Йәмғиәт
15 Октябрь 2025, 09:00

Унда бармаһам, үкенер инем

Махсус хәрби операция – кешеләргә һынау итеп бирелгән осор. Күптәр илдә барған ваҡиғаларға тыныс ҡала алмай, ҡулдарына ҡорал алып Ватанды һаҡларға сафҡа баҫты. Мәҡәләм геройы - Аҙнай ауылы егете. «Вагап» ҡушаматлы яугир 2024 йылдың мартында Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, «Башҡортостан» полкында взвод командиры урынбаҫары булып хеҙмәт итә. Ике тапҡыр ҡаты яралана, әлеге мәлдә дауаланыу үтә.

Унда бармаһам, үкенер инемУнда бармаһам, үкенер инем
Унда бармаһам, үкенер инем

Гәзит уҡыусыларға уның менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

- Ни өсөн махсус хәрби операцияға юлландың?

- Беҙҙе бәләкәй саҡтан илһөйәр рухлы итеп тәрбиәләнеләр. Тыуған ауылым Аҙнайҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары күп булды. Үҙемдең Хажы ауылындағы Ғәйнетдин олатайым 1944 йылды 17 йәшендә фронтҡа алына, ете йыл буйы бандеровсыларға ҡаршы көрәшеп, 1951 йылда тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. Миңлеғол олатайым һуғыш башланғанда оло йәштә була. Силәбелә хеҙмәт армияһында танк заводында эшләй. Уларға тылда ла бик ауыр булған. Бәләкәй саҡта ауылымда бабайҙар күп ине. Ут күршебеҙ Әхмәҙулла бабайҙың беләгендә Бөйөк Ватан һуғышы ярсыҡтар ҡалдырған. Уның ейәне Фәнзил менән беҙ бергә уйнап үҫтек. Ветеран бабайҙың магнит алып шул ярсыҡты тегеләй-былай беҙгә шылдырып фокус күрһәткәне һаман иҫемдә. Ихлас аптырай торғайныҡ. Хәҙер махсус хәрби операциялағы егеттәрҙең тәндәрендә пуля ярсыҡтарын күреп, күршем иҫкә төшә. Ошо бабайҙар беҙгә яу юлдарын, тарихты һөйләп, ҡаныбыҙға илһөйәрлек рухын һеңдерҙеләр. Ике йыллыҡ әрме хеҙмәтен мин 1999 йылда Тоцк ҡалаһында разведка десант ротаһында үттем. Ул осорҙа икенсе Чечня кампанияһы бара ине. Бер нисә тапҡыр командирға шунда ебәреүҙәрен һорап рапорт яҙҙым. Рөхсәт бирмәнеләр. Ниңәлер ҡасан да булһа яу юлын үтәсәгемде барыбер һиҙенә инем. 2022 йылда махсус хәрби операция башланғас та, йөрәгем үҙ урынында
булманы. Йәш кенә егеттәрҙең ҡулдарына ҡорал алып ил һаҡларға юлланыуы, батырҙарса һәләк булыуҙары йөрәкте өтөп-өтөп ала ине. Ул ваҡытта мин вахта ысулы менән Фин ҡултығы эргәһендә заводта эшләй инем. Ялға ҡайтҡанда ғаиләмә, атай-әсәйемә бер нисә тапҡыр уйымды әйтеп һалдым. Әммә уларҙың ризалығын алмайынса ҡыйманым. Әммә төндә заводҡа пилотһыҙ осоусы аппараттар килеп төшкәс, ҡәтғи фекергә килдем. Тыуған яҡҡа ҡайтып яҡындарымдан фатиха алып, атайым иҫән-һау йөрөп ҡайтыуымды теләп ҡорбан салдырғас, хәрби комиссариатҡа юлландым. Десант ғәскәрҙәренә барғым килгәйне. Салауат Юлаев батальонына барырға ла мөмкинселек булды. Мин башҡорт егеттәре булған “Башҡортостан” полкына барҙым. Ике аҙна күнекмәләр үткәс, үҙебеҙҙең подразделениеға ебәрҙеләр.

- Тегендә алғы һыҙыҡта үлем менән осрашырға тура килдеме? Иң иҫтә ҡалған мәлдәрҙе һөйләй алаһығыҙмы?

- Төрлө ваҡыттар булды. Башта бергә хеҙмәт иткән хәрби иптәштәрҙе юғалтып тетрәндем. Шул ваҡытта үлем эргәлә генә йөрөүен, ғүмерҙең ни тиклем ҡыҫҡа икәнен аңланым. Үлем менән күҙгә-күҙ былтыр 30 майҙа осраштым. Был минең икенсе тыуған көнөм булды, тиһәң дә хата булмаҫ. Хәрби задание ваҡытында снайперҙың
бер-бер артлы ике пуляһы — береһе беләккә, икенсеһе арҡаға килеп тейҙе. Шок хәлендә ҡалғас, ауыртыныуҙы башта һиҙмәнем. Ҡулымды курокка тығып маташам, ә ул тыңламай. Һауаға ҡараным. Сәғәт бишенсе ярты тирәһе, таң һыҙылып килә, күк йөҙө зәп-зәңгәр. Әсәйемдең аҙаҡ әйтеүе буйынса, тәүлектең тап ошо мәлендә донъяға килгәнмен. Ғаиләм, яҡындарым күҙ алдыма килде. Башҡа нисек тә булһа бирешмәҫкә һәм әсирлеккә төшмәҫкә тигән уй килде. Бындай осраҡта кеҫәмдә бер граната ла йөрөтә инем. Бәләкәйҙән миндә ошондай киҫкен мәлдәрҙә һалҡын ҡанлылыҡ һаҡлап ҡалыу, айыҡ фекер менән эш итеү кеүек сифаттар бар. Бар хәлемде йыйып, рация аша үҙебеҙҙекеләргә яраланыуым тураһында хәбәр иттем. Һәм яйлап ҡына артҡа шыуыша башланым. Һулаҡай яҡта ҡом күтәрелеп киткәне хәтерҙә. Шартлатыу булды. Шыуышып үҙемдең егеттәргә сыҡтым. Урындағы халыҡтан торған эвакуация төркөмө тәүге ашығыс ярҙам күрһәттеләр, километр ярым самаһы алып барып, үҙебеҙҙең полкка килтерҙеләр. Яҡташым Иҫке Һәйет ауылы егете «Солтан» ҡушаматлы яугир миңә медицина ярҙамы күрһәтеп, Кременная ҡалаһына оҙатты. Пулялар тәнемдә өс ай самаһы йөрөнө. Операцияны Ишембай үҙәк район дауаханаһы табиптары — Азат Арыҫланбаев һәм уның ярҙамсылары эшләне. Форсаттан файҙаланып, ошо аҡ халатлы яҡташтарыма оло рәхмәтемде белдерәм. Улар бик изге эш башҡаралар.

- Ишембай халҡының ярҙамы алғы һыҙыҡҡа килеп етә инеме?

- Эйе. Тәүҙә махсус хәрби операцияға бармаҫ элек ауылдаштарымдың май шәмдәре эшләүен күреп, уның ниндәй ярҙамы була икән, тип аптырай торғайным. Тегендә блиндажда ошо 2-3 май шәм биш кешене йылыта алыуын күреп инандым. Бер ваҡыт аҙыҡ-түлек һаҡланған келәт һымағыраҡ ергә барып индем. Унда тыштарына Перегонный, Бурансы, Смаҡай тип яҙылған посылкаларҙы күреп күңелгә рәхәт булып китте. Тыуған яҡтан килгән әйберҙәр шул тиклем яҡын тойолдо. Балаларҙан килгән хаттарҙы стенаға беркетеп ҡуя инек.

- Хәрби хеҙмәттә ниндәй сифаттар кәрәк?

- Әрме хеҙмәтен үткәндә үк командирҙар Башҡортостандан ышаныслы, физик яҡтан ныҡ, алға ҡуйған заданиеларҙы теүәл үтәп, артҡа сигенә белмәй торған егеттәр килә, ти торғайны. Беҙгә улар һәр саҡ ихтирам менән ҡаранылар. “Башҡортостан” полкында төрлө милләт кешеләре бар. Беҙҙә берҙәмлек көслө. Был ҙур әһәмиәткә эйә. Һәм, әлбиттә, һәр ерҙә лә кешелекле, үҙең булып, ошо хәл-ваҡиғаларҙы һынау итеп ҡабул итеп, сыҙамлы, рухи яҡтан ныҡ булырға кәрәк.
Төшөнкөлөккә бирелергә ярамай.

- Әрмегә барыусы егеттәргә, контракт нигеҙендә хеҙмәт итергә теләүселәргә ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?

- Әрмегә тиклем үҙемде ысын ирмен, тип һанай торғайным. Стройҙа атлап, йыр йырлай башлағас, тауышым сибек кенә сыҡҡанын аңланым. Ике аҙнанан һуң, тауышым көрләнеп, ысын ир-егеттәрсә сыға башланы. Үҫмерҙәргә әйтер теләгем шул, әрменән ҡурҡмаһындар. Был - ысын ир-егеттәр мәктәбе ул. Туғандарҙың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, ата-бабаларыбыҙҙың фамилияһына тап төшөрмәҫ өсөн тырышып хеҙмәт итергә кәрәк. Үҙегеҙҙе бәләкәйҙән сыныҡтырығыҙ. Ә махсус хәрби операцияға юлланыусыларға өйҙә һәр саҡ һеҙҙе көтөүҙәрен, ғаиләгеҙ, атай-әсәйегеҙ хаҡына үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, тип кәңәш биргем килә.

- Махсус хәрби операцияға барғаныңа үкенмәйһеңме?

- Юҡ. Әгәр ҙә бармай ҡалһам, үҙемә нисә йыл ғүмер бирелгән, шунса үкенеп үткәрер инем. Махсус хәрби операция минең тормошҡа, йәшәйешкә булған ҡарашымды үҙгәртте, ғаиләмде, балаларымды тағы ла ҡәҙерләргә өйрәтте, кешеләргә ярҙам итеү тойғоһон көсәйтте.

- Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Тиҙерәк йүнәлеп, шәбәйергә яҙһын!


Фото геройҙың архивынан.

Автор:Миля Мазитова
Читайте нас