

Хажы ауылы халҡы ла бөгөн, 27 апрель, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ауылдаштар иҫтәлегенә ҡуйылған обелиск эргәһендә өмә уҙғарҙы. Ҡатын-ҡыҙҙар ҡоро үлән, ағас ботаҡтарын йыйып алып, буяу эштәре менән булһа, ир-егеттәр элекке таш келәтте боҙҙо. Уның эре таштары ауыл уртаһынан ағып ятҡан Шиҙе йылғаһы ярҙарына ташып һалынды.
- Өмәлә ҡатнашыусыларҙың бөтәһенә лә рәхмәтлемен. Ватсаптағы ауыл чатына бер иғлан яҙыуым булды, ауылдаштар шул тиклем дәррәү йыйылып сыҡты. Бөтәһе утыҙҙан ашыу кеше булып киттек! Ҡайта алмағандар ҙа ярҙам ҡулы һуҙырға тырышты: Айгөл Таштимерова буяу биреп ебәрҙе. Тракторы менән ярҙам итеүсе Ришат Ғәлиуллинға бик ҙур рәхмәт. Барыбыҙға ла иҫәнлек-һаулыҡ, артабан да ауылыбыҙҙы шулай матурлап, Бөйөк Еңеү көнөн бергә ҡаршылайыҡ, - ти өмәне ойоштороусы Зилә Фәйезова.
Эш һуңында өмәселәр Ҡарағайлы тауындағы ҡойоға менеп, уның эргә-тирәһен дә матурланы. Күмәк эштең һөҙөмтәһен күреүе бик тә күңелле!