Йәмғиәт
4 Июль 2025, 13:50

Ир-егет яуҙа һына-ла

1 июль – Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнө

Йыл һайын 1 июлдә Рәсәйҙә Хәрби хәрәкәттәр
ветерандары көнө билдәләнә. Мәҡәләм
геройҙары - Афған яуын үтеп ҡайтҡан Иҫкесәк
ауылы егеттәре Абдулхай Шәрипов менән
Исмәғил Таһиров. Утлы нөктәгә төрлө
йылдарҙа эләккән егеттәрҙе һуғыш иртә
олоғайтып, тормошҡа икенсе күҙлектән
ҡарарға өйрәткән. Сәстәренә сал йүгергән
ир-уҙамандары минең янда тыныс ҡына
хәтирәләре менән уртаҡлашып ултырһалар
ҙа, заманында ҡот осҡос мәхшәрҙе йырып
сыҡҡандар.

Төштәремә һаман инә Афған

Абдулхай Шәрипов Иҫкесәк урта мәктәбен тамамлағас
та 1981 йылда хеҙмәткә алына. Һамар ҡалаһында ярты
йыл сержант мәктәбен үтә. Имтихандар тапшырып, звание алғас, уны артабан сержанттар составы етешмәй тип
Төркмәнстандың Ашхабад ҡалаһына ебәрәләр.
- Ашхабадтан беҙҙе эшелондарға тейәп Ташкентҡа алып
киттеләр. Артабан «Урал» машиналарында Иран сигенә
килтерҙеләр. Тирә-яҡта сүллек, һыу юҡ, ҡояш ныҡ ҡыҙҙыра.
Торбаларҙан йылымыс хлорлы һыу килә. Уны эсеп тә булмай, уҡшыта. Вертолеттар төндә килеп төшәләр ҙә беҙҙе
төркөм-төркөм Афған еренә ташыйҙар. Ми-6 вертолеты
менән Кунгдуз ҡалаһына килеп төштөк. Вертолеттың тауышынан ҡолаҡтар тоноп, иҫәңгерәп торабыҙ. Яныбыҙға
дембелдәр йыйылыша башланы. Итектәребеҙҙе, китель,
фуражкаларыбыҙҙы талап алмаҡсылар. Уларҙы тынысландырыр өсөн беҙҙе оҙатып килеүсе автоматы менән
бер нисә тапҡыр һауаға атырға мәжбүр булды. Артабан
дивизияға килтереп, полктарға тараттылар.
Шулай итеп, Афғанстандың төньяғында урынлашҡан
Пули-Хумри ҡалаһына Башҡортостандан өс кеше -
Ҡырмыҫҡалынан Таһир, Салауат районынан Ринат тигән
егет һәм мин бер полкка эләктек. 201-се мотоуҡсылар
дивизияһында пулемет-гранатомет взводына командир булдым. Оҙатыу ротаһында, хәрби һаҡлауҙа хеҙмәт
итергә тура килде. Шул уҡ ваҡытта хәрби операцияларҙа
ла ҡатнаштыҡ. Ҡараңғы төшһә, тыныслыҡты боҙоп, атыш
башлана. Демобилизацияға бер ай ҡалғас, өс көнлөк полк
операцияһында ҡатнаштым. Таң һыҙылыу менән хәрәкәт
башланды. Тәүҙә артиллерия эшләй, һуңынан - зачистка.
Бер ҡышлаҡ янындағы алыш һаман да күҙ алдымда. Ауылға
дошмандар инеп тулғайны. Шунда засадаға эләктек. Башты күтәрерлек түгел, йәшенерлек урын юҡ. Взвод командирына аттылар. Ул иң алда ине, рацияһы эргәһендә ята.

Ярҙам саҡырырға башҡа мөмкинлек юҡ. Краснодарҙан бер
сос егетебеҙ булды. Ул алға шыуышып барып етеп, рацияны артҡа ташланы. Ярҙам һорай башланыҡ. Һуғышырлыҡ
биш-алты ғына кеше ҡалды. Ә ярҙам юҡ та юҡ. Тағы ла
ярты сәғәттән бер кем дә ҡалмаясаҡ тигәс кенә, гусеница
тауыштары ишетелә башланы. Мәйеттәрҙе йыйып тейәп,
яралыларҙы оҙатҡас, полк командиры ҡышлаҡты ер менән
тигеҙләргә приказ бирҙе.Ҡатын-ҡыҙ, бала-сағалар сығып
бөткәйне. Духтар пәрәнжәләргә уранып ҡасып маташа.
Бер мәл мине комбат саҡырта. Үҙеңдекеләрҙе оҙатып
бар, ти. Ҡараһам, хәрби иптәштәремдең мәйеттәре ята.
Ундағы ҡан, мәйет еҫе. Көн ныҡ эҫе ине. Кузовтарға тейәп,
юлға сыҡтыҡ. Шул ваҡытта үҙемде контролдә тотоуы бик
ауыр булды. Ундай тойғоно хәҙер әйтеп аңлатып та булмай. Ярһыуҙы баҫа алмай КПВТ пулеметын ауыл яғына
борҙом... Водитель сығып нимә эшләйһең ул тигәс кенә
аңыма килдем. Ул яуҙа беҙ ике офицерҙы, ун һалдатты
юғалттыҡ. Һуғышты хәҙер бер нисек тә онотоп булмай, шуның менән йәшәргә өйрәнәһең. Әрмегә тиклем
мәйеттәрҙән ҡурҡа инем, Афғандан һуң тыныс ҡарай башланым. Олатайым вафат булғас, мәйет эргәһендә шәм
яҡтыһында бер үҙем төн ултырып сыҡтым. Ул ваҡытта ауылда ут та юҡ ине, - тип иҫләй ветеран.
Абдулхай Шәрипов артабан Ишембайҙа милиция бүлегендә эшләй. 2000 йылда Чечняға эш буйынса йүнәлтелә, унда өс ай булып ҡайта. 2002 йылда –
Грозныйҙа, 2003 йылда Урус-Мартанда булырға тура килә.
Яҡташыбыҙ 2005 йылда хаҡлы ялға китә.

Бөгөнгө көндә Көҙән ауылында ҡатыны Резеда менән
донъя көтә. Дүрт балаға атай булған ул. Ил алдындағы бурысы, яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн СССР Юғары
Советының Почет грамотаһы, “Рәхмәтле Афған халҡынан”,
“Ҡаһарманлыҡ өсөн”, “Йәмәғәт тәртибен һаҡлаған өсөн”,
“Кавказда хеҙмәте өсөн” һәм башҡа миҙалдар менән
бүләкләнгән.

- Афған һуғышы әле булһа ла төштәремә инә. Беҙ
күргәнде үҫеп килеүсе быуын күрмәһен, тип теләйем.
Әлеге мәлдә махсус хәрби операцияла йөрөгән
егеттәребеҙгә иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға насип булһын,
- ти яугир-интернационалист.

Әрмелә хеҙмәт итеү ғорурлыҡ булды

Киләһе геройыбыҙ ҙа Иҫкесәк ауылында тыуып үҫә. Беренсе класты тамамлағас, ғаиләһе менән Сәлих ауылына
күсенәләр. Мәктәптән һуң Ишембай нефть техникумын тамамлай һәм 1986 йылдың ноябрендә әрме сафына алына.
Хәрби әҙерлекте ул Төркмәнстандың Иолотань ҡалаһында
үтә. КПВТ пулеметының наводчигы була.

- 1987 йылдың майында Ҡабул ҡалаһына остоҡ.
Әҙерлек үткән саҡта уҡ беҙҙе Афғанстанға ебәрәсәктәрен
аңланыҡ. Әммә берәү ҙә баш тартманы. Хәрби бурысты үтәргә кәрәк, тип ҡабул иттек. Сөнки беҙҙең заманда әрмелә хеҙмәт итеү - ғорурлыҡ һаналды. Тәүҙә
Афған иленә өйрәнеп китеүе еңел булманы. Өйҙәр
- балсыҡтан, иртә менән аҙан тауыштары, көйҙөргөс
ҡояш нурҙары. Казармала тәртип бөтөнләй икенсе ине.
Дедтар үҙҙәренең ҡаты тәртибен булдырған. Шул саҡта
яҡташлыҡ көсөнөң ҙур әһәмиәткә эйә булыуын аңланым.
Хатта Силәбе, Ырымбур өлкәһенән килгән һалдаттарҙы
яҡташтар һымаҡ күрҙек. БТР-ҙа колонналарҙы Багран,
Джелалабад һәм башҡа йүнәлештәргә оҙатып йөрөнөк.
Үҙебеҙ менән ҡоро паектар, автомат, бронжилет, хәрби
припастар менән 70 килограмлыҡ йөк ала инек. Гильзаны
асып, дарыны түгеп, исем-фамилиябыҙҙы, ниндәй ҡан
төркөмө булыуын ҡағыҙға яҙып һала инек. Таңғы биштә
юлға сығабыҙ. Алдан БТР бара, артабан һалдаттар,
аҙыҡ-түлек, техника тейәлгән машиналар, һуңынан беҙ
оҙатып барабыҙ. БТР-ҙа пулемет тора, атыш башланһа,
ситкә сығып, күҙәтеп колоннаны оҙатып торам. Кис етә
башлаһа, дошмандар әүҙемләшә. Улар иң алда барған
машиналарҙы шартлатырға тырыша. Афғанстандан
ғәскәрҙәрҙе сығарыу башланғас, заставаға ҡуйҙылар.
Колоннаны үткәреп ебәреү беҙҙең төп бурыс булды. Ике
аҙна яттыҡ. Ашарыбыҙға бөтә башланы. Башта «сечка»
тип аталған ярманы бутҡаһы тәмһеҙ сыға тип ташлап
бөткәйнек, аҙаҡ кире ашарға булдыҡ. Бер заман тамсы
ла һыу ҡалманы. Ул ваҡытта ҡоро паектар менән фильтр
бирәләр ине. Уны бысраҡ һыуға, йәки күләүеккә һалһаң,
таҙа һыу йыя. Шуны телгә һалып, ауыҙҙы сылатабыҙ.
Ҡаршы яҡтан көнө-төнө беҙҙе снайпер күҙәткәнлектән,
замполит һыуға ебәрмәй. Һыуҙың ҡәҙерен шунда белдем. Беҙҙәге Башҡортостандағы кеүек шишмәләр юҡ
шул. Рөхсәт булғас та, йәш һалдаттарҙы феләктәр менән
йылғаға төшөрөп ебәрҙек. Былар юҡ та юҡ. Оҙаҡ ҡына
ваҡыт үткәс, ҡайҙандыр ишәк эйәртеп, өҫтөнә феләктәрҙе
аҫып ҡайтып киләләр, - тип хәтерләй яугир.

Тыуған яғына 1988 йылдың аҙағында ҡайтырға тейеш булһа ла, Афғанстандан Совет ғәскәрҙәрен сығарыу
башланып, яңы килгәндәрҙе унда ебәреү дөрөҫ түгел
тип, Исмәғил Яҡуп улын 1989 йылдың ғинуарына тиклем
ҡалдыралар. Үҙе тыныс ҡына, йылмайып һөйләп ултырһа
ла, ҡан ҡойошло һуғышта күпте күрергә тура килә. Колоннаны оҙатҡан саҡта, алдағы БТР минаға эләгеп шартлай,
атыш башлана. Шунда ул ут эсенән ике егетте һөйрәп
сығара. Был батырлығы өсөн «Ҡаһарманлыҡ өсөн»
миҙалына лайыҡ була. Ҡабулдан Ташкентҡа самолетта, ә Башҡортостанға поезда ҡайтырға сыға. Ырымбур
ҡалаһына килеп еткәс, тыуған яҡҡа ҡайтып етеп киләм бит
тип, шунда төшөп ҡала.

- Ишембайға төнгө ун икелә килеп төштөм. Бер килке ҡайҙа икәнлегемде аңламай торҙом. Киткәндә иҫке
автовокзалдан ултырып киткәйнек. Сәлихҡа йәйәүләп
ҡайтырға сыҡтым. Төнгө дүрттәргә ҡайтып етеп, ишек
шаҡыным. Төн йоҡоларын йоҡламай, ут йотоп йөрөгән
әсәйем ишекте асты, - ти яугир.

Ҡайтып бер аҙ ял иткәс, ул комбинатҡа эшкә урынлаша.
Әммә тән температураһы көн һайын күтәрелеп, хәле бөтә
башлай. Табиптар уны төрлөсә дауалап ҡарай. Һуңынан
бер табип: «Был егет Афғанда булған бит әле», - тип малярия ауырыуына анализ бирергә ҡуша. Диагноз раҫланып,
кисекмәҫтән дауалауҙы башлайҙар.

- Ҡайтҡан ваҡытта беҙгә был ауырыуҙан дарыуҙар
биргәйнеләр, ул ваҡытта һап-һау булғанға күрә, ырғытып
ҡына киткәйнек шул, - ти ул.

Исмәғил Таһиров 1989 йылдан алып «Газпром нефтехим Салауат» заводында әйҙәүсе инженер-механик булып эшләй. Аҙнай ауылынан Вәсилә тигән ҡыҙға өйләнеп, ике балаға ғүмер бирәләр.

Ике геройым да бөгөнгө көндә әүҙем гражданлыҡ
позицияһын алып бара. Мәктәптә үткән батырлыҡ
дәрестәрендә көтөп алынған ҡунаҡ улар. Махсус хәрби
операциялағы яҡташтарыбыҙға гуманитар ярҙам йыйыуҙа
ла тос өлөш индерәләр. Яңыраҡ ҡына алғы һыҙыҡҡа УАЗик машинаһын оҙатҡандар. Шулай уҡ, яуҙа һәләк булған
егеттәрҙең ата-әсәләренә лә йыл һайын ярҙам итәләр.

Автор:Миля Мазитова
Читайте нас