Йәмғиәт
11 Май 2025, 04:00

Иҫәненең ҡәҙерен бел, үлгәненең ҡәберен бел

Кисә, 10 май, Аҙнай, Хажы ауылдары халҡы зыяратҡа өмәгә сыҡты.

Иҫәненең ҡәҙерен бел, үлгәненең ҡәберен белИҫәненең ҡәҙерен бел, үлгәненең ҡәберен бел
Иҫәненең ҡәҙерен бел, үлгәненең ҡәберен бел

Йылдағыса ауылдашым Фәнир әреүахтарыбыҙҙың рухтарына бағышлап ҡөръән аяттары уҡып доға ҡылһа, өмәгә килгән һәр кем үҙ яҡындарының ҡәберлектәрен, тирә- яғын таҙартып, көҙҙән ҡалған сабылған үләндәрҙе, ағастарҙың ҡороған ботаҡтарын һәм башҡа сүп - сарҙы тейәп түгеүгә берҙәм тотондо.

Хажынан Ришат Ғәлиуллин менән Айнур Баязитов машина менән килһәләр, Аҙнайҙар Фаил еҙнә менән Винер кейәү арба таҡҡан мопед менән килеп, Аҙнай-Хажы зыяратын ялтлатып ҡайтты. Ир-егеттәрҙең күп булыуы эште тиҙ һәм ырамлы итте. 

Беҙҙең ауыл халҡының уңғанлығы һәм берҙәмлеге хаҡында күпме яҙһаң да арттырыу булмаҫ!

Түбән яҡта ла халыҡ күмәк сыҡҡан. Аллаһы Тәғәлә һәр кемгә сауаптарын насип әйләһен!

Иҫәненең ҡәҙерен бел, үлгәненең ҡәберен бел
Иҫәненең ҡәҙерен бел, үлгәненең ҡәберен бел
Иҫәненең ҡәҙерен бел, үлгәненең ҡәберен бел
Иҫәненең ҡәҙерен бел, үлгәненең ҡәберен бел
Иҫәненең ҡәҙерен бел, үлгәненең ҡәберен бел
Иҫәненең ҡәҙерен бел, үлгәненең ҡәберен бел
Иҫәненең ҡәҙерен бел, үлгәненең ҡәберен бел
Автор:Рәйфә ИМАНҒОЛОВА.
Читайте нас