

Шәжәрә тамырҙарын барлау, туғандарҙы бергә йыйыу идеяһы миндә күптән йәшәп килә ине. Данлыҡлы Ҡарамышевтар нәҫеленән сыҡҡан ара булараҡ, күп тикшерергә, эҙләнергә, архивҡа таянып эшләргә кәрәк буласағы ла алдан билдәле ине. Йыл башынан атайымдың бер туғандары һәм уларҙың балалары менән кәңәшләшеп, ватсапта «Ибраһимовтар шәжәрәһе» тигән төркөм асып, эште башлап ебәрҙем.
Ҡыҫҡаса мәғлүмәт биреп китәм. Ҡармыш бейҙән алып бөгөнгө көнгә тиклем үҙебеҙҙең 14 быуын атабабаларыбыҙҙы беләбеҙ. Ҡармыш—> Сәйет—> Күгеш—> Аҡсура—> Ҡармыш—> Аҡбулат—> Солтан—> Байслан—> Ибраһим—> Һиҙиәтулла—> Ғизметдин—> Әмир (олатай) —> Таһир (атайым)—> Байслан (бер туған ҡустым). Был йыйында Һиҙиәтулла мулла вариҫтары туғанлыҡ ептәрен барланы. Уның ике улы һәм бер ҡыҙы булған. Һиҙиәтулла (1848 йылғы) Маҡарҙа ауыл
мәҙрәсәһендә белем ала, 1868 йылда, атаһынан мираҫҡа ҡалған ҙур аҡса менән, Бохараға юллана. Унда суфыйсылыҡ ҡанундарын өйрәнә. Әбүғалисина һәм башҡа мосолман ғалимдарының хеҙмәттәре буйынса медицина серҙәренә
төшөнә. 12 йылдан һуң имам-хатиб булып Маҡарға ҡайта.
Эҙәрлекләүҙәр башланғас, Бөрйән яғына, Исламбайға барып төпләнә. Күпләп мал, ҡорт аҫрай. Кешеләрҙе төрлө-төрлө үләндәр менән дауалай, тирә-яҡҡа Һиҙиәт суфый тигән исеме тарала. Үҙенең дини, медицина, тарих буйынса тупланған шәхси китапханаһы була. (Ҡыҙғанысҡа күрә, китаптарҙың ҡайһы берҙәре Әмир олатайға тапшырылырға тейешле булһа ла, осона сығып булманы). Әхмәтзәки Вәлиди үҙенең «Хәтирәләр»ендә тарих буйынса ҡайһы бер мәғлүмәттәрҙе Бөрйән районы Аҫҡар ауылынан Һиҙиәт суфыйҙан алдым, тип яҙа. Шулай уҡ Әхәт Сәлихов үҙенең «Онотолған тарих биттәре» китабында ла олатай тураһында яҙған. Ундағы мәғлүмәттәр Әхмәтгәрәй бабай Ҡарамышевтың ҡулъяҙмаларынан алынған.
Әле өйрәнәһе материалдар күп кенә. Артабан да эште дауам итеп, китап итеп сығарырға тигән ниәт бар.
Шәжәрә үткәреү бер генә кешенең хәленән килерлек эш түгел. Минең идеяны хуплап, күтәреп сығыусы ике туғандарыма, йыйынды үткәреүҙә ярҙам ҡулы һуҙғандарға - барыһына ла ҙур рәхмәт. Бөрйән районының йәмле Аҫҡар ауылында «Ибраһимовтар шәжәрәһе» тип исемләнгән байрамыбыҙ бик матур үтте, әле булһа рәхмәт һүҙҙәре яҙалар.
Нәҫелебеҙ хәҙер Бөрйән районынан таралһа ла, ата-бабаларыбыҙҙың төптән сығышы Ишембай районынан булғанға күрә, бәлки, был яҡтарҙа тармаҡланып
ҡалған шәжәрәбеҙ вәкилдәре - туғандарыбыҙ табылыр, тип өмөтләнеп яҙам. Нәҫел ептәрегеҙ Ҡармыш бейгә барып тоташа икән, тауыш бирегеҙ, туғандар, табышайыҡ. Шәжәрә ағасыбыҙ һеҙҙең менән тағы ла тулыланһын.
Ғүмер бер генә. Ваҡыт табып, туғандарыбыҙ иҫән саҡта, осрашыуҙарҙы йышыраҡ ойошторорға кәрәк. Китеп барһалар, ҡәбер янына барып илап, бер нәмәне лә үҙгәртеп булмай. Үкенестәр тороп ҡалмаһын...
Автор фотоһы.