

Радий Фәрит улы сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, республикала махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы хәрбиҙәр менән берлектә барлыҡҡа килде, тип билдәләне.
- Хәрбиҙәрҙе һәм ветерандарҙы берләштергән, уларҙың мәнфәғәттәрен яҡлаған йәмәғәт ойошмаһын булдырыу бик мөһим ине. Беҙ был йүнәлештә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар менән кәңәшләшеп эш иттек, - тине Башҡортостан Башлығы. – Республиканың идарасы командаһы ассоциацияға ҙур иғтибар бүлә, шуға ла ул беҙҙең менән хеҙмәттәшлек итерлек компетентлы һәм көслө партнер булырға тейеш. Төбәк етәксеһе белдереүенсә, ассоциацияның бурысы – һәләк булғандар тураһында хәтерҙе мәңгеләштереү, инвалид ветерандарҙы хәстәрләү, яугирҙарҙы тыныс тормошҡа яраҡлаштырыу һәм эшкә урынлаштырыу, йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү.
- Беҙ – республика власы органдарының тулы хоҡуҡлы партнерҙары. Эшмәкәрлегебеҙ күп яҡлы һәм кешеләргә аныҡ ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Яңы кеше ассоциацияға килгәндә танытма алып ҡына ҡалмай, ә ҙур ғаиләһен дә таба. Бөгөн беҙҙең берләшмәлә меңдән ашыу яугир тора, - тип белдерҙе Башҡортостандың махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы рәйесе Оскар Ситдиҡов. – Маҡсатыбыҙ – һәр муниципалитетта Берҙәм ярҙам итеү үҙәген булдырыу. Һәр ветерандың йәки уның ғаилә ағзаһының мораль, юридик, психологик ярҙамды бер урында ғына алыу мөмкинлеге булырға тейеш. Был үҙәк буш офис ҡына түгел, ә аралашыуға, реабилитация үтеүгә, белем алыуға, йәмғиәт менән бәйләнеш булдырыуға мөмкинлек бирә.
Радий Хәбиров ултырышҡа йомғаҡ яһап, Башҡортостандың махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһының урындағы вәкилдәренең ҡала һәм район етәкселәре менән берлектә эш алып барыу мәсьәләһен өйрәнергә тәҡдим итте.
Шул уҡ ваҡытта Радий Фәрит улы 2025 йылдың 1 октябренә тиклем МХО ветерандарын генерал Шайморатов миҙалы һәм ордены менән наградлауҙы юллауға
берҙәм регламент эшләргә йөкмәтте.
Өфөлә үткән сарала БР махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһының Ишембайҙағы бүлексәһе етәксеһе Дамир Ниғмәтуллин да ҡатнашты.
- Республикала, шул иҫәптән Ишембай районында махсус хәрби операция яугирҙарына һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам юғары кимәлдә ойошторолған. Республика Башлығы Радий Хәбиров яғынан бер һорау ҙа иғтибарһыҙ ҡалмай һәм мөмкин тиклем тиҙ арала хәл ителә. Республика етәксеһенең Башҡортостандың МХО ветерандары ассоциацияһының төрлө район вәкилдәре менән осрашыуы, тәү сиратта, эш тәжрибәһе туплау һәм дөйөм бурыстарҙы билдәләү өсөн файҙалы булды. Ултырышта үҙ эшемде артабан нисек алып барырға кәрәкләген күҙалланым. Йәштәр менән илһөйәрлек рухындағы эште тағы камиллаштырасаҡбыҙ, патриотик тәрбиә һәр саҡ булды һәм буласаҡ, - тине Дамир Ғайса улы. – Ишембайҙа, тәү сиратта, иғтибар хәрбиҙәрҙең тыныс тормошҡа яраҡлашыуына, яугирҙарға һәм уларға социаль һәм психологик ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән. Шулай уҡ МХО-ла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам яҡшы ойошторолған. Район һәм ҡала халҡы яңы тәҡдимдәр менән бәйләнешкә даими сығып тора. Балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә һәм башҡа белем биреү учреждениеларында илһөйәрлек темаһына саралар ойошторола. Ошо йүнәлештәге эштәр урындағы киң мәғлүмәт сараларында ваҡытында яҡтыртылып бара.
Азат МӨХӘМӘТЙӘНОВ фотолары.