Йәмғиәт
2 Август 2025, 06:00

РУХ КӨСӨ БЕЙЕКЛЕКТӘН ЮҒАРЫРАҠ

2 август - Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө

РУХ КӨСӨ БЕЙЕКЛЕКТӘН ЮҒАРЫРАҠРУХ КӨСӨ БЕЙЕКЛЕКТӘН ЮҒАРЫРАҠ
РУХ КӨСӨ БЕЙЕКЛЕКТӘН ЮҒАРЫРАҠ

Иртәгә, 2 августа, Рәсәйҙә Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө билдәләнә. “Ҡанатлы десант» 95 йыл элек барлыҡҡа килгән. Яҡташыбыҙ Альмир Мәһәҙиев менән әрмелә хеҙмәт итеүҙең ни өсөн мөһим булыуы, Һауа-десант ғәскәрҙәре, намыҫ һәм бурыс хаҡында әңгәмәләштек.

- Альмир, үҙең менән таныштырып үт әле.

- Мин Ишембайҙа тыуып үҫтем, ғаиләлә өсөнсө бала булып донъяға килгәнмен. Ҡалабыҙҙың 6-сы мәктәбендә уҡыным. Туғыҙынсы класты тамамлағандан һуң 76-сы һөнәрселек училищеһында контрольүлсәү приборҙары һәм автоматика буйынса слесарь һөнәрен үҙләштерҙем. Ҡулыма диплом алғас та әрме хеҙмәтенә алындым.

- Әрме хеҙмәте нисек башланды?

- 2007 йылдың декабрендә Өфө хәрби комиссариатынан Екатеринбург ҡалаһына хәрби уҡыуҙарға ебәрелдем. Унда приcяга ҡабул итеп, башланғыс хәрби әҙерлек үттем. Артабан мине Дондағы Ростов ҡалаһына РФ Оборона министрлығының баш разведка идаралығының 22-се спецназ бригадаһына ебәрҙеләр. Часта миңә гвардия кесе сержанты званиеһын бирҙеләр. Уҡыуҙарҙа парашюттарҙы нисек һүтеп-йыйырға өйрәндек. Бер айҙан һуң мин беренсе тапҡыр парашют менән ырғыным.

- Парашют менән тәүге һикереү нисегерәк булды, һинең хис-тойғоларың?

- Армияға тиклем мин бейеклектән ҡурҡа торғайным. Шуға ла парашюттан һикерергә бик ҡурҡтым. Мине Ми-8 вертолетынан этеп төшөрөп ебәрҙеләр тиһәң дә хата булмаҫ. Барлығы туғыҙ тапҡыр парашюттан һикерҙем. Ҡыҙғанысҡа күрә, һауа-шарттары арҡаһында рөхсәт булмағас, Ил-76 самолетынан һикерергә тура килмәне.

Әрмелә 1 йыл да 8 ай хеҙмәт иттем. Уҡыу күнекмәләре менән барлыҡ Төньяҡ Кавказды үттем тиерлек. Дарьяль тарлауығында, урмандарҙа булдым, бөтә төр ҡоралдарҙан аттым. Буш, эшһеҙ ултырырға бер генә ваҡыт та булманы. Беҙ һәр саҡ уҡыу күнекмәләре үттек, ҡоралдарҙан аттыҡ, бронетранспортёрҙа (БТР), пехотаның хәрби машинаһында (БМП) йөрөнөк. Хеҙмәт юлы бик ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс үтте. Өлгөлө хеҙмәтем өсөн ата-әсәйемә хәрби частан бер нисә тапҡыр рәхмәт хаттары ебәрҙеләр. Әйткәндәй, мин 2009 йылдың 9 майында Дондағы Ростов ҡалаһында парадта ҡатнаштым.

- Хеҙмәт иткән осорҙа иң ныҡ хәтерҙә ҡалғаны нимә булды?

- Әлбиттә, иң иҫтә ҡалғаны парашюттан һикереү мәле. Асыҡ һауала ирекле осоуҙа кисергән тойғоларҙы аңлатырлыҡ та түгел. Күптәр беренсе тапҡыр осҡанда ғына ҡурҡыта, аҙаҡ өйрәнәһең тиһәләр ҙә, мин был фекер менән килешмәйем. Парашютты үҙем һүтеп йыйһам да, һәр һикереү тулҡынландырғыс ваҡиға булып торҙо.

- Хеҙмәт итеү осоронда иң ҡатмарлыһы нимә ине?

- Минең өсөн иң ауыры өй менән часть араһының алыҫ булыуы ине. Тәүге айҙарҙа бөтөнлөй бер хат та алманым. Ә иптәштәрем был ваҡытта 4-5-әр хат алып өлгөргәйне. Быға хатта үпкәләп тә ҡуйғайным. Был тәьҫораттар бик иҫтә ҡалған. Аҙаҡ туғандарҙан, дуҫтарҙан бер юлы һигеҙ конверт килеп төшмәһенме! Ул ваҡыттағы ҡыуанысымды күрһәгеҙме...

- Армия һине нимәгә өйрәтте? 

- Иң беренсе тәртипкә, дисциплинаға һәм үҙаллылыҡҡа өйрәтте. Хеҙмәт итеү осоронда һине берәү ҙә яҡламай. Ул атайәсәйһеҙ тормошҡа әҙерлек тә. Үҙеңдең холҡоңдо, сабырлығыңды күрһәтергә, иң мөһиме, һынмаҫҡа кәрәк. Һәм һәр һүҙең өсөн үҙең яуап бирергә тейешһең!

- Әрменән ҡайтҡас ҡайҙа эшкә урынлаштың, ғаиләң хаҡында ла һөйләп үтһәң ине.

- 2009 йылда хәрби бурысымды үтәп ҡайтҡас, себергә контроль-үлсәү приборҙары һәм автоматика буйынса слесарь булып урынлаштым, һәм әле шунда инженер булып эшләп йөрөйөм. Ҡатыным Ләйсән менән Самира һәм Амелия исемле ике ҡыҙ үҫтерәбеҙ. Ләйсән 28-се балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Мин уға барыһы өсөн дә рәхмәтлемен, ул һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер. Ул миңә ныҡлы терәк.

- Буласаҡ ил һаҡсыларына ниндәй теләгең бар?

- Һәр ир-егеттең әрмелә хеҙмәт итеүе – изге бурыс. Һин нимәгә һәләтең барлығын асыҡлайһың. Ундағы тормош тәжрибәһе артабан йәшәү өсөн мотлаҡ кәрәк буласаҡ.


Фотолар ғаилә архивынан.

РУХ КӨСӨ БЕЙЕКЛЕКТӘН ЮҒАРЫРАҠ
РУХ КӨСӨ БЕЙЕКЛЕКТӘН ЮҒАРЫРАҠ
РУХ КӨСӨ БЕЙЕКЛЕКТӘН ЮҒАРЫРАҠ
РУХ КӨСӨ БЕЙЕКЛЕКТӘН ЮҒАРЫРАҠ
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас