

Әммә, барыбер өйрәнгән гәзит, журналдарһыҙ тормошто күҙ алдына килтереүе мөмкин түгел. Ә уның артында почта элемтәһе хеҙмәткәрҙәренең ҙур эше тора.
Бөгөнгө һүҙебеҙ Ҡалыу-Айры ауылының почта хеҙмәткәре Әҡлимә Ғәйнетдинова тураһында. Әҡлимә Ишмөхәмәт ҡыҙы 15 йылдан ашыу почта хеҙмәте менән тәьмин иткән, бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, эшен яратып атҡарған, алдынғы, тырыш, уңған почтальондарҙың береһе. Ул Ҡолғонанан ауылға гәзит-журналдар ғына ташып ҡалмай, ауылдаштарының йомоштарын да үтәй. Пенсия килеүен көтөн торған һәр кем уны шатланып ҡаршы ала, бер ыңғайҙан электр энергияһына, телефонға аҡсаларын түләп ҡалалар.
Әҡлимә апай, йәйәү йөрөп ялҡып киткәс, машина йөрөтөргә лә өйрәнеп алды. Буран, ямғыр, юл насар тип тормай, тимер атында эшенә барып ҡайта. Улай ғына түгел әле, ҡайһы ваҡытта ауылдаштарына такси хеҙмәтен дә күрһәтә ул. Бына шулай егәрле, тырыш кеше эшләй беҙҙең ауылда!
Автор фотоһы.