Араҡы урынына самогон ҡулланырға ла ярай. Уның составына ингән майҙар өҫтәмә ҡыҙҙырыу эффектын бирә.
Был төнәтмә нервы күҙәнәктәре менән бәйле сирҙәргә ярҙам итә. Мәҫәлән, сәнсеп-сәнсеп бил ауыртҡанда. Йәки тубыҡтарығыҙ һыҙлағанда, баҫҡыстан менеүе-төшөүе ауыр булғанда.
Был төнәтмәне һыҙлаған урынға һөртөп, йылы шәл кеүек әйбер менән төрөп ҡуйығыҙ. бер нисә минуттан һыҙланыуығыҙ баҫылып ҡалыр.