Йәмғиәт
28 Август 2025, 04:00

Каникулдар файҙалы үтә

Ишембайҙа «Йәмәғәт советы менән каникулдар» бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә төрлө саралар үтә – улар бәлиғ булмағандарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. 

Каникулдар файҙалы үтәКаникулдар файҙалы үтә
Каникулдар файҙалы үтә

Пульмонология санаторийында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре менән осрашыу ойошторолдо. 

- Проектҡа ярашлы, саралар илһөйәрлек, әхлаҡ һәм хоҡуҡ боҙоуҙар темаһына арнала, - тип аңлатып үтте Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ишембай районы буйынса бүлеге ҡарамағындағы рәйесе Нина Власова. – Йәш буйынса һәр төркөм өсөн ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, батюшка менән
осрашыуҙар ойошторабыҙ. Храмда, полицияла экскурсиялар үтә. Квестар, викториналарҙың һаны – иҫәпһеҙ. Беҙ теманы төрлөләндерергә тырышабыҙ.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре – ҡарауыл начальнигы Альберт Туҡаев, уның ярҙамсыһы Александр Жамков, бүлек командиры Артур Ғилметдинов, янғын һүндереүсе Фәрит Хафизов, водитель Иван Чернышов балалар алдында сығыш яһаны.

- Әгәр ҙә һеҙгә ата-әсәләр һыуҙа шаярма, тиһә, шаярмағыҙ. Хәҙер, әлбиттә, балалар тыңлап бармай. Аңлашылмаған хәлдәрҙә ата-әсәйҙәрегеҙгә шылтыратырға ҡурҡмағыҙ, - тип мөрәжәғәт итте үҫмерҙәргә Александр Жамков. – Әле янғын хәүефһеҙлеге тыуҙырған миҙгел, шуға яр буйында ут яндырмағыҙ. Бәләкәй генә лә ут тотош урманды юҡҡа сығарыуы ихтимал.

Хеҙмәттәшенең һүҙенә Альберт Туҡаев ҡушылды.

- Үҙегеҙ белеп тораһығыҙ, илдә ҡатмарлы ваҡиғалар бара. Шуға күрә провокациялар ҙа күп. Юҡҡа ғына сит әйберҙәргә теймәгеҙ, тип әйтмәйҙәр. Мәҫәлән, матур, ҡиммәтле гаджет ята икән, уны алмағыҙ. Башта бер генә уй булырға тейеш – был ҡурҡыныс! Йә китап ята, ти, ә уның аҫтында – биш мең һум аҡса. Ҡағылмағыҙ, енәйәтселәр иғтибарҙы шулай йәлеп итә. Теләһә нимә булыуы ихтимал. Шоколад. Һағыҙ. Үҫә килә үҙегеҙ өсөн яуаплылыҡ тойорға тейешһегеҙ, - тине ул. - Телевизорҙан пилотһыҙ осоу аппараттарының әле бер урында, әле икенсе урында төшкәне тураһында күрһәтеп торалар. Әгәр ҙә был предмет килеп төшһә, уны ҡулығыҙға алмағыҙ, соҡомағыҙ. Ул хәйлә менән эшләнеүе ихтимал: кеше килә, ҡулына ала, халыҡ араһына инә һәм ошо саҡта аппарат шартлай.

Шулай уҡ ҡотҡарыусылар электросамокаттың хәүеф тыуҙырыу ихтималлығы тураһында иҫкәртте. Мәҫәлән, бала ямғыр аҫтында йөрөй, ти. Рәхәт, саф һауа, кәйеф шәп. Йөрөп туйғас, уны өйгә индереп, зарядкаға ҡуя. Һөҙөмтәлә, ул ҡыҙа һәм шартлай. Пауэрбанктарҙы, телефондарҙы төнгөлөккә зарядта ҡалдырыу шулай уҡ ҡурҡыныс.


Автор фотолары.

Каникулдар файҙалы үтә
Каникулдар файҙалы үтә
Каникулдар файҙалы үтә
Каникулдар файҙалы үтә
Каникулдар файҙалы үтә
Каникулдар файҙалы үтә
Каникулдар файҙалы үтә
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас