Йәмғиәт
23 Июль 2025, 09:00

Ишле ғаиләнең бәхете тулы

Күптәр әлеге ваҡытта күп балалы әсә булыу ауыр, тип уйлай, сөнки мәшәҡәттәр һәм финанс сығымдары бер нисә тапҡырға арта. Ләкин өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән әсәйҙәр, киреһенсә, бер балаға ҡарағанда бер нисә бала үҫтереүе күпкә еңелерәк, ә ҙур татыу ғаиләләге һөйөү һәм бәхет бөтә ҡыйынлыҡтарҙы юҡҡа сығара, тип иҫәпләй.

Ишле ғаиләнең бәхете тулыИшле ғаиләнең бәхете тулы
Ишле ғаиләнең бәхете тулы

Бурансы биҫтәһендә йәшәүсе Илүзә һәм Илдар Халиҡовтар ҙур һәм татыу ғаилә ҡорған. Уларҙың яҙмыштарын бәйләүенә бына инде 12 йыл. Йәштәр өс бала тәрбиәләй: ике улдары һәм бер ҡыҙҙары бар. Олоһо Рәфискә - 9, уртансыһы Зөлфиәгә - 5 йәш, ә төпсөктәре Раяндың донъяға килеүенә бер ай ҙа юҡ әле. Илүзә Илһам ҡыҙы Уразбай ауылында тыуып үҫкән, 8-се класҡа тиклем тыуған ауылында уҡый, артабан Ишембай ҡалаһының 2-се башҡорт гимазия-интернатында белем ала. Яҙмышын медицина һөнәренә бәйләргә ҡарар иткән йәш ҡыҙ Өфө дәүләт медицина университетына документтарын тапшыра. Унда табип-анестезиолог һөнәрен һайлай. Эшһөйәр студент көндөҙөн уҡырға йөрөһә, төнөн шәфҡәт туташы булып эшләй.

Илдар Рафаэль улы Салауат ҡалаһында тыуып үҫә. Салауат индустриаль колледжын тамамлай. Ситтән тороп юғары белем ала. Вахта ысулы менән себер тарафтарында эшләгәндән һуң, ҡыҙҙары Зөлфиә тыуғас, “Уфагидромаш” предприятиеһында хеҙмәт юлын дауам итә. Унда биш йыл эшләй. Әле тәжрибәле белгес “Инман” акционер йәмғиәтендә һанлы программа менән идара ителгән станоктар операторы (ЧПУ) булып эшләй. Илүзә буласаҡ ире Илдар менән нисек танышҡандарын да һөйләп китте.

- Мин Уразбай ауылының социаль селтәрҙәр төркөмөндә тора инем. Был төркөмдә Этҡол ауылына килеп йөрөгән Илдар ҙа ингән булған. Шулай университетта уҡып йөрөгән саҡ, минең телефонға сит бер номерҙан шылтыраттылар. Трубканы алғас, Илдар һөйкөмлө генә итеп үҙе менән таныштырҙы ла, себергә вахта менән эшкә китеп барыуын һәм Өфөгә һуғылып минең менән күрешергә теләүен белдерҙе. Тимер юл вокзалында ике-өс минут ҡына һөйләшеп тә өлгөрмәнек, поезд килеп тә туҡтаны, уға унда ултырырға кәрәк ине. Ятаҡханаға ҡайтып барғанда ул миңә “әйҙә осрашайыҡ”, тип яҙҙы. Эштә булғанында телефон аша һөйләшеп торҙоҡ. Ай ярым вахтала булып ҡайтҡандан һуң, мин уны вокзалдан ҡаршы алдым. Аҙаҡ ауылға ҡайтҡас осрашып, аралаша башланыҡ. Бер көн Илдар минең атай-әсәйем менән танышырға килеүен әйтте һәм аҡ күлдәк кейеп, ҡулына сәскә гөлләмәһе тотоп беҙгә килеп тә инде. Илдар ҡала малайы булғас, атайым уны һынаулы ҡараш менән ҡабул итте. Әммә “юҡ”, тип ҡыуып сығарманы, үҙ-ара һөйләшеп, уртаҡ һүҙгә килештеләр, - тип иҫкә ала йәш хужабикә.

2013 йылдың мартында йәштәр гөрләтеп туй үткәрә. Илүзә уҡып бөткәнсе йәштәр Өфөлә йәшәй. 2016 йылда тәүге балалары, улдары Рәфис донъяға килә. Бәләкәскә биш ай булғанда йәштәр Ишембайға ҡайта һәм Илүзә Ишембай ҡалаһының үҙәк район дауаханаһына эшкә урынлаша, ә Илдар себерҙә вахта юлы менән эшләүен дауам итә. Баланы ҡыҙҙың әсәһе ҡарашырға ярҙам итә.

Рәфискә йәш ярым булғас ул Салауат ҡалаһының балалар дауаханаһына табип-реаниматолог булып эшкә күсә. Артабан ҡыҙҙары Зөлфиә донъяға килә. Илүзәгә декрет ялында оҙаҡ ятырға тура килмәй, эшкә сыға һәм хеҙмәт юлын табип-эндоскопист булараҡ дауам итә. Йәштәр бер нисә йыл элек Бурансы биҫтәһендә ер участкаһы һатып алып өй төҙөргә ҡарар итә. Үҙ ҡулдары менән һалған иркен йортҡа ике йыл элек сыҡҡандар. Ҙур ғаиләлә шатлыҡтар ҙа, мәшәҡәттәр ҙә күберәк була. Күп бала тәрбиәләү тауҙай оло хеҙмәт тә. Ата-әсәнең көндәлек тынғыһыҙ тырышлығы өсөн иң юғары баһа – бәхетле, имен-һау, уңышлы, ғорурланырлыҡ балалар үҫтереү. Илүзә менән Илдар балаларының һәр уңышына ҡыуана. Улдары Рәфис быйыл 12-се лицейға 3-сө класҡа уҡырға бара, дзюдо, шахмат менән шөғөлләнә, китап уҡырға ярата, Бөйөк Ватан һуғышына ҡағылышлы тарихи ваҡиғалар менән ҡыҙыҡһына. Ҡыҙҙары Зөлфиә балалар баҡсаһына йөрөй, бейеү һәм һүрәт төшөрөү менән мауыға. Өлкәндәре бәләкәс ҡустылары Раянды ла ҡарашырға ярҙам итә.

Илүзә Илһам ҡыҙы - ғаилә усағын һаҡлаусы. Уңайлылыҡ тыуҙыра, һәр балаһын йылылыҡ, хәстәрлек менән ҡарай. Шулай уҡ ул ҡул эштәренә, аш-һыу әҙерләргә ифрат оҫта, сәскә, йәшелсә үҫтерергә ярата.

- Элек йәшелсә тоҙлағаным булмаһа ла, Рәфискә ауырлы саҡта ҡыяр тоҙлағы килде. Һәм, ысынлап та, оҫтарып алдым бит, әй. Ә Зөлфиә тыуғас, торттар бешерергә әүәҫләнеп киттем. Беренсе тапҡырында уҡ килеп сыҡты һәм тағы ла дәртләнеп төрлө бисквиттар, эклерҙар әҙерләргә тотондом. Туғандар быны күреп заказдар бирә башланы. Ә Илдарым минең уң ҡулым, таянысым, ул төҙөлөш эшенә оҫта, мунсаны ла үҙе эшләп ҡуйҙы, баҡса эштәре менән дә булыша, - ти Илүзә.

Халиҡовтар әүҙем тормош рәүеше алып бара, волейбол менән шөғөлләнәләр, тәбиғәт ҡосағында ял итергә яраталар.

Әйтергә кәрәк, быйыл Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә тантаналы шарттарҙа Илүзә һәм Илдар Халиҡовтар өсөнсө балалары тыуыу тураһында таныҡлыҡ алды. Уларҙы йылы ҡотлауҙар менән Ишембай районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Айгөл Бикбулатова ҡотлап үтте. Ул ғаилә ҡиммәттәренең йәмғиәт нигеҙе булараҡ мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алып, район һәм республика киләсәгенә индергән өлөшө өсөн Халиҡовтарға рәхмәт белдерҙе.

Йәш ғаиләнән күп бала тәрбиәләүе ауырмы икәнлеген һораштым:

- Һәр бала үҙ бәхете менән тыуа. Беҙ икебеҙ ҙә күп балалы ғаиләлә үҫтек. Алла бирһә, бәләкәстәребеҙҙе үҙебеҙгә терәк булырлыҡ итеп тәрбиәләргә насип булһын. Ә беҙ бының өсөн бар көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ, - тине улар.

Илүзә менән Илдар Халиҡовтарҙың өлгөлө ғаилә усағы бер ҡасан да һүрелмәһен, киреһенсә, яҡтыраҡ янһын. Мөхәббәт емештәре – балалары артабан да ҡыуандырып
ҡына торһон.


Фотолар ғаилә архивынан.

Ишле ғаиләнең бәхете тулы
Ишле ғаиләнең бәхете тулы
Ишле ғаиләнең бәхете тулы
Ишле ғаиләнең бәхете тулы
Ишле ғаиләнең бәхете тулы
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас