Йәмғиәт
9 Октября 2025, 05:56

Рух көсө һәм батырлыҡ өлгөһө

Кисә, 8 октябрҙә, «Батырлыҡ һәм намыҫ байрағы» мәғрифәтселек марафоны сиктәрендә республиканың ил именлеге һағындағы хәрби подразделениелары байраҡтары Волга буйы федераль округының Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусы тәрбиәләнеүселәренә тапшырылды.

Рух көсө һәм батырлыҡ өлгөһөРух көсө һәм батырлыҡ өлгөһө
Рух көсө һәм батырлыҡ өлгөһө

Байраҡтар быға тиклем 4-7 октябрҙә Бөрйән районы Иҫке Собханғол урта мәктәбендә булды.

- Был сара беҙҙә, йәш быуындә, илһөйәрлек тәрбиәләүҙә ҙур әһәмиәткә эйә, - тип уртаҡлашты 11-ск класс кадеты Ярослав Трофимович. – Уҡыуҙы, күнекмәләрҙе тағы ла яҡшыраҡ башҡарырбыҙ, Ватан алдында ҡуйған бурыстарҙы намыҫлы үтәрбеҙ.

Марафон сиктәрендә байраҡтар республиканың һәр районына һәм ҡалаһына барасаҡ. 9 декабрҙә, Ватан Геройҙары көнөндә, баш ҡалаға ҡайтасаҡ.

 

Автор фотолары һәм видеоһы.

Рух көсө һәм батырлыҡ өлгөһө
Рух көсө һәм батырлыҡ өлгөһө
Рух көсө һәм батырлыҡ өлгөһө
Рух көсө һәм батырлыҡ өлгөһө
Рух көсө һәм батырлыҡ өлгөһө
Рух көсө һәм батырлыҡ өлгөһө
Рух көсө һәм батырлыҡ өлгөһө
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас