Йәмғиәт
30 Апреля 2025, 09:00

Ауылдаштар проекттан ҡәнәғәт

2017 йылда Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы сиктәрендә (ППМИ) Алаҡай ауылы клубының бинаһы ремонтланды.

Ауылдаштар проекттан ҡәнәғәтАуылдаштар проекттан ҡәнәғәт
Ауылдаштар проекттан ҡәнәғәт

Артабан уның ҡыйығы өлөшләтә шифер менән яңыртыла. Иҫке шифер таҡталары емерелеү сәбәпле, «Алаҡай» территориаль йәмәғәт үҙидаралығы профнастил менән ҡапларға хәл итә.

Скворчиха ауыл Советы хакимиәте башлығы Сәлимә Герасименко белдереүенсә, был ремонтҡа әҙерлек эше 2021 йылда башлана, ул саҡта ауылдаштар «Айыҡ ауыл» республика конкурсының район этабы сиктәрендә Гран-при яулаған була. Ошо уҡ йылда 100000 һумлыҡ сертификатҡа профнастил һатып алына.

Шул уҡ ваҡытта алаҡайҙар йыл һайын «Бәләкәй тораҡ пункттарҙың иң яҡшы Яңы йыл биҙәлеше», «Иң яҡшы бәләкәй тораҡ пункт» ҡатнаша һәм призлы урындарға лайыҡ була.

«Атайсал – кесе Ватан» проекты ла әүҙем йәйелдерелгән: 56000 меңлек сертифакатҡа тағы өҫтәмә рәүештә профнастил һәм ағас материалдар һатып алына. Етмәгән материалдарҙы, тап ағасты, беркеткестәрҙе һәм герметиктарҙы һатып алыуҙа «Ғиззәтуллина Л.Р.» крәҫтиән-фермер хужалығы (59000 һум), территориаль йәмәғәт үҙидаралығының ағзалары Булат Тимеров (5000 һум), Павел Евдокимов (5000 һум), Марат Ишбулатов (5000 һум) һәм Рафаэль Ишкинин (3000 һум) ярҙам күрһәтә.
Брустарҙы, беркеткестәрҙе сәскәләр үҫентеләрен һатыуҙан килгән 17000 һумға һатып алалар. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары өмәселәргә тәмле аш-һыу әҙерләп тора. Ирҙәр ауыл клубы бинаһының ҡыйығын ғына түгел, ә хужалыҡ блогыныҡын да алыштыра.

- Ауыл бәләкәй булһа ла, уның халҡы бик әүҙем. Ҡаланан ҡайтып ярҙам итеүселәр ҙә булды, - тип ихлас уртаҡлашты ауыл клубы мөдире Рәмилә Ҡасҡынова. – Ауылдаштар проекттан ҡәнәғәт, сараларҙы йыш ойоштороп торабыҙ, хатта ҡунаҡҡа башҡа райондан киләләр.

 

Фото Скворчиха ауыл Советы хакимиәте архивынан.

Ауылдаштар проекттан ҡәнәғәт
Ауылдаштар проекттан ҡәнәғәт
Ауылдаштар проекттан ҡәнәғәт
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас