

Уҡытыусы! Ниндәй бөйөк исем!
Ошо исемдән дә юғарыраҡ ниндәй исем бар?!
Күңелем тулы рәхмәтем бар,
Йырҙа әйтеп бөтмәҫ хисем бар!
Кем ул уҡытыусы? Икенсе әсәйме, әллә белем тауының иң бейек баҫҡысына үрләргә ярҙам итеүсеме? Бәлки, ҙур тормошҡа әҙерләүселер? Ниндәй генә һорау ҡуйһаҡ та, уҡытыусы һәр кем өсөн, һәр заманда ла иң хөрмәтле, иң абруйлы, иң ихтирамлы кеше булып ҡала. Һәм был исемде йөрөтөр өсөн ниндәй көс, ҡеүәт, тырышлыҡ, сабырлыҡ, ынтылыш, ныҡышмалылыҡ кәрәк икәнлеген уҡытыусы үҙе генә беләлер.
Эйе! Уҡытыусы булыу һәр кемгә лә бирелмәй. Яғымлы, изге күңелле, балалар менән уртаҡ тел таба белгәндәр генә ошо һөнәрҙе һайлайҙыр.
30 май көндө Эткол күп функциялы ауыл клубында Эткол урта мәктәбендә 35 йыл ғүмерен башланғыс класс балаларына бағышлаған уҡытыусыбыҙ, хеҙмәт ветераны, мәғәриф алдынғыһы, Башҡортостан Республикаһының мәғәриф министрлығының Почет грамотаһы, башҡа диплом-грамоталар менән бүләкләнеүсе Мәрйәм Мөхәмәт ҡыҙы Иманғолованың 80 йәшлек юбилейы гөрләп үтте.
Кисәне Эткол ауылы хакимиәте башлығы Илгизәр Плюр улы Ихсанов ҡотлау һәм рәхмәт һүҙҙәре менән асып ебәрҙе. Юбилярҙы ҡотларға балалары, хеҙмәттәш, ветеран уҡытыусылар, коллегалары, туғандары, күршеләре, төрлө йылдарҙа башланғыс белем алған уҡыусылары килгәйне.
Кисә ҡотлау, рәхмәт һүҙҙәре, хәтирәләргә бирелеү менән бер рәттән, йыр- моң, бейеүҙәр менән үрелеп барҙы.
Сәхнәгә ғашиҡ Мәрйәм Мөхәмәт ҡыҙы менән Ғаммар Ғәббәс улының талантлы, үҙ урынын сәнғәт юлынан тапҡан өс ҡыҙының, ейән- ейәнсәрҙәренең сығыштары үҙе генә лә ни торҙо!
Нурия менән Фәүриә өҙҙөрөп йыр йырлаһа, Әнисә үҙенең ҡыҙы менән күбәләктәй осоп йөрөп бейеүе менән күңелдәрҙе арбаны.
Алсаҡ, мөләйем, кешелекле, кеселекле, бары ыңғай сифаттарҙы ғына үҙенә туплаған, оло ихтирамға лайыҡ булған Мәрйәм Мөхәмәт ҡыҙына бәхет-шатлыҡтарҙан торған оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, яҡындарының, балаларының, ейән- ейәнсәрҙәренең ҡәҙер-хөрмәтен генә күреп, күңел тыныслығында 90, 100 йәшлек юбилейын да ҡаршы алырға яҙһын тигән теләктә ҡалабыҙ!