Йәмғиәт
21 Сентября 2025, 09:00

«Йәшел алтын» именлеге һағында

21 сентябрь - Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө

«Йәшел алтын» именлеге һағында«Йәшел алтын» именлеге һағында
«Йәшел алтын» именлеге һағында

Йыл һайын сентябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Маҡар урман хужалығында тәжрибәле, ғүмере буйы урмансы һөнәренә тоғро ҡалған, урман ене ҡағылған белгестәр эшләй. Шуларҙың береһе – Ҡолғона урман участкаһы начальнигы Хөрмәт Ямалов. Хөрмәт Солтан улы 1964 йылдың 1 сентябрендә Иҫке Һәйет ауылында донъяға килә. Унынсы класты тамамлағас, әрме сафына алына. Ватан алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡан егет леспромхозға тракторсы булып эшкә урынлаша.

- Тыуған ауылым тирә-яҡтан урман менән уратып алынған. Бәләкәйҙән урман эшен күреп үҫкәс, уның бар нескәлектәрен яҡшы беләм. Атайым Солтан Сәләхетдин улы ғүмер буйы леспромхозда урман мастеры булып эшләп хаҡлы ялға сыҡты. Әсәйем дә шунда эшләне. Элек ҡатын-ҡыҙҙар унда йүкә һалып бумала, селек бәйләнеләр, ағас ултырттылар. 18 йыл эшләп, леспромхоз ябылғас, хеҙмәт юлымды Маҡар урман хужалығында дауам иттем. Шунан бирле бына 35 йылдан ашыу урмансы булып эшләп йөрөйөм. Һуңғы ике йылда Ҡолғона урман участкаһына начальник итеп ҡуйҙылар. Һөнәремде яратып башҡарам. Урмансының башҡарған эштәре, бурыстары байтаҡ. Көҙ көнө 20 гектар ерҙе һөрәбеҙ ҙә, яҙын ҡарағай, шыршы ағастары ултыртабыҙ. Артабан был ағастарҙы
тәрбиәләйбеҙ, сүп үләндәренән таҙартабыҙ, утайбыҙ. Үҫмәгән ағастар урынына яңыларын ултыртабыҙ. Элегерәк ағас үҫентеләрен һатып ала торғайныҡ. Хәҙер
Маҡар урман хужалығы директоры Сәлим Хафизовтың тырышлығы менән үҙ питомнигыбыҙ барлыҡҡа килде. Сәлим Рәшит улы бар яҡлап та булдырған яҡшы етәксе, - ти Хөрмәт ағай.

Урмансы һөнәре еңелдән түгел. Ағас ултыртыуҙан тыш, үҙҙәренә тәғәйен биләмәлә үҫкән һәр ағас өсөн яуаплы улар. Диләнкәләрҙе дөрөҫ бүлеү, аҙаҡ уны ҡайтанан ҡарап, ҡабул итеү бурысы ла улар иңендә. Киҫелгәндәре урынына яҙлы-көҙлө яңы үҫентеләр ултыртыу, ауған ағастарҙы таҙартыу, санитар ҡырҡыу, янғындан ҡурсалау, ғөмүмән, урманды һаҡлау – эштәренең төп асылы. Үҙ эшенә яуаплы ҡарағаны, оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн Хөрмәт Солтан улы Урман хужалығы министрлығының, район хакимиәтенең бихисап маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булған.

Хөрмәт ағай район халҡына “Солтан” позывнойлы яугир яҡташыбыҙҙың атаһы булараҡ та билдәле. Уның улы 2023 йылдың декабренән алып “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкының Таһир Күсимов исемендәге батальонында фельдшер булып хеҙмәт итә. Һәр саҡ үҙен түгел, кешене ҡайғыртып, туған йәнле булып үҫкән улының махсус хәрби операцияға китергә теләген белгәс, атай кеше ҡаршы төшмәй. “Башҡаларҙың ғүмерен һаҡлағанда үҙеңдекен дә онотма. Һин бөтәһенә лә кәрәкһең”, - тип кәңәш бирә ул. Бихисап яугирҙарға яу яланында ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеп, ғүмерҙәрен ҡотҡарып ҡалған “Солтан”дың тәрбиәһендә атай кешенең роле лә ифрат ҙур.

- Яуҙа йөрөгән уландар өсөн һыҙланғанымды башҡаларға һиҙҙермәҫкә тырышам. Былай ҙа ҡатыным Асияның йөрәге улыбыҙ алғы һыҙыҡҡа киткәндән бирле үҙ урынында түгел. Хәлебеҙҙән килгәнсә яугирҙарға ярҙам итергә тырышабыҙ. Аҡсалата ярҙамдан тыш, аҙыҡтүлек, көнкүреш кәрәк-яраҡтары ла тейәп ебәрәбеҙ. Быйыл баҡсала көҙгө уңыш мул булды. Ҡатыным менән һалдаттарға картуф, тоҙланған ҡыяр, ҡайнатмалар һәм башҡа аҙыҡ-түлек ебәрҙек. Ауылдаштар ҙа, күрше ауылдар халҡы ла гуманитар ярҙам йыйыуға ихлас ҡушыла. Барыһына ла ҙур рәхмәт, - тип белдерҙе Хөрмәт ағай.

Быйыл Хөрмәт Солтан улы Ямалов гуманитар ылау йыйыуҙа ҙур ярҙам күрһәткәне өсөн «Рәсәй волонтеры» миҙалына лайыҡ була.

Асия һәм Хөрмәт Ямаловтар дүрт балаға ғүмер биргән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер ҡыҙҙары ауырып, бик иртә генә донъя ҡуйған. 2009 йылда Хөрмәт Ямалов ауыл халҡының ярҙамы менән Ҡолғонала мәсет күтәрә. Вафат булған ҡыҙының иҫтәлеге итеп мәсеткә Альмира тип исем бирә.

- Минең бар ғүмерем урман менән бәйле. Тормошомдо урмансы һөнәренән башҡа күҙ алдына ла килтерә алмайым. Урманды яратмаһаң, уның яҙмышы, киләсәге өсөн борсолмаһаң, был өлкәлә эшләп булмайҙыр ул. Ярҙам кәрәк саҡта өмәләргә гелән ауылдаштарыма, яҡташтарыма мөрәжәғәт итәм. Һәр саҡ шатланып риза булалар, уларҙың барыһына ла оло рәхмәтлемен. Һәм барлыҡ коллегаларымды һөнәри байрамыбыҙ менән ихлас ҡотлайым. Урман шаулап үҫһен, тормош дауам итһен, - тигән изге теләктәрен еткерҙе тәжрибәле урмансы.


Автор фотоһы.

Автор:Миля Мазитова
Читайте нас