- Уҡыу йылы алдынан әхирәттәр менән кәңәшләшеп, быйыл беренсе класҡа барыусы уҡыусыларҙы әсәләре менән сәйгә саҡырып, бүләктәр бирҙек. Был балаҡайҙарҙың аталары махсус хәрби операцияла хеҙмәт итә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәләк булғандары ла бар. Шулай уҡ араларында күп балалы ғаиләләр бар. Махсус хәрби операцияла хеҙмәт итеүсе ауылдашыбыҙ Ришат Ҡорбанғәлиевтың игеҙәк улдары Радмир менән Дамирҙы, яуҙа һәләк булған ауылдашыбыҙ Илгиз Хужәхмәтовтың ҡыҙы Лиананы һәм башҡа балаларҙы ҡотлап, уларҙы һөйөндөрҙөк. Кескәйҙәр тырышып уҡыһындар, тәүфиҡлы булып үҫһендәр. Илебеҙ тыныс, һәр атҡан таңыбыҙ имен, көндәребеҙ шатлыҡлы булһын. Атай-әсәйҙәргә балаларҙың уңыштарын күреп, ғорурланып, һөйөнөп йәшәргә яҙһын, - ти ағинәйҙәр ойошмаһын етәкләүсе Рәҡиә Шәрипова.
Ғөмүмән, Байғужа ағинәйҙәре ауылдаштарына бик иғтибарлы. Улар әленәнәле ялға ҡайтҡан яҡташ яугирҙарыбыҙҙы мәҙәниәт йортона саҡырып, осрашыуҙар үткәреп, уларға гуманитар ярҙам тапшырып тора. Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған йәтимдәрҙе, ярҙамға мохтаж, яңғыҙ йәшәгән оло йәштәгеләрҙе лә иғтибарҙан ситтә ҡалдырмайҙар. Күрше ауылдағы мохтаж ғаиләләрҙе лә үҙ ҡанаты аҫтына алғандар. Улар үҙҙәренең өлгөһө аша йәш быуында кешелеклелек сифаттарын тәрбиәләй. Илем, телем, халҡым тип янып йәшәгән, ауылдың ҡото булған изге күңелле, хәстәрлекле ағинәйҙәребеҙ барҙа, киләсәгебеҙ ҙә өмөтлө һәм ышаныслы булыр.
Фото Рәҡиә ШӘРИПОВА архивынан.