Йәмғиәт
14 Июль 2025, 04:00

Ауыл хәбәрҙәре

Иҫәндәрҙең ҡәҙерен бел, үлгәндәрҙең ҡәберен бел, тигән халҡыбыҙ. Зыяратты таҙартыу, атай-әсәйҙәребеҙҙең, туғандарыбыҙҙың, ауылдаштарыбыҙҙың мәңгелек йортон тәртиптә тотоу мәңгелеккә киткәндәргә ихтирам билдәһе, ҙур һауаплы эш.

Ауыл хәбәрҙәреАуыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре

12 июль көндө Иҫәкәй зыяратын таҙартыу буйынса өмә уҙғарылды.

Ауылыбыҙҙың берҙәм ир-егеттәре тиҙ арала йыйылып, эшкә тотондо һәм тиҙ арала үләндәрҙе сабып та ҡуйҙы. Күпләп ямғыр ябыу сәбәпле, үлән шәп үҫкән.

Шундай берҙәм, аҡыллы, эшсән ир-егеттәребеҙгә дан һәм рәхмәт!

Автор:Мәҙинә Алтынбаева.
Читайте нас