Йәмғиәт
20 Август 2025, 11:03

Үҫмер водитель юл хәрәкәтендә ғәйепле

Ишембайҙа үҫмер машина руле артына ултырып, аварияға эләккән.

Үҫмер водитель юл хәрәкәтендә ғәйеплеҮҫмер водитель юл хәрәкәтендә ғәйепле
Үҫмер водитель юл хәрәкәтендә ғәйепле

Ишембай ҡалаһы Дәүләт автоинспекцияһы хәбәр итеүенсә, 19 августа Жуковский урамында юл-транспорт ваҡиғаһы була. Водитель таныҡлығы булмаған үҫмер ВАЗ-2109 автомобиле менән идара иткән. Ҡаланан Перегонный биҫтәһе яғына хәрәкәт итеп, ҡаршы юлға сығып, килгән автомобиль менән бәрелешкән.

Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә үҫмер водитель тән йәрәхәттәре алған. Уны Ишембай үҙәк район дауаханаһына һалғандар.

Был факт буйынса, хәлдең бөтә шарттарын асыҡлау өсөн тикшереү үткәрелә.

 

Фото: https://vk.com/gibddishimbay

Үҫмер водитель юл хәрәкәтендә ғәйепле
Үҫмер водитель юл хәрәкәтендә ғәйепле
Үҫмер водитель юл хәрәкәтендә ғәйепле
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас