Йәмғиәт
26 Апрель 2025, 13:00

Проект тамамланды, хеҙмәттәшлек дауам итә

15 апрелдә Ишембайҙа “Алға – сәскә атҡан Башҡортостанға!” проектының финалы үтте, ул һөнәр, спорт һәм илһам байрамына әүерелде. Әммә финал тураһында һөйләр алдынан, әйҙәгеҙ, бергәләп үткән юлыбыҙҙы иҫкә төшөрәйек.

Проект тамамланды, хеҙмәттәшлек дауам итәПроект тамамланды, хеҙмәттәшлек дауам итә
Проект тамамланды, хеҙмәттәшлек дауам итә

Йыл буйына беҙ, шулай уҡ “Восход”, “Выбор” һәм “Салауат” гәзиттәре журналистары “Алға” махсус иҡтисади зонаһының нимә менән йәшәүе - сәнәғәт тормошоноң ҡайнап тороуы, заманса производстволар булдырылыуы, киләсәк костюмдары тегелеүе хаҡында яҙҙыҡ.

Беҙ фабрикаларҙа булдыҡ, йәмәғәтселәр, блогерҙар һәм хатта предприятие хеҙмәткәрҙәренең балалары менән бергәләп цехтар менән таныштыҡ. Ә һуңынан гәзитебеҙ биттәрендә, социаль селтәрҙәрҙә һәм сайтта үҙ тәьҫораттарыбыҙ менән уртаҡлаштыҡ. Беҙҙе иң хайран ҡалдырғаны нимә булыуын беләһегеҙме? Кешеләр. Был предприятиеларҙа бөтә күңеле менән эшкә бирелгән, күҙҙәрендә ут янып торған халыҡ эшләй. Шулай уҡ заманса машиналар һоҡландырҙы. Әммә улар артында һәр ваҡыт профессионалдар тора, һәм беҙ оҫтаның ҡулдары менән техниканың берҙәм эшләүен еткерергә тырыштыҡ.

Был мауыҡтырғыс сәйәхәттең финалы Ишембай мәҙәниәт һарайында ойошторолдо. Ул байрам ғына түгел, киләсәк менән осрашыу сараһы ла булды. Һөнәрҙәр йәрминкәһе юғары класс уҡыусыларына ҙур команданың бер өлөшө булыуҙың нимә икәнен белеү генә түгел, ә тойоу мөмкинлеген бирҙе. Мәшғүллек үҙәге белгестәре етәкселегендә балалар һөнәри тестлау үтте, һорауҙар бирҙе, хеҙмәт шарттары менән ҡыҙыҡһынды. Кемдер, бәлки, был көндө үҙенең буласаҡ һөнәре өсөн тәүге аҙым яһағандыр. Фойела урынлашҡан фотозонала теләүселәр иҫтәлеккә фотоға төшөп уны ҡағыҙҙа сығара алды.

Мода күрһәтеү иһә айырым тарих! Сәхнәгә “Аркада” фабрикаһында етештерелгән махсус кейемдәрҙә һәм эш бирсәткәләрендә Салауат ҡалаһының моделдәр мәктәбе тәрбиәләнеүселәре сыҡты. Әммә алҡыштар уларға ғына түгел, ә ысын йондоҙҙар... ирҙәргә лә яуҙы! Фабрика хеҙмәткәрҙәре рәхәтләнеп ҡышҡы махсус костюмдарҙы күрһәтте. Улар сәхнәгә сығыу менән тамашасылар: “Бына һиңә, мә!” тип гөрһөлдәп ебәрҙе.

Әлбиттә, бүләктәр һәм ҡотлауҙар – байрамдың мөһим өлөшө. Беҙ “Мин+ “Алға” конкурсында ҡатнашҡан һәм иң яҡшы слогандар уйлап сығарған әүҙем уҡыусыларыбыҙға, шулай уҡ “Алға” - һорауҙар һәм яуаптарҙа” викторинаһы һорауҙарына дөрөҫ яуап биргәндәргә рәхмәт белдерҙек. Конкурс еңеүселәренә бүләктәр, рәхмәт хаттары тапшырылды.

Сәхнәгә сыҡҡан билдәле спортсылар алҡыштар аҫтында лайыҡлы рәхмәт һүҙҙәрен ҡабул итте. Был көндө улар менән фотоға төшөргә, автограф алырға, шулай уҡ спортсылар тураһындағы махсус мәҡәләләребеҙҙе уҡырға мөмкинлек булды. QR-код һылтанмалары менән мәҡәлә байрам календарында буласаҡ, ул проекттың тамамланыуы хөрмәтенә сығарыласаҡ. Тәүге даналары байрамда календарь геройҙарына – билдәле спортсыларыбыҙға бүләк ителде.

Тамашасылар шулай уҡ “Ата-әсәләр менән эшкә” видеояҙмаларын күрҙе. Унда “Алға” махсус иҡтисади зонаһы предприятиелары хеҙмәткәрҙәренең балалары тәүге тапҡыр өлкәндәр донъяһы: машиналар, цехтар, ҡорамалдар менән танышҡан ҡыҙыҡлы һәм күңелгә үтеп инерлек ҡыҫҡа метражлы фильмдарҙы ҡараны. Уларҙың күҙҙәрендә күпме ғорурлыҡ һәм ҡыҙыҡһыныу сағыла! Байрамды алып барыусы Алексей Симаковҡа айырым рәхмәт һүҙҙәре белдерәбеҙ, ул был көндө ысын мәғәнәһендә йәнле итте. Ә мәҙәниәт йортоноң ижади коллективтары сараны йәмләне, матурлыҡ менән биҙәне.

Проект тамамланды, ә дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек дауам итә. Шуға ла беҙ хушлашмайбыҙ. Был хаҡта “Аркада” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Евгений Романов та белдерҙе:

- Беҙҙең ишектәр һәр саҡ һеҙҙең өсөн асыҡ, ишембайҙар. Килегеҙ, барыһын да һөйләрбеҙ, күрһәтербеҙ. Һеҙ һәр ваҡыт беҙҙең фабриканың эше тураһында белә алаһығыҙ, теләүселәр беҙҙең команданың бер өлөшө була ала, - тине ул.

Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, лайыҡлы киләсәгебеҙ өсөн тырышып эшләгән кешеләр тураһында яҙыуҙы дауам итергә вәғәҙә бирәбеҙ. Бындай мәҡәләләр өсөн сәбәптәр мөмкин тиклем күберәк булһын!

“Алға – сәскә атҡан Башҡортостанға!” проекты Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Ирина ВАХОНИНА фотолары.

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас