

Бынан 15 йыл элек өйләнешеп, ғаилә усағын һаҡлаусы, тормоштың рәхәтен, ҡәҙерен белеп йәшәүсе пар улар, шуға ла тормоштары мул, донъялары теүәл.
Рәзилә сығышы менән Иҫке Һәйет ауылынан булһа, Илгиз - Ҡолғонанан. Яҙмыш йәштәрҙе егеттең тыуған ауылында осраштыра. Танышыу яйлап дуҫлыҡҡа, дуҫлыҡ мөхәббәткә әүерелә.
Хистәрен ваҡыт менән һынаған егет менән ҡыҙ артабанғы тормош юлын бергәләшеп үтергә, тигән ныҡлы ҡарарға килә һәм ата-әсәйҙәренең ризалығын алып, ислам диненең барлыҡ ҡанундарын үтәп, 2010 йылдың көҙөндә никах, аҙаҡ гөрләтеп туй яһайҙар. Бөгөнгө көндә барлыҡ уңайлыҡтары булған ҙур, иркен йортта йәшәй улар. Күркәм өйҙө нигеҙенән алып ҡыйығына тиклем Илгиз Рамазан улы үҙе һалған. Ул үҙе урмансылыҡ менән шөғөлләнә. Балта оҫтаһы булараҡ йортон семәрләп биҙәп тә ҡуйған.
Маннановтарҙың мөхәббәт емештәре булып бер-бер артлы өс ҡыҙ донъяға килә. Оло ҡыҙҙары Илзирә 4-се класта уҡый, районда үткән шиғыр һөйләү конкурстарында даими ҡатнаша. Уртансыһы Айзилә 3-сө класта белем ала, бейеү менән шөғөлләнә. Ә биш йәшлек Азалия бар нәмә менән ҡыҙыҡһыныусан,
тиктормаҫ, ул балалар баҡсаһына йөрөй. Ҡыҙҙар ата-әсәһенең ҙур ярҙамсылары. Бар эште лә бергә, кәңәшләшеп башҡара улар.
– Ҡыҙҙарыбыҙ – өйөбөҙҙең йәме. Улар беҙҙең терәк һәм тормош мәғәнәһе. Бәләкәстәребеҙҙең һәр ҡаҙаныштары беҙҙең өсөн ғорурлыҡ, сикһеҙ шатлыҡ. Балалар, тип йәшәйбеҙ, улар өсөн тырышабыҙ, бәхетле булыуҙарын теләйбеҙ, – тип ҡыуаныстары менән бүлешә ата-әсә.
Рәзилә Зәйнетдин ҡыҙының ҡулынан килмәгән эше юҡ, өй алды аллы-гөллө сәскәләргә күмелгән. Заказға төрлө бәлештәр ҙә эшләй ул. Уларҙы алма, ҡарағат, сейә, эремсек ҡушып бешерә. Телде йоторлоҡ бауырһаҡтарына ла заказдар күп икән. Быйыл оҫтабикә полиротангтан кашполар ҙа үрә башлаған. Һабындан эшләнгән төрлө букеттары ла бик сағыу килеп сыға.
Бар яҡлап та булдыҡлы ғаилә аҙбар тулы мал, ҡош-ҡорт аҫрай. Ял итергә лә ваҡыт табалар - йәй көндәрен Башҡортостандың матур урындары буйлап сәйәхәт ҡылырға ярата улар. Хужабикәнән татыу ғаилә нигеҙе хаҡында һорашам.
- Тәүҙәрәк мөнәсәбәттәрҙә бер аҙ ваҡтөйәк проблемалар булғыланы инде. Аңлашып, яратышып йәшәгәс, тормош та еңел бара. Икебеҙ ҙә етеҙ, дәртләнеп
эшләйбеҙ, ҡыҙыҡһыныуҙарыбыҙ уртаҡ, беҙ бер тулҡында. Бер-бер артлы тыуған балаларыбыҙ мөхәббәтебеҙҙе, ғаиләне тағын да нығытты. Бик бәхетле ҡатын-ҡыҙ, әсәй булып йәшәйем. Был хаҡта ҡысҡырып әйтергә лә ҡурҡам. Тәмле аштар бешереп иремде эшенән һағынып көтөп алам, - ти Рәзилә Зәйнетдин ҡыҙы.
Бына шундай матур, күркәм ғаиләләрҙең береһе йәшәй Ҡолғона ауылында. Уларҙың киләсәктәре лә бөгөнгөләй бәхетле, тормоштары мул, үҙҙәре, балалары һәм яҡын кешеләре һау-сәләмәт булһын тигән теләктә ҡалабыҙ!
Рәзилә Маннанованан ҡаймаҡ бәлеше рецебы:
Ҡамыр өсөн бүлмә температураһында 250 грамм аҡ май, 2 йомортка, 150-200 гр шәкәр ҡомо, ҡамыр йомшартҡыс (разрыхлитель), 280 грамм тирәһе он кәрәк. Быларҙан йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, 10-15 минут ял иттерабеҙ. Эслек өсөн 150 грамм магазин ҡаймағына 100 грамм тирәһе шәкәр, 1 йомортка, 1 бал ҡалағы кукуруз крахмалы ҡушып болғатабыҙ. Артабан формаға ҡамырҙы йәйеп, эслекте ҡойоп өҫтөнә ҡарағат йәки һөйәге алынған сейә һалып духовкала 20 минут тирәһе бешереп алабыҙ.
Фотолар Маннановтарҙың ғаилә архивынын.