Йәмғиәт
29 Август 2025, 08:37

Э-эй, ҡыуанды ҡарайғандар!

Бөгөн, 29 август,  Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл Советы Ҡарайған ауылында заманса фельдшер-акушер пункты асылды.

Э-эй, ҡыуанды ҡарайғандар!Э-эй, ҡыуанды ҡарайғандар!
Э-эй, ҡыуанды ҡарайғандар!

Тантаналы сараны асыуҙа муниципаль район хакимиәте башлығының социаль һорауҙар буйынса урынбаҫары Илшат Исмәғилев, Ишембай үҙәк район дауаханаһы баш табибының урынбаҫары Алмаз Ғәлиев һәм Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл Советы хакимиәте башлығы Руслан Йәрмөхәмәтов ҡатнашты.

- Бөгөн Ҡарайған һәм Шихан ауылдары өсөн бик ҡыуаныслы сара үтә. Ҡарайған ауылында ғына 180-дән ашыу кеше йәшәй. Заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған фельдшер-акушер пунктында ололар өсөн дә, балалар өсөн дә барлыҡ уңайлы шарттар булдырылған, - тип уртаҡлашты Илшат Иҙиәтулла улы. – Уҙған йылда районда биш ФАП асылды. Быйыл ике ФАП яңыртылды һәм йыһазландырылды, береһе, белеүегеҙсә, Ҡарайған ауылында булһа, икенсеһе ошо көндәрҙә Яңы Әптектә асылысаҡ. Әйтеп үтергә кәрәк, 2026 йылға тағы биш ФАП планға индерелгән.

 

Автор фотолары.

Э-эй, ҡыуанды ҡарайғандар!
Э-эй, ҡыуанды ҡарайғандар!
Э-эй, ҡыуанды ҡарайғандар!
Э-эй, ҡыуанды ҡарайғандар!
Э-эй, ҡыуанды ҡарайғандар!
Э-эй, ҡыуанды ҡарайғандар!
Э-эй, ҡыуанды ҡарайғандар!
Э-эй, ҡыуанды ҡарайғандар!
Э-эй, ҡыуанды ҡарайғандар!
Э-эй, ҡыуанды ҡарайғандар!
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас