

17 йәш кенә булыуға ҡарамаҫтан, Алмаз ололар һымаҡ эшләп, яңы уҡыу йылына байтаҡ аҡса туплаған. Егет быйыл Ә.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатын уңышлы тамамлап, Өфө фән һәм технологиялар университетына уҡырға ингән. Теләге - юрист булыу. Аҡса эшләп ҡарау маҡсатында, Алмаз былтыр йәйгеһен бер ойошмаға урынлашып, үлән саба. Егет тәжрибә туплап, оҫтарып, быйыл үҙенә атаһынан триммер һатып алдырта һәм интернетта иғландар биреп, ныҡлап хеҙмәткә тотона. Ныҡышмал егет бер ай эсендә генә 100 мең һум аҡса эшләгән.
- Быға тиклем дә үҙебеҙҙең ишек алдында, ике өләсәйемдең дә үләндәрен саба инем. Хәҙер көнөнә бер нисә заказ алып, 5-10 мең һум аҡса эшләйем. Эш хаҡымды йыйып, үҙемә тағы ла яҡшыраҡ триммер һатып алдым. Хатта Верхотор ауылында ла үлән саптым. Йыраҡ юлға атайым машина менән үҙе йөрөтә. Ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы. 2022 йылдың көҙөнән өлөшләтә мобилизацияға эләгеп, өс йыл ут эсендә йөрөп, ҡаты яраланып ҡайтты. Әлеге мәлдә реабилитация үтә. Үҙаллылыҡҡа ынтылыу, ғаиләмә ярҙам итеү теләге бәлки ошонан да киләлер, - ти егет.
Алмаз үҙе ресторанда суши ла эшләп ҡараған, хатта ял көндәрендә туй, банкеттарҙа официант булған. Эшләгән аҡсаһына дуҫ ҡыҙы менән Ҡара диңгеҙгә барып ял итеп ҡайтырға ла өлгөргән. Үҙенә ҡиммәтле яңы телефон алған.
- Тиҫтерҙәремә йәйҙе телефон, компьютер артында ултырып ҡына түгел, күңелле, файҙалы итеп үткәрһендәр, эштән ҡурҡмаһындар, маҡсаттарына ынтылһындар тип теләйем. Төрлө һөнәрҙәргә эйә булырға тырышһындар. Оло тормошҡа аяҡ баҫҡанда уларҙың кәрәге, һис шикһеҙ, тейәсәк. Әгәр ҡайҙалыр эш килеп сыҡмай икән, икенсе мөмкинлектәр эҙләп ҡараһындар. Был да үҙенә күрә ҙур тәжрибә ул, - ти Алмаз.
Автор фотоһы.