Акция “Быуындар хәтере” хәйриә
фонды һәм “ДоброFON” хәйриә
программаһы менән берлектә
“Геройҙар ҡалаһы” Бөтә Рәсәй проекты сиктәрендә ойошторолдо. Проект Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең
80 йыллығына арналған. 2025 йылда
барлығы 18 “Хеҙмәт ҡаһарманлығы
һәм дан ҡалаһы”ның социаль учреждениелары дөйөм суммаһы яҡынса 30
миллион һумлыҡ ҡорамалдар менән
йыһазландырылған. Ишембай был
иҫәптә унынсы булды. Яңы реабилитация ҡорамалдары Орск, Һарытау,
Дондағы Калач, Иҫке Русса, Сызрань, Бөйөк Луки, Зеленодольск, Иҫке
Оскол һәм Ҡурған ҡалаларындағы
учреждениеларға килтерелгән. Йыл
аҙағына тиклем тағы ике ҡалаға – Астрахань һәм Ржевҡа ярҙам күрһәтеү планлаштырыла.
Ҡорамалдарҙы тапшырыу тантанаһы
учреждениеның тамаша залында үтте.
Унда Башҡортостан Республикаһының
ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль
яҡлау министры урынбаҫары Азат
Арыҫланов, Ишембай районы хакимиәте
башлығы Азат Ишемғолов, “Быуындар
хәтере” хәйриә фондының маҡсатлы
программаларын тормошҡа ашырыу
буйынса йүнәлеш етәксеһе Эльнора Лысова һәм “ДоброFON” хәйриә
программаһы проекттары етәксеһе
Екатерина Новичкова ҡатнашты. Азат
Арыҫланов интернатта йәшәүселәрҙе
был әһәмиәтле сара менән тәбрикләне.
- Пациенттарҙы, хеҙмәткәрҙәрҙе
“Геройҙар ҡалаһы” программаһы
сиктәрендә учреждениела яңы
ҡорамалдар барлыҡҡа килеүе менән
ҡотлайым! Был яңы аппараттар һәм
тренажерҙар йәшәү сифатын тағы
ла күтәреп, реабилитация өсөн яңы
мөмкинлектәр асһын, - тип белдерҙе ул.
Ишембай районы муниципаль районы
хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов
бындай проекттарҙың оло әһәмиәтен
һыҙыҡ өҫтөнә алды.
- Ишембайыбыҙҙың был проектҡа
эләгеүенә бик шатбыҙ. Яңы медицина
ҡорамалдары пациенттарҙың һаулығын
тергеҙеү һәм йәшәү сифатын яҡшыртыу
буйынса мөһим инструмент булһын, -
тип билдәләне Азат Альберт улы.
495 койка-урынға иҫәпләнгән Ишембай психоневрология интернаты 1981
йылдан алып эшләй. Интернатта медицина хеҙмәтләндереүе мәсьәләләренә
айырыуса ҙур иғтибар бүленә. Физиотерапия, дауалау физкультураһы, массаж,
процедуралар, шулай уҡ клиник лаборатория кабинеттары эшләй. Тәрән медицина тикшереүҙәре үткәрелә, уларҙың
һөҙөмтәлелеге йылдан-йыл арта;
ауырыуҙарға диагностика, күрһәтмәләр
буйынса тулыһынса клиник тикшереүҙәр
үткәрелә. Пациенттар менән тренажер
залында эш тәжрибәһе 24 йыл булған
инструктор Ольга Бухарова шөғөлләнә.
Күнекмәләр ваҡытында ул бер кемде лә
күҙ уңынан ысҡындырмай, һәр кемдең
янына килеп, дөрөҫ шөғөлләнергә
ярҙам итә.
- Килтерелгән ҡорамалдар - йүгереү
юлдары, велосипед тренажерҙары,
эллиптик тренажерҙар һәм степпер пациенттарыбыҙға йөрәк-ҡан
тамырҙары системаһын нығытырға, мускул көсөн һәм сыҙамлығын үҫтерергә,
хәрәкәт функцияларын тергеҙергә һәм
йәрәхәтләнеү хәүефен булдырмаҫҡа
мөмкинлек бирәсәк. Дәрестәр көн
һайын 30-ар минут үтә. Бигерәк тә ирегеттәр күнекмәләр залына йөрөргә
ярата, - ти дауалау физкультураһы буйынса инструктор Ольга Александровна.
Пациенттар шулай уҡ физиотерапия
кабинетында ла йыш ҡунаҡ. Интернатта
11 йыл шәфҡәт туташы булып эшләүсе
Ирина Калахинаны пациенттар күптән үҙ
иткән.
- Беҙҙең физиотерапия кабинетына ла байтаҡ медицина ҡорамалдары
килтерелде. Ультратауыш терапияһы,
дарсонвализация һәм магнитотерапия аппараттары һәм башҡалар интернатта йәшәүселәрҙең ҡан әйләнешен
яҡшыртырға, йөрәк тибешен көйләргә
ярҙам итә, нервы системаһына ыңғай
йоғонто яһай. Процедураларҙы терапевт
тәғәйенләй. Интернатта йәшәүселәргә
бигерәк тә магнит терапияһы оҡшай.
Был процедура терәк-хәрәкәт аппараты
боҙолғандар, быуындары һыҙлаусылар
өсөн еңеллек килтерә. Беҙ, әлбиттә,
бындай ярҙам ҡулы һуҙғандары өсөн
бик шатбыҙ һәм рәхмәтлебеҙ, – тип
белдерҙе шәфҡәт туташы.
“Быуындар хәтере” хәйриә фонды
2015 йылдан алып Бөйөк Ватан һуғышы
һәм башҡа хәрби хәрәкәттәр ветерандарына медицина ярҙамы күрһәтә. Был
ваҡыт эсендә бөтә ил буйынса 20 мең
ветеран заманса протездар, ишетеү аппараттары, юғары технологиялы коляскалар алған, шулай уҡ профилле медицина учреждениеларында дауаланған,
реабилитация үткән. Фонд шулай уҡ
ветерандарға көндәлек тормошта
йәшәү сифатын яҡшыртыу өсөн ярҙам
иткән.
Артабан хәйриә фонды вәкилдәре
Ҡанаҡай ауылында йәшәүсе Бөйөк Ватан
һуғышы ветераны Әүхәҙи Минеғоловҡа
барҙы. Улар ветеранға иҙән йыуа торған
саң һурҙырғыс бүләк итте. Ҡунаҡтарҙы
йөҙйәшәр яҡташыбыҙҙың ҡыҙы Гөлсөм
Минеғолова ихлас ҡаршы алды.
- Атайыма 101 йәш. Хәле хәҙер элекке
кеүек шәп түгел, әммә бирешмәй. Насар ишетә, шулай булһа ла “Торатау”
гәзитен һәм мосолман китаптарын лупа
ярҙамында уҡый. Күпселек ваҡытын ултырып үткәрә, көндөҙ бер ҙә ятмай. Әгәр
ятһам, башҡаса тора алмаясаҡмын, тип
шаяртып та ала. Әсәйем менән бергә
72 йыл матур, татыу ғүмер кисерҙеләр.
Алты бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Бөгөн
атайыбыҙҙың 11 ейәне һәм 13 бүләһе
бар. Барыһын да таный, шатланып
ҡаршы ала. Аллаһы Тәғәлә үҙенә һаулыҡ
бирһен. Бөгөн ирекмәндәрҙең килеүен
белгәс, ул ифрат шатланды. Иртәнсәк
матур итеп кейендереүемде һораны.
Ҡулына доға китаптарын алып сабыр
ғына көтөп ултырҙы. Атайыбыҙға оло
иғтибар биреп, хөрмәт күрһәткәндәре
өсөн барыһына ла рәхмәтлебеҙ, - тип
белдерҙе Гөлсөм Әүхәҙи ҡыҙы.
Осрашыу бик йылы һәм күңелле
үтте. Бөйөк Ватан һығышы ветераны ирекмәндәргә хөрмәттәре өсөн
рәхмәттәрен әйтеп, эштәрендә уңыштар, илгә именлек, тыныс күк йөҙө теләп
матур итеп оҙатып ҡалды