

Беҙ, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, беренсенән яугирҙың әсәһенең хәлен белһәк, икесенән яңы өйгә күсеүе менән ҡотланыҡ. Өй янына Уралдың яҡты иҫтәлегенә миләш ағастары ултырттыҡ.
Рәмзиә апай, һеҙгә беҙ иң тәрән хөрмәт менән баш эйәбеҙ һәм күңел тыныслығы теләйеҙ. Ауылдың намыҫына тап төшөрмәгән, Ватанына тоғро булған һәм уны һаҡлап үҙ йәндәрен биргән геройҙарға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Фото: https://vk.com/id233977220
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazeta_toratay ҡушылығыҙ!