Йәмғиәт
16 Май 2025, 08:00

Эй, ерем, тупрағыңдан икмәк еҫе аңҡый

Тәбиғәттең ыуыҙ ғына сағы, ә баҡса эштәренең ҡыҙыу мәле. Баҫыуҙарға техника сыҡты, ҡара тупраҡҡа орлоҡ төштө – мул уңыш көтөп алаһы ғына ҡала. Шулай, ер тырыштарҙы үҙ итә, аҙаҡ төрлө ниғмәттәре менән рәхмәтен еткерә.

Эй, ерем, тупрағыңдан икмәк еҫе аңҡыйЭй, ерем, тупрағыңдан икмәк еҫе аңҡый
Эй, ерем, тупрағыңдан икмәк еҫе аңҡый

Ошо шишәмбе беҙ баҫыуға сыҡтыҡ, унда һәр саҡ ниндәйҙер бер тулҡынландырғыс тойғо кисерәһең. Өҫтәлебеҙгә килеп ятҡан икмәктең ерҙә нисек итеп үҫтерелгәнен күргән өсөндөр, тип уйлайым...

Беҙ тәүҙә «Лейтер Г.Г.» крәҫтиән-фермер хужалығының машина-трактор станцияһына һуғылдыҡ. Ошо саҡта Геннадий Григорьевич хеҙмәткәрҙәре менән һөйләшеп тора ине, унан яҡшы хәбәр ишеткәс, беҙҙең дә кәйеф күтәрелде.

- Быйыл эшләүе күпкә еңелерәк. Бөгөнгө көнгә сәсеү эштәренең 55-56 проценты үтәлде. Май айының һалҡын тороуы, ерҙән дымдың китмәүе сәсеү өсөн уңышлы булды. Әлбиттә, күп нәмә һауа торошонан да тора. Ямғыр туҡтау менән механизаторҙар эшкә тотона. Сәсеүгә тиклем барлыҡ баҫыуҙар һөрөлдө, махсус ҡорамалдар менән тулыһынса йомшартылды. Минеңсә, сәсеү эштәре ваҡытында тамамланасаҡ, - тип ихлас уртаҡлашты Геннадий Лейтер. – Шулай уҡ, тәүлек әйләнәһенә эшләгән механизаторҙарҙы билдәләп үтергә теләйем. Улар – Илнур Рафиҡов, Рим Ғәлләметдинов, Андрей Сухов, Роман Ямщиков, Владимир Ямщиков, Сергей Вотинцев. Егеттәр афарин, иртәндән төнгә тиклем эшләйҙәр. Ә ҡайһы саҡта төндә лә эшләргә тура килә. Мәҫәлән, кисә төштән һуң сыҡҡайнылар, эштәрен иртәнге алтыға тамамланылар. Баҫыуҙа ике сәғәт йоҡлап алғас, бөгөн сәсеүҙе тағы дауам иттеләр.

Артабан баҫыуҙарға юлландыҡ. Беҙҙе “Россельхозцентр” федераль дәүләт бюджет учреждениеһының Ишембай районы буйынса бүлек начальнигы Илшат Әхмәтйәнов оҙатып йөрөнө.

- Әлеге көнгә 1000 га ерҙә – көнбағыш, 400 га ерҙә – һоло, 250-300 га ерҙә бойҙай сәселде. Бөгөн арпа сәсергә сығабыҙ, - тип белдерҙе Илшат Дилмәт улы. – Артабан 200 га ерҙә – вико-һоло, 400 га ерҙә – кукуруз, 200 га ерҙә етен сәселәсәк. Шул уҡ ваҡытта һолоға химик утау башҡарыла. 

Беҙ барған тәүге баҫыу Михайловка һәм Йәнырыҫ ауылдары араһында урынлашҡан. Унда ике техника эшләй. Бына хәҙер механизаторҙар менән танышырбыҙ, тип көтәбеҙ. Юҡ инде, уларға һәр секунд ҡәҙерле, ямғыр яуып ҡуйһа, тип хафаланалар. Шулай ҙа берәүһен бер нисә минутҡа ғына эшенән бүлдерә алдыҡ. Был механизатор Көҙән
егете Рим Ғәлләметдинов ине.

- Мин «Лейтер Г.Г.» крәҫтиән-фермер хужалығында 12 йыл эшләйем. Хужабыҙ беҙгә ҡарата итәғәтле, иғтибарлы. Эш хаҡы ла ярайһы. Бөгөн был баҫыуҙа көнбағыш сәсәбеҙ. Артабан ошо уҡ техника менән кукуруз сәсәсәкбеҙ, - тине Рим. – Мин эшләгән техниканың сәсеү комплексы «HORSCH» фирмаһыныҡы. Ул – һигеҙ рәтле. Уның ярҙамында сәсеүҙе теүәл генә башҡарып була. Орлоҡто ниндәй тәрәнлектә сәсеү компьютер аша билдәләнә һәм яйға һалына.

Ошо уҡ баҫыуҙа эшләгән тағы бер механизатор Илнур Рафиҡов «John Deere» тракторы һәм «HORSCH» сәсеү комплексы менән идара итә. Рим үҙ сменаһына 70 га ерҙә сәсһә, Илнур 100 га ерҙе эшкәртеп өлгөрә.

Бер ыңғайҙан Бәрҙәшле ауылы янындағы баҫыуға ла һуғылдыҡ. Унда «Amazone – DMC 9000» сәсеү комплекслы ике «Кировец» тракторы эшләп йөрөй ине.

- Беҙ әле ярауай бойҙай сәсеү менән мәшғүл. Быға тиклем һоло сәстек. Техника ярҙамында орлоҡтар 5-7 см тәрәнлеккә сәселә, - тип ҡаршы алды беҙҙе механизатор Андрей Сухов. – Беҙ эште 1 майҙа башлағайныҡ, һауа торошона ярашлы, көн дә эшләргә тырышабыҙ. Төнгө 11 сәғәткә тиклем йөрөргә лә тура килә – ер, миҙгел эше бит ул.

Андрей Сухов был крәҫтиән-фермер хужалығында 2009 йылдан алып эшләй. Ул 1999 йылда 88-се Петровск һөнәрселек училищеһын тамамлай. 2003-2005 йылдарҙа армияла хеҙмәт итә, ҡайтҡас үҙен төрлө һөнәрҙә һынап ҡарай. Барыбер ер эшенә әйләнеп ҡайта.

- Минең ата-әсәйем, олатай-өләсәйҙәрем йә фермала мал ҡараған, йә баҫыуҙа ер һөргән, иген сәскән һәм уңыш йыйған. Шуға ла был эш миңә яҡын, баҫыуҙа үҙемде иркен тоям.

Төш ваҡыты етте. Беҙҙе Геннадий Лейтерҙың ашханаһына сәй эсергә саҡырҙылар. Водитель, беҙҙе сәйгә саҡыралармы ни, тип аптыраһа ла, ҡырҡҡан туҡмаслы аш, былау менән һыйланылар. Хеҙмәткәрҙәрҙең туҡланыуын бына шулай хәстәрләй Геннадий Григорьевич.

Әйтергә кәрәк, ашхана урынлашҡан бинала күп үҙгәрештәр күҙәтелә. Беренсе ҡатта, ашхананың үҙендә, тулыһынса ремонт эшләнгән. Икенсе ҡат йәки хеҙмәткәрҙәр ятағы әлеге мәлдә яңыртыла. «Лейтер Г.Г.» крәҫтиән-фермер хужалығында иҫәптә тороп эшләгәндәр ҙә, ситтән килеп ялланғандар ҙа – барыһы ла ҡәнәғәт.

Кеше бәхете өсөн тағы нимә кәрәк? Икмәк булһын да донъялар тыныс торһон...


Автор фотолары.

Эй, ерем, тупрағыңдан икмәк еҫе аңҡый
Эй, ерем, тупрағыңдан икмәк еҫе аңҡый
Эй, ерем, тупрағыңдан икмәк еҫе аңҡый
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас