Йәмғиәт
25 Октябрь 2025, 08:00

Ни өсөн көн боҙолғанда быуындар һыҙлай?

Ҡайһы бер кешеләр һауа торошоноң үҙгәреүенә бик һиҙгер: башы ауырта башлай, быуындары һыҙлай...

Был атмосфера баҫымы түбәнәйеүгә бәйле. Ә ваҡ ҡан тамырҙары һәм нервы күҙәнәктәре быға шул рәүешле яуап ҡайтара.

Мәҫәлән, кеше подагра менән яфалана икән, тимәк, бәүел кислотаһы тоҙҙары быуынға йыйыла - шулар ауыртыу бирә. Аҙ хәрәкәтләнеү ҙә, артыҡ ауырлыҡ та һөйәк-быуындарға көс төшөрә. Янбаш, бот, теҙ быуындары зыян күрә.

Тик ултырған кеше һимерә һәм шулай уҡ артериаль ҡан баҫымы күтәрелеүгә, диабет сиренә дусар булыуы бар.

Тағы бер сәбәп - нәҫелдән килгән сирҙәр. Быуын ауырыуҙары ла йыш ҡына шулай күсә. Мәҫәлән, атай-әсәйең, олатай-өләсәйең ревматоидлы артрит менән яфаланһа, уның һиндә лә булыуы бик ихтимал.

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас