

Дағстан - әүҙем ял итә торған урын. Унда туристар сағыу тәьҫораттар алыр, экстремаль ял итер өсөн баралар. Авар егетенә тормошҡа сығып, хәҙер Махачкалала йәшәүсе Өфө ҡыҙы Карина, беҙгә билеттар һатып алырға ярҙам итте. Карина тормош иптәше Дауыт менән Башҡортостандан, Татарстандан туристар йәлеп итеп, 3-5 көнлөк тур ойоштора. Аэропорттан уҡ ҡаршы алып, республиканың иң матур урындарын күрһәтеп, ҡунаҡ итеп, кире оҙатып ҡуялар. Алдан уҡ турҙың программаһын, маршруттарын билдәләйҙәр, ашау, йоҡлау, хәүефһеҙ ял итеү, республика буйлап йөрөү өсөн транспорт мәсьәләләрен - барыһын да үҙҙәре хәл итәләр. Туристарға тик аҡса ғына сығарып һалырға кәрәк. Ғөмүмән, туризм индустрияһы уларҙа 2018 йылдан ғына үҫтерелә. Беҙ ял итергә өйрәнгән Төркиә, Мысыр һәм башҡа йылы яҡ илдәренә сервис күпкә ҡалышһа ла, тәбиғәте менән Дағстан барыһын да уҙҙыра, тәү күреүҙән үк үҙенә ғашиҡ итә!
«Эҫелә лә ҡайнар сәй эсәһегеҙ!»
Шулай итеп, Махачкалаға төндә килеп төштөк. Иң тәүҙә беҙҙең Ишембай автовокзалы һымаҡ ҡына булған бәләкәй аэропорттары күҙгә ташланды. Эсе халыҡ менән шығырым тулы, аяҡ баҫырлыҡ та урын юҡ. Төрлө яҡтарҙан туристар күп ағыла. Тимәк, туризмдан килгән аҡсаға тиҙҙән ҙурыраҡ аэропортты мотлаҡ һаласаҡтар. Беҙҙе Дауыт ҡаршы алып, тәүге көн Ҡыҙылйорт ҡалаһындағы ҡунаҡханаға урынлаштырҙы. Сәйәхәт барышында төрлө отелдәрҙә йоҡланыҡ. Барыһында ла таҙа, бөтә уңайлыҡтар булдырылған.
Иртәгәһен еңел машинала республиканың төньяғына юл тоттоҡ. Тәүге көндә Сулаҡ тарлауығында, Чиркей, Ирганай һыу һаҡлағыстарында булдыҡ. Кавказ халҡы машиналарҙа ҡыуырға ярата тигәндәре беҙҙең өсөн дөрөҫкә сыҡмаһа ла, бына катерҙы йөрөтөүсе шәп итеп ҡыуып, ҡотто алды. Уң яҡҡа түңкәрелдек тигәндә кинәт кенә кәмәне һул яҡҡа ауыштыра. Тәүге секундтарҙа уҡ Өфө аэропортында һатып алған башҡорт орнаментлы кепкам әллә ҡайҙа осоп ятып ҡалды. Кире боролоп килеүгә һыу төбөнә киткәйне инде.
Төшкө ашҡа беҙгә авар халҡының милли аш-һыуы хинкал тәҡдим иттеләр. Әсегән һөткә йәки кефирға он ҡушып баҫып, ҡамырҙы йәйеп, шаҡмаҡ киҫәксәләргә бүлеп, һурпала 10-15 минут самаһы бешерә уны Дағстан халҡы. Өҫтәлгә ит менән бергә соус ҡушып тәрилкәлә, ә һурпаны айырым һауытта бирәләр. Телде йоторлоҡ ризыҡты ашап, һурпа эскән ваҡытта башҡорттоң ҡорото ғына етмәй ине. Әйткәндәй, тауҙа ҡояш ныҡ ҡыҙҙыра. Башҡортостандан килгән туристарҙың әйләнгән һайын эҫелә ҡайнар сәй эскәнен күреп, дағтар бот сабып аптырай.
Дағстанда һаман да ҡыҙ урлайҙар
Икенсе көндө беҙ Шамил районының боронғо Гоор ауылына юл тоттоҡ. Ул 1700 метр бейеклектә урынлашҡан. Унда беҙҙе тау-таш араһында йөрөй торған ҙур тәгәрмәсле машиналарҙа алып менделәр. Тау башында ошо ерҙә тыуып үҫеп, ғүмер кисергән Ибраһим тигән аҡһаҡал ҡарт ҡаршы алды. Ул ХVIl быуаттың аҙаҡтарында төҙөлгән Гоор башняларының тарихы менән таныштырҙы. Бейеклеге 15-20 метр итеп һалынған ете башня ҡасандыр дошмандарҙан һаҡланыу сараһы булған. Әгәр ҙә ауылға һөжүм итә ҡалһалар, бында ҡатын-ҡыҙҙарҙы, бала-сағаны, ҡарт-ҡороларҙы индереп йәшереп, ир-егеттәр ауылды һаҡлаған. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, был тарихи биналарҙың хатта ер аҫты юлдары ла бар. Бөгөнгө көндә башняларҙың өсәүһе генә һаҡланған. Ибраһим беҙгә урындағы халыҡтарҙың ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары тураһында һөйләне. Баҡтиһәң, ҡыҙ урлау йолаһы уларҙа әле лә бар. Тик Рәсәй закондарының ҡаты булыуы сәбәпле, хәҙер был осраҡта ҡыҙ менән егеттең ғаиләһе килешеп, һөйләшеп, эште ҙурға ебәрмәйҙәр икән.
Республикала утыҙҙан ашыу милләт йәшәй. Бөтәһе 14 дәүләт теле бар. Беҙ баҫып торған бейек тауҙың итәгендә 14 ауыл теҙелгән. Уларҙың халҡы бербереһенең диалектын аңламай, үҙ-ара рус телендә аралаша икән. Беҙ күберәк авар, дарғындарҙы осраттыҡ. Ибраһим аварса тиҙәйткестәр әйтеп күрһәтте. Уларҙа «х», «ч», «к» хәрефтәре күп ҡулланыла.
Ошонда уҡ бейек ҡаяла «Тролль теле» тип аталған урын бар, унда туристар урындағы халыҡтың милли кейемдәрен, оҙон күлдәктәр кейеп, фотоға төшә. Ҡая ситенән атҡа атланып, елдәй елеп йөрөгән авар егете һыбай йөрөп ҡарарға, тауҙар фонында фотоға төшөргә тәҡдим итте. Ҡайҙа ти ул атҡа менеү! Былай ҙа аҫҡа ҡарарға ла ҡурҡып, боронғо йорттарҙың стеналарына тотона-тотона ерҙә саҡ баҫып торҙоҡ. Тауҙан төшкәндә ауылдарҙың төҙөлөшөнә иғтибар иттем. Ҡая-таштарҙа урынлашҡанға күрә, йорттар бер-береһенең өҫтөндә тиерлек ултыра. Бер йорттоң тупһаһы бөткән ерҙә, мәҫәлән, икенсе йорттоң ҡыйығы башлана. Өй нигеҙҙәре ҡая ситенән сығып уҡ тора. Оло әбей-бабайҙар көнө буйы ишек алдындағы креслола ултырып, тирә-яҡты күҙәтә. Бар урам, күрше ауылдар күҙ алдында ғына ята. Тауҙа һауа таҙа, тын алыуы рәхәт, кешеләре оҙаҡ йәшәй. Ҡатынҡыҙҙарының баҫалҡы булыуы, баштарына яулыҡ ябынып, оҙон күлдәктәрҙә, һәр саҡ ҡараштарын аҫҡа төшөрөп йөрөүе оҡшаны ла, бер аҙ ғәжәпләндерҙе лә. Ҡыҫҡа балаҡлы шортиктар, асыҡ өҫкө кейемдәрҙе хатта туристарға кейергә ҡушмайҙар.
Бөйөк шағирҙың тыуған ерендә
Өсөнсө көндө оҙонлоғо дүрт километрҙан ашыу Рәсәйҙәге иң ҙур Ғимран автоюл тоннелен үтеп, Дағстандың халыҡ шағиры Рәсүл Ғамзатовтың тыуған ауылына юл тоттоҡ.
Хунзах 2000 метр бейеклектә тау-ҡаялар араһында урынлашҡан. Тигеҙлектә йөрөп өйрәнелгән организмым һығылмалыборолмалы серпантин юлдарҙан тауға күтәрелеүҙе бик ауыр кисерҙе. Әммә менеп етеп, артҡа әйләнеп, аҫта йөҙөп йөрөгән болоттарҙы күреү менән барыһы ла һыпырылып юҡҡа сыҡты. Өс көн буйы бейек тауҙарға башты күтәреп ҡарап йөрөгәнлектән, муйын ауыртып киткәйне. Хунзах - район үҙәге, ҡасабала барлыҡ социаль учреждениелар бар, шағирҙың исемен йөрөткән заманса дүрт ҡатлы мәктәп эшләй.
Ауылдың эргәһендә генә тәрәнлеге - 600 метр, киңлеге 1200 метр булған ҙур
каньон ята. Ике яғынан Тобот һәм Итлятляр шарлауыҡтары аға.
Миҙгеленә ҡарап, шарлауыҡтар төҫөн
үҙгәртеп тора. Йәйгеһен тауҙарҙа ҡар
иреп төшөү, ямғырҙар һыуы йыйылыу
сәбәпле, шарлауыҡтар ҙурая. Тарлауыҡ башында ҡарау өсөн майҙансыҡ
эшләнгән. Унан бер яҡ ярҙан икенсе
яҡҡа зиплайндан шыуыу, яр башынан
һикереү кеүек төрлө экстремаль күңел
асыу саралары ҡуйғандар. Кеҫәңдән 8
мең һум аҡсаңды сығарып түлә лә, әйҙә,
һикер аҫҡа! Страховкалау ептәре бар,
инструктаж үткәрәләр, хатта өҫтәмә
аҡса түләһәң, ҡулыңа, башыңа видеокамералар беркетәләр! Урындағы халыҡ
«Дағстан ул бөтә ҡурҡыу тойғоларыңды
юҡҡа сығара торған урын. Ғүмереңдә бер
тапҡыр булһа ла, бейеклектән һикереп
ҡара», - тиһәләр ҙә, өйҙәге балаларҙы
уйлап, ҡыйманым. Былай ҙа өс йыл элек
күрше Ырымбур өлкәһенән килгән туристар машина менән ошо каньондан
упҡынға тәгәрәп, дүрт кешенән торған тотош ғаилә һәләк булған. Ә бына зиплайнда рәхәтләнеп шыуҙым.
Дағстан халҡының туризм йәһәтенән
бик әүҙем үҫешеүҙәре күҙҙе ҡыҙҙырҙы.
Бейек тауҙар башынан гүзәл күренештәр
асыла. Иң бейек нөктәләргә ҡарау
майҙансыҡтары эшләп, эргәһендә сувенир лавкалары ҡуйғандар. Шунда уҡ
ергә балаҫ, мендәрҙәр түшәп, самауыр
сәйҙәре, бал менән асыҡ һауала кафе
ойошторғандар. Төрлө шифалы үлән
сәйе эсеп, тирә-яҡтағы хозурлыҡты
күҙәтеп рәхәтләнеп ял ит. Арыраҡ бәҙрәф
эшләгәндәр, уныһы мотлаҡ түләүле.
Көнөнә меңәрләгән туристан әллә күпме
аҡса эшләргә була!
Хунзахтан йыраҡ түгел Рәсүл
Ғамзатовтың иҫтәлегенә арналған
«Аҡ торналар» мемориал комплексын,
Таш кәсәне, Матлас платоһын барып
күрҙек. Аҙаҡҡы урында тауҙың башында
мәсет, эргәһендә бөйөк рус яҙыусыһы
Лев Толстойға һәм уның повесының
геройы, авар халҡының милли батыры Хажи-Моратҡа арналған һәйкәл бар.
Стелаларҙың береһендә - яҙыусының
билдәле әҫәренән өҙөк яҙылған,
эргәһендә асыҡ китап һәм ҡаурый
ҡәләм һынландырылған, ә икенсе стелала аварҙарҙың бөйөк башлығы ХажиМораттың булат ҡылысы төшөрөлгән.
Был ике шәхес бер заманда йәшәһәләр
ҙә, тормошта улар күрешмәгән. Кавказда хеҙмәт иткән саҡта Лев Толстой был яугирҙың батырлыҡтары
тураһында ишетә, уның тарихы менән
ныҡ тәьҫирләнеп, факттарға таянып,
Хажи-Мораттың образын үҙ әҫәрҙәрендә
кәүҙәләндерә.
Ҡаф тауҙарында иң һоҡландырғаны һәм
әсир иткәне - һәр саҡ баш осонда күкте
иңләп осҡан бөркөттәр булды. Батшаларса ҡолас ташлап осҡан ғорур ҡоштар
тау халҡының холҡо, тыуған ерҙәренең
матурлығы символы булып тора.
Шулай итеп, күҙ асып йомғансы,
сәйәхәтебеҙ аҙағына ла яҡынлашты.
Дағстан буйлап сәйәхәт иткәндә төҙөк,
матур юлдарға иғтибар иттем. Һәр урында ялтырап торған асфальт түшәлгән.
Тау башындағы төпкөл ауылдарға ла газ
торбалары һуҙылған. Һәр өйҙә крандан
һыу аға. Барлыҡ ауылдарҙа ла мәсет, заправкалар бар. Төрлө сәтләүектәрҙән,
орлоҡтарҙан урындағы халыҡ урбеч тип
аталған пасталар эшләп һата. Уларҙы
бигерәк тә абрикослы бутҡаға ҡушып
ашарға яраталар. Әйткәндәй, дағтарҙың
баҡсаларында абрикос, персик, виноград
уңа. Уларҙан төрлө ҡайнатмалар, һуттар,
урбечтар эшләп туристарҙы һыйлайҙар.
Тау-ташлы урындарҙа ҡара ер ташып,
түтәлдәр эшләп, йәшелсәләр ҙә үҫтерә
егәрле халыҡ.
Кире Махачкалаға юл тотҡанда «Башнефть» заправкаһын күрҙем. Бензиндың
хаҡтары беҙҙәге кеүек үк. Беҙҙе бөтә
ерҙә оҙатып йөрөүсе Дауыт барыбыҙға ла
бүләктәр биреп, йылы хушлашып тороп
ҡалды.
Хуш, тауҙар иле! Мин бында көньяк
Дағстанды күрергә мотлаҡ киләсәкмен!
Милә МӘЗИТОВА.
Фотолар авторҙың архивынан.