

Белгестәр ҡан аласаҡ, биохимик анализдар эшләйәсәк, пациенттарға төрлө һорауҙар буйынса консультация уҙғарасаҡ.
“Сәләмәтлек поезы”графигы:
30 июнь - 1 июль - Ҡолғона ауылы;
2-4 июль - Петровск ауылы;
7-8 июль - Маҡар ауылы;
9 июль - Верхотор ауылы;
10-11 июль - Этҡол ауылы;
14-15 июль - Яңы Әптек ауылы;
16-18 июль - Ишәй ауылы.
Акция ауыл халҡына ҡалаға бармайынса төрлө белгестәргә күренеү мөмкинлеген бирә. Бушлай медицина тикшеренеүен үтер өсөн паспорт, мотлаҡ медицина страховкалау полисы һәм СНИЛС кәрәк буласаҡ. Белгестәргә күрше ауылдар халҡы ла күренә ала.
Фото: Гөлнора Йәмилева