Йәмғиәт
12 Июль 2025, 08:00

Йылды туйҙырыр мәл

Йәйҙең һәр ҡояшлы көнөн ауыл хужалығы тармағы эшсәндәре файҙа менән үткәреп ҡалырға тырыша.

Йылды туйҙырыр мәлЙылды туйҙырыр мәл
Йылды туйҙырыр мәл

Райондың иң эре хужалыҡтарының береһе булған «Лейтер Е.Г.» крәҫтиәнфермер хужалығы хеҙмәтсәндәрен Яңы Әптек ауылы эргәһендәге баҫыуҙа ҡыҙыу эш мәлендә тап иттек. Бында бойҙайҙың Экада 113 сорты сәселгән. Иван Фаткин «Туман-2» үҙйөрөшлө һибеү техникаһында баҫыуҙарҙы төрлө ауырыуҙарға ҡаршы фунгицидтар менән эшкәртә ине. Шулай уҡ трипстар, бөртөклө талпанға ҡаршы инсектицидтар һибелә. “Россельхозцентр” федераль дәүләт бюджет учреждениеһының Ишембай районы буйынса бүлеге начальнигы Илшат Әхмәтйәнов белдереүенсә, Ишембай районында баҫыуҙарҙы фунгицидтар менән эшкәртеү бары тик «Лейтер Е.Г.» хужалығында ғына башҡарыла.

- Беҙҙең хужалыҡта ике «Туман» техникаһы бар. Бер машина сменаһына яҡынса 400 гектар баҫыуҙы эшкәртә. Техниканың киңлеге - 28 метр. Минең менән бергә ошондай уҡ техниканы Иван Ларионов йөрөтә, - тип һөйләне Иван Фаткин.

Иван үҙе Стәрлетамаҡ районынан. Хужалыҡта бишенсе йыл эшләй. «Уңайлы шарттар булғанда, эшләүе лә кинәнес», ти ул. Иван шулай уҡ урып-йыйыу осоронда комбайн йөрөтә. Уңыш үҫтерергә, мал аҙығы әҙерләргә өлгөрөүҙе талап иткән мәл ул йәйге миҙгел. Механизатор Рим Ғәлләметдиновты Бәрҙәшле ауылы эргәһендә бесән сабыу мәлендә тап иттек. Хужалыҡта ике үҙйөрөшлө сапҡыс һәм ике тағылмалы сапҡыс бесән саба.

- Krone косилкаһы менән ZOOMLION RS 1304 тракторында эшләйем. Әле яҡынса 300 гектар бесән саптыҡ. Ике әйләндергес бесәнде әйләндерә. Шунан бесән пресланып, фермаға ташып алынасаҡ, - ти ул.

Көҙән ауылынан Рим Хәсән улы иң тәжрибәле механизаторҙарҙың береһе. Хужалыҡта 2007 йылдан бирле эшләй.

- Уҙған йыл менән сағыштырғанда быйылғы йәй уңышлыраҡ килде. Шулай ҙа йыш яуған ямғырҙар хужалыҡ хеҙмәтсәндәренең эшен бер аҙ тотҡарлай. Август-сентябрь аяҙ торғанда эшселәр тулы көс менән урып-йыйыу эштәрен башҡарасаҡ, - тип билдәләне Илшат Дилмәт улы.

Сенаж әҙерләү ҙә хужалыҡта ойошҡанлы башланған. Һәр кем ҡояшлы көндө мөмкин тиклем тулыраҡ файҙаланып ҡалырға тырыша, дөйөм уңышҡа тос өлөш индерә. Уҙған йыл юғары етештереүсәнле JAGUAR 850 класлы мал аҙығы йыйыу комбайны һатып алынған. Комбайн менән идара итеүсе Андрей Сухов бесәнде ваҡлап, сенажға әйләндерә.

Хеҙмәтсәндәр белдереүенсә, сенаж әҙерләүҙе ваҡытында башҡарыу мөһим, үҫемлектәрҙең туҡлыҡлылыҡ сифатының юғары булыуын иғтибарҙан ысҡындырырға ярамай.

Баҫыуҙарҙа эш ҡайнаған мәлдә хужалыҡтың келәт биналарын да яңы уңыш өсөн таҙартыу, буяу, дезинфекциялау башҡарыла. Сортировкалау агрегаттары ла үткән йылдың бойҙайынан таҙартыла, дезинфекциялана.

Йәйҙең һәр минуты ҡәҙерле. Баҫыу батырҙарына һөҙөмтәле эш, аяҙ көндәр теләйбеҙ.


Автор фотолары.

Йылды туйҙырыр мәл
Йылды туйҙырыр мәл
Йылды туйҙырыр мәл
Йылды туйҙырыр мәл
Йылды туйҙырыр мәл
Йылды туйҙырыр мәл
Йылды туйҙырыр мәл
Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас