Йәмғиәт
4 Ноябрь 2025, 04:00

Хөрмәтле ишембайҙар!

Һеҙҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ!

Хөрмәтле ишембайҙар!Хөрмәтле ишембайҙар!
Хөрмәтле ишембайҙар!

Был байрам – тарихыбыҙҙың данлы биттәрен иҫкә алыу көнө, Рәсәй халыҡтарының берләшеүендә һәм ойошоуында уларҙың көсө һәм бойондороҡһоҙлоғо ята. Ул беҙгә, бер-беребеҙгә ярҙам итеп, бергә булғанда ғына, теләһә ниндәй ҡыйынлыҡтарҙы еңеп, бөйөк маҡсаттарға ирешә алыуыбыҙҙы хәтергә төшөрә.

Тыуған районыбыҙ үҫешенә өлөшөбөҙҙө индереү, унда үҙ-ара ихтирам һәм күршеләр менән татыу йәшәү мөхитен һаҡлау - беҙҙең дөйөм көсөбөҙҙән тора. Беҙҙең уңышлы киләсәгебеҙ нигеҙе, ғаиләләребеҙҙең именлеге һәм тотороҡлоғо ла тап шунда. Был байрам көнөндә һеҙгә ихлас күңелдән ныҡлы һаулыҡ, бөтмәҫ көс-ҡеүәт, күңел йылылығы һәм йәшәү дәрте теләйем. Һәр йортта тыныслыҡ, татыулыҡ һәм муллыҡ хөкөм һөрһөн, ә һеҙҙең кесе Ватанығыҙ хаҡына эшләгән хеҙмәттәрегеҙ емешле һәм хөрмәткә лайыҡ булһын.

Байрам менән! Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән!

Галина БАКАНОВА, Ишембай районы муниципаль районы Советы рәйесе.

Азат ИШЕМҒОЛОВ, Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы.

 

Фото: Ҡалабыҙҙың «Әкиәт» 25-се балалар баҡсаһында төрлө милләт ҡыҙ-малайҙары үҙ-ара дуҫ һәм татыу.

 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazeta_toratay ҡушылығыҙ! 

Автор:
Читайте нас