

Бында ысын төҫтәр шауҡымы башланды! Ярты сәғәт элек ямғыр яуып үтеүгә ҡарамаҫтан, байрамға килгән балалар, хатта ололар ҙа төҫлө порошок менән ҡоралланған килеш, бер-береһенә ырғытты.
Аҙаҡ тиҫтәләгән төрлө төҫтәге болот бер үк ваҡытта һауаға күтәрелде, күктең йөҙөн ҡояш төҫтәренә буяны. Барыһы ла бергә уйнаны һәм күңел асты.
Был көндө бер кем дә кейемен бысратырға ҡурҡманы. Барыһы ла шатлыҡ менән буяуҙарҙы өҫкә ташланы һәм йөҙҙәрен буяны.
Буяуҙар фестивале ысын күбек байрамы менән тамамланды!
Йәйҙең һуңғы айы ошолай сағыу һәм күңелле үтте, көҙҙөң яҡынлашыуын да иҫкә төшөрҙө.
Автор фотолары һәм видеоһы.