Йәмғиәт
24 Август 2025, 16:00

Ғорурлыҡ тойғоһо уятты

Дүшәмбе редакциябыҙға махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан яҡташыбыҙ инеп сыҡты. «Бур» үҙе 1994 йылғы, Сәлих ауылынан. Мәктәптән һуң Екатеринбургта мотоуҡсылар ғәскәрендә хеҙмәт итә. Артабан Салауатта «Госбетон» предприятиеһында эшләй.

Ғорурлыҡ тойғоһо уяттыҒорурлыҡ тойғоһо уятты
Ғорурлыҡ тойғоһо уятты

Ысынын әйткәндә, был ихлас күңелле егет менән урамда таныштым. Редакцияға кил, һөйләшеп ултырырбыҙ, тигәс, шунда уҡ риза булды.

«Бур», күп яҡташтарыбыҙ кеүек үк, хәрби күнекмәләрҙе Пензала үтә. Махсус хәрби операцияла сапер булып хеҙмәт итә. Мобилизация йылын иҫкә төшөрөп, яҡташымдан, повестка алғас та барҙыңмы, тип һораным. Сөнки күптәр ул саҡта ситкә ҡасты, бигерәк тә Ҡазағстан аша сығыусылар күп булды.

- Мин ул саҡта эштә инем. Миңә повестка барлығын ишеткәс, атайыма шылтыратып әйттем, ул барып алды. 2022 йылдың октябрендә Украина сиген үтеп, Кременск муниципаль округына килдек. 2024 йылдың авгусында Курск өлкәһе, Суджа районына күстек, - тип һөйләп алып китте яугир. – Украиндар гексакоптер менән мина ташлап китәләр, беҙ ике метрлыҡ таяҡҡа тротил бәйләп, уны юҡҡа сығара.

Егет һөйләүенсә, Суджанан 5 километр алыҫлыҡта Мартыновка ауылы урынлашҡан. Унда етмеш йәштәр тирәһендәге Валя инәй яңғыҙ тороп ҡалған була, нишләптер эвакуацияланырға теләмәй. Яугирҙар уға тушенка, консерва, икмәк, туҡмас алып барып, ярҙам итеп йөрөй. Ҡойонан таҙа һыу алған саҡта уға ла алып барып китәләр. «Бур» өс тапҡыр яралана. Тәүге тапҡыр 16 ғинуарҙа була был хәл.

- «Жека» ҡушаматлы егетте квадроциклда урманға алып барырға тейеш инем. Йылғаны аша сыҡҡанда минаны күрмәгәнбеҙ. Ул шартланы, «Жека»ның ҡулы, минең ботом, балтырым йәрәхәтләнде. Квадроциклдың тәгәрмәсе тишелде, шулай булһа ла, кире ҡайта алдыҡ. Беҙҙе артабан Киреевка тораҡ пунктына эвакуацияға ебәрҙеләр. 2024 йылдың 5 мартында нисек итеп яраланғаны тураһында ла һөйләне ул.

- Ситке терәк пунктҡа мина ҡуйырға икәүләшеп төндә сыҡҡайныҡ. 4 мартта «Вагнер»ҙы гексакоптер йәрәхәтләне. Ул йөрөй алмай, блиндажда ятып ҡалды. Миңә тағы ике кеше биреп мина һалырға ебәрҙеләр, - тип иҫкә ала был турала ягир. – Элекке Украина позицияларында ултырып, минаға провод тоташтырғанда FPV дроны шартлатҡыс ырғытып китте. Ике ботҡа, ике балтырға һәм ҡулға йәрәхәт алдым. Был көндә һыуыҡ ине. Биш километр ерҙе, яраланған көйөнсә, үҙем йәйәү сыҡтым. Ҡараһам, ике кеше носилка менән яраланған яугирҙы алып китеп бара. Уларға носилканы алып барышырға ярҙам иттем. Урман, шырлыҡ аша шулай сығып еттек. Көндөҙгө дүрттәрҙә «Буханка» микроавтобусы килде һәм беҙҙе эвакуацияға алып сығып китте.

Льговта уның бер ярсығын магнит менән билдәләп, соҡоп алалар. Артабан Бирҙеғолов Курск өлкә дауаханаһында дауалана. Уның кәүҙәһендәге башҡа
ярсыҡтарҙы ла алалар. Өс аҙна үткәс, өйгә реабилитацияға ҡайтаралар.

Яҡташыбыҙ МХО-ла 5 июлдә тағы яралана, икенсе батальонда дежурҙа була. Бер аҙна ятырға тейеш булалар, биш көндән кире сығалар. Яраһын үҙе водород перекисы менән таҙартып, бәйләп ҡуя. Һаҙлы урын, Александрияға 12 километрҙы йәйәү сығырға мәжбүр булалар. Мартыновка ауылында медицина хеҙмәткәрҙәре беренсе ярҙам күрһәтә.

- Курскиҙа хәрби госпиталдә оҙаҡ ятманым, ун тәүлек ял бирһәләр ҙә, урманға нарядҡа йөрөнөм. Бына әле тағы отпускыламын. Өс егет бер таксиҙа ҡайттыҡ,
береһе – Өфөнән, икенсеһе – Васильевка ауылынан, - тип уртаҡлашты ул.

Икенсе тапҡыр яраланғанда госпиталгә Курск өлкәһе губернаторы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Александр Хинштейн килә, ундағы егеттәргә, шул иҫәптән Бирҙеғоловҡа ла, «Курск өлкәһен һаҡлаған өсөн» миҙалы тапшыра. Әйткәндәй, ул тағы «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы» миҙалы, Шайморатов исемендәге миҙал менән наградланған.

- Тыныс тормошта йәшәүселәргә дрондар һөжүм итеп тора. Иң мөһиме, Курск өлкәһе дошмандан азат, алға китеш бар, - тип өмөтләндерҙе яҡташыбыҙ.

«Бур» өйләнмәгән, уға тиҙерәк иҫәнһау әйләнеп ҡайтып, ғаилә ҡороуын, балалар тауышын ишетеүен теләп ҡалабыҙ.


Автор фотоһы.

Автор:Асия МОРАТОВА.
Читайте нас