Йәмғиәт
30 Апрель 2025, 17:00

Рәхмәт һеҙгә, янғын һүндереүселәр!

Бөгөн, 30 апрель, иң яуаплы, иң хәүефле һөнәр эйәләре - янғын һүндереү хеҙмәте көнө. Шул уңайҙан Этҡол моделле ауыл китапханаһында "Янғын һүндереүсе һөнәре бар" тигән сара уҙҙы. 

Рәхмәт һеҙгә, янғын һүндереүселәр!Рәхмәт һеҙгә, янғын һүндереүселәр!
Рәхмәт һеҙгә, янғын һүндереүселәр!

Этҡол ауылының ирекле янғын һағы һәм Һайран ауылының янғын-ҡотҡарыу часы хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуға Этҡол мәктәбе уҡыусылары саҡырылды. Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илгизәр Ихсанов сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, янғын һүндереүселәргә еңел булмаған һәм яуаплы хеҙмәттәрендә уңыштар теләне. Шулай уҡ Илгизәр Плюр улы 7-се класс уҡыусыһы Данил Булатовҡа Рәхмәт хаты тапшырҙы. Данил иғтибарлы булып, күрше йортта сыҡҡан янғынды иң беренсе күреп ҡала һәм янғын һүндереүселәргә хәбәр итә. Тап уның ярҙамы менән янғын тиҙ арала һүндерелә. 

Янғын һүндереүселәр уҡыусылар менән аралашып, янғын сығыуҙың төп сәбәптәрен атаны, ниндәй әйберҙәргә ут тиҙ тоҡаныуын аңлатты, янғын һүндереү ҡорамалдарын ҡулланырға өйрәтте. Осрашыу һуңында балалар тышта торған янғын һүндереү техникаһы менән яҡындан танышты. Шулай итеп уҡыусылар янғын хәүефһеҙлеге тураһында белемдәрен дә байытты, ысын геройҙар менән дә танышты.  

 

Фото: https://vk.com/id353426037

Рәхмәт һеҙгә, янғын һүндереүселәр!
Рәхмәт һеҙгә, янғын һүндереүселәр!
Рәхмәт һеҙгә, янғын һүндереүселәр!
Рәхмәт һеҙгә, янғын һүндереүселәр!
Рәхмәт һеҙгә, янғын һүндереүселәр!
Рәхмәт һеҙгә, янғын һүндереүселәр!
Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас