Йәмғиәт
6 Июнь 2025, 12:00

Ҡорбан – бөйөк байрам

Мосолмандарҙың изге байрамы - Ҡорбан ғәйетен Этҡол ауылы халҡы ҙур күтәренкелек менән ҡаршы алды.

Ҡорбан – бөйөк байрамҠорбан – бөйөк байрам
Ҡорбан – бөйөк байрам

Иртә менән байрамса кейенгән ауылдаштар мәсеткә барҙы. Изге йорттоң имам-хатибы Рәсүл хәҙрәт йыйылған халыҡты  байрам менән ҡотланы, вәғәз һөйләне, Ҡорбан  ғәйетенең мәғәнәһе нимә булыуын аңлатты.

Артабан хөтбә намаҙы, мосолман ҡәрҙәштәр байрам табынында һыйланғандан һуң ҡөрьән аяттары уҡылды.

Мәсеттә уҙған һәр бер байрам табынын әҙерләүсе ҡатын - ҡыҙҙар: Нәбиуллина Рәйсә, Заһиҙуллина Нәзилә, Ҡыҙрасова Гәүһәр апайҙарға Ҡорбан ғәйетенә килгән ауылдаштар исеменән оло рәхмәтебеҙҙе белдерәм. Аяҡ - ҡулдарығыҙ һыҙлауһыҙ булһын!

Ошо изге байрам көнөндә ныҡлы һаулыҡ, именлек, тыныслыҡ һәм барлыҡ изге эштәрегеҙҙә уңыштар теләйем !

Ҡорбан – бөйөк байрам
Ҡорбан – бөйөк байрам
Ҡорбан – бөйөк байрам
Ҡорбан – бөйөк байрам
Ҡорбан – бөйөк байрам
Ҡорбан – бөйөк байрам
Ҡорбан – бөйөк байрам
Ҡорбан – бөйөк байрам
Автор:Гөлдәр ЙӘРМӨХӘМӘТОВА.
Читайте нас