрһеҙ ҡалдырырғамы йәки бурысҡа инергәме? Ярыштарға барғанда башҡа төбәктәрҙән килгән командаларҙың предприятиелар автобустарында, матур формаларҙа килеүен күрәһең. Ә беҙҙә барыһы ла ата-әсәләрҙең иңендә ята. Балаларыбыҙ ҙа иғтибар һәм ярҙамды тойор, тип ышанам. Ишембайҙа ҡала өсөн бик күп эштәр башҡарыла – спорт та ошо хәстәрлектең бер өлөшө булһа ине”, - тип яҙа ул.
Секциялар “Батыр”ға тапшырылғандан һуң үҙгәрештәр башлана: хәҙер йәш ишембайҙарҙың яңы экипировкаһы ла, тотороҡло күнекмәләр ҙә, хеҙмәттәре иғтибарға алыныуына ышаныстары ла бар. Муниципалитет етәкселеге йәш спортсыларға артабан да ярҙам итер, тип ышанабыҙ.
Тура бәйләнеш
Ә тиҙҙән Радий Хәбиров менән яңы Тура бәйләнеш үтәсәк. Ул 11 ноябрҙә 19.00 сәғәттә республиканың киң мәғлүмәт сараларының тура эфирында һәм төбәк етәксеһенең социаль селтәрҙәрендә уҙасаҡ. Башҡортостанда йәшәүсе һәр кем республика етәксеһенә текст рәүешендә йәки видео һорауҙы бер нисә ысул менән бирә ала:
- Республика Башлығы сайтындағы махсус бүлектә;
- MAX, “Телеграм”, “Бәйләнештә” һәм “Класташтар”ҙа чат-боттар аша;
- “Дәүләт хеҙмәттәре. Бергә хәл итәбеҙ” сервисы ярҙамында.
Әгәр видеояҙма төшөрөргә теләһәгеҙ, түбәндәге тәҡдимдәрҙе ентекле өйрәнегеҙ:
- Видеоның башында үҙегеҙҙең фамилияғыҙҙы, исемегеҙҙе, ауылығыҙҙы йәки ҡалағыҙҙы, районығыҙҙы әйтегеҙ, һуңынан һорау бирегеҙ.
- Әгәр видеоны мобиль ҡушымта ярҙамында һалһағыҙ, уның оҙайлылығы бер минуттан, компьютер аша һалғанда видеоның күләме 10 мегабайттан артмаҫҡа тейеш.
- Видеоны яҡты бүлмәлә төшөрөгөҙ. Һорау биргән кешенең йөҙө асыҡ күренергә тейеш, уның өҫтөндә күләгәләр булмаһын.
– Яҡтылыҡҡа ҡаршы төшөрмәгеҙ - һорау биргән кешенең артында тәҙрәләр, лампалар, башҡа ҡеүәтле яҡтылыҡ сығанаҡтары булырға тейеш түгел.
- Төшөргән саҡта камераны горизонталь тотоғоҙ. Ҡоролманы һелкенеп тормаҫлыҡ итеп беркетегеҙ.
- Әгәр һеҙ видеоны телефондың алғы камераһына селфи режимында төшөрһәгеҙ, ҡоролманы шулай уҡ горизонталь тотоғоҙ.
- Әгәр видеоны урамда төшөрһәгеҙ, яҡшы ишетелеүенә инанығыҙ. Мөмкин булһа, микрофон ҡулланығыҙ.
- Әгәр һорауҙы кешеләр төркөмө бирә икән, бөтә ҡатнашыусыларҙың да йөҙҙәре экранда күренергә һәм һүҙҙәре яҡшы ишетелергә тейеш.
- Бер планда төшөрөгөҙ һәм ебәрер алдынан видеоны монтажламағыҙ.
- Видеоға музыка ҡуймағыҙ. Һорауҙы
яҙҙырғанда сит тауыштар булмаһын.
- Видео аҙағында мотлаҡ уның Радий
Хәбиров менән тура бәйләнеш өсөн һорау
икәнлеген әйтегеҙ.
Видео 10 ноябрь 19.00 сәғәткә тиклем
ҡабул ителә.
К. СЕВОСТЬЯНОВ.
Ирина Вахонина фотоһы.