Йәмғиәт
12 Июнь 2025, 11:00

Ишембайҙар Рәсәй Көнөн билдәләне

Рәсәй көнө уңайынан бөгөн ҡалабыҙҙың Ленин исемендәге майҙанында байрам концерты уҙҙы.

Ишембайҙар Рәсәй Көнөн билдәләнеИшембайҙар Рәсәй Көнөн билдәләне
Ишембайҙар Рәсәй Көнөн билдәләне

Ижади коллективтар ишембайҙарҙы үҙ сығыштары менән шатландырҙы. Муниципаль район хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов ҡалабыҙҙың йәмғиәт һәм сәйәси тормошонда әүҙем ҡатнашыусы яҡташтарға, махсус хәрби операциялағы яугирҙарға ярҙам итеүселәргә һәм уларҙың ата-әсәләренә рәхмәт хаттары тапшырҙы. 

Биш һәм унан ла күберәк бала табып үҫтергән әсәләр "Әсәлек даны" миҙалы менән наградланды. 

Матур йола буйынса был көндө сәхнә түренә 14 йәше тулған үҫмерҙәр ҙә күтәрелде. Уларға тантаналы рәүештә паспорт тапшырылды. 

Ленин исемендәге майҙанда шулай уҡ төрлө спорт һәм ижади майҙансыҡтар эшләне.

 

Фото: Ирина Вахонина

Ишембайҙар Рәсәй Көнөн билдәләне
Ишембайҙар Рәсәй Көнөн билдәләне
Ишембайҙар Рәсәй Көнөн билдәләне
Ишембайҙар Рәсәй Көнөн билдәләне
Ишембайҙар Рәсәй Көнөн билдәләне
Ишембайҙар Рәсәй Көнөн билдәләне
Ишембайҙар Рәсәй Көнөн билдәләне
Ишембайҙар Рәсәй Көнөн билдәләне
Ишембайҙар Рәсәй Көнөн билдәләне
Ишембайҙар Рәсәй Көнөн билдәләне
Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас