Йәмғиәт
26 Октября 2025, 07:00

Руль артында кем? Гөлсинә!

26 октябрь – Автомобиль транспорты хеҙмәткәрҙәре көнө

Руль артында кем? Гөлсинә!Руль артында кем? Гөлсинә!
Руль артында кем? Гөлсинә!

Бөгөнгө көндә автомобиль руле артына ултырған ҡатынҡыҙ – күптәр өсөн ғәҙәти күренеш. Ә бына күп төрлө һөнәрҙәр араһынан автобус водителе эшен һайлаған гүзәл ханымдар һирәк осрай. Бөгөнгө геройыбыҙ - Яңы Әптек урта мәктәбендә автобус водителе булып эшләүсе Гөлсинә ЗӘЙНЕТДИНОВА.

Гөлсинә Әхмәт ҡыҙы Иҫкесәк ауылында тыуып үҫкән. 2005 йылда Яңы Әптек ауылына килен булып төшә. Тәүәккәл ҡатын төрлө һөнәрҙәрҙә үҙ көсөн һынап ҡарай. Хеҙмәт юлын ауылда балалар баҡсаһында ашнаҡсы булып башлай, һуңынан Ишембайҙа эшләй. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң уны Яңы Әптек ауылы мәктәбе директоры Зөлфиә Венер ҡыҙы мәктәпкә ашнаҡсы итеп эшкә саҡыра. Ул балалары янында булыуҙы хуп күреп, ризалаша. Ике йылдан һуң мәктәп автобусының водителе хаҡлы ялға
китә.

- Был хәл “Иван Васильевич меняет профессию” фильмындағы кеүек килеп сыҡты. Ул ваҡытта завхоз булып эшләгән Баязит Марс улына шаяртып ҡына “Ашнаҡсы булып эшләп арыным, ҡағыҙ эше лә күбәйҙе, минең водитель булғым килә” тип әйткәйнем. Бер көн мине Зөлфиә Венер ҡыҙы үҙенә саҡырҙы ла “Ысынлап та водитель булып эшләгең киләме?” тип һораны. “Эшләп ҡарарға риза”, тип яуапланым. “Улай булғас автобус йөрөтөү өсөн категорияға уҡып ал” тине, - тип һөйләй Гөлсинә.

Әйткәндәй, Гөлсинә Әхмәт ҡыҙы “В” категорияһына 2010 йылда уҡ уҡып сыҡҡан һәм шунан алып руль артынан төшмәй тиерлек. Автобус йөрөтөү өсөн “БРУУК” автомәктәбендә “Д” категорияһына уҡый. Ундағы инструктор Фәнзил ағай йәш водителгә барыһын да ентекле өйрәтә. Ул Гөлсинәнең тырышлығын күреп, маҡтап, тағы ла дәртләндереп ебәрә. Үткән йыл август аҙағында Гөлсинә «ГАЗель Next» руле артына ултыра. Уҡыусыларҙы Ишембайға медицина тикшереүҙәренә, уҡытыусыларҙы кәңәшмәгә алып сыға.

- Автомәктәптә уҡығанда инструктор эргәлә ултырып йөрөгәс, улай ҡурҡытманы. Һуңынан, яңғыҙың ғына автобусҡа ултырғас, барыһын да үҙең ҡулға алырға тейешһең. Шуға ла мин өҫтәмә рәүештә Биксән ауылы мәктәбенең водителе Илшат ағай менән бер ике көн маршрут буйынса йөрөп ҡараным. Ул тәжрибәле водитель булараҡ, мине “Һинең барыһы ла килеп сыға” тип маҡтап та ебәрҙе. Былар миңә тағы ла көс һәм дәрт өҫтәне, - ти ул.

Гөлсинә Әхмәт ҡыҙының тормош иптәше Фәнүр Әнүәр улы оҙаҡ йылдар Яңы Әптек ауылында фермала көтөүсе булып эшләһә, әле мәктәптә оператор вазифаһын башҡара. Зәйнетдиновтар өс ул үҫтерәләр, ғаилә ҡороуҙарына быйыл 20 йыл була. Оло улдары Илнур Ишембай нефть колледжында, икенсеһе Тимур һөнәрселек колледжында белем ала. Ә төпсөктәре Эмиль мәктәптә 5-се класта уҡып йөрөй.

Гөлсинә Зәйнетдинова водителдән тыш, мәктәптә завхоз булып та эшләй. Ул буш ваҡытында бешеренергә ярата, бәйләү менән дә шөғөлләнә. Балалар менән ярыштарға сыҡҡанда ла тик тормай, уларҙы көтөп ултырырға тура килһә, йыуғыстар бәйләй.

- Автобус менән идара итеү өсөн махсус физик көс талап ителмәй. Ләкин эш, әлбиттә, ауыр. Көнө буйы креслола ғына ултырып йөрөһәң дә, эш көнө аҙағына арығанлыҡ һиҙелә. Кеше эшен яратһа, уға яуаплы һәм етди ҡараһа ғына, үҙе лә, башҡалар ҙа ҡәнәғәт ҡала. Миңә эшем бик оҡшай, “тимер атһыҙ” үҙемде күҙ алдыма ла килтерә алмайым, – ти водитель.

Гөлсинә Әхмәт ҡыҙына эшендә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ. Үҙ эшенә намыҫ менән ҡараған шоферға имен юлдар, һәр саҡ “йәшел ут” янып торһон!


Фотолар ғаилә архивынан.

Руль артында кем? Гөлсинә!
Руль артында кем? Гөлсинә!
Руль артында кем? Гөлсинә!
Руль артында кем? Гөлсинә!
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас