Йәмғиәт
26 Апрель 2025, 10:00

Үлгәндәрҙең ҡәберен бел

Үткән шәмбе Бурансы, Перегонный ҡасабалары халҡы урындағы зыяратты тәртипкә килтерҙе. Быйыл улар икенсе мәртәбә өмәгә сыҡты.

Үлгәндәрҙең ҡәберен белҮлгәндәрҙең ҡәберен бел
Үлгәндәрҙең ҡәберен бел

Өмәгә килеүселәр зыяратты сүп-сарҙан, ҡороған ағастарҙан таҙартты, ҡәберҙәрҙең рәшәткәләрен буяны.

- Халыҡ бындай өмәләргә ҙур теләк менән йөрөй. Тормош иптәшем, туғандарым ошо зыяратта ята. Йыл һайын яҙлы-көҙлө килеп, ҡәберҙәрен йыйыштырып торам. Был йәһәттән зыяратты тәртиптә тотоусы Ислам Байғотлинға рәхмәт. Халыҡты саҡырып, ситтә йәшәүселәргә шылтыратып, туған-ырыуҙарының ҡәберҙәрен таҙалау кәрәклеген иҫкәртеп тора. Онотолған ҡәберҙәрҙе үҙе лә йыйыштыра. Беҙ Ислам Рәхмәтулла улынан бик уңдыҡ, - ти Бурансыла йәшәүсе Рәхимә Вәлитова.

Ислам Байғотлин 10 йылдан ашыу зыяраттарҙы ҡарай. Былтыр уның тәҡдиме менән бурансылар Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы буйынса яңы мосолман зыяратының 820 метр оҙонлоғондағы ҡоймаларын профнастилға алмаштырҙы. Ул саҡта ла ҡасаба халҡы әүҙемлек күрһәтте. Емерелгән иҫке кәртәләрҙе бер урынға өйөп ҡуйҙы, бағаналарҙы тигеҙләне.

- Әле быйыл яҙ тағы бер тапҡыр сығып, өмә эшләргә тура киләсәк. Ҡый үләндәре артыҡ үҫмәһен өсөн махсус дарыу һиптерәсәкбеҙ. Бындай сараларға халыҡ күберәк йөрөһөн ине. Барыбыҙ ҙа ҡасан да булһа ошо мәңгелек йортҡа килеп ятасаҡбыҙ. Шуға күрә уны тәртиптә тотоу һәр кемдең изге бурысы, - тине Ислам Байғотлин.

Күмәкләп тотонғас, эш тә ырамлы барҙы. Өмәселәр эшләп кенә ҡалманы, ошо зыяратта ятҡан яҡындары тураһында хәтирәләрен дә яңыртты.


Автор фотолары

Үлгәндәрҙең ҡәберен бел
Үлгәндәрҙең ҡәберен бел
Үлгәндәрҙең ҡәберен бел
Үлгәндәрҙең ҡәберен бел
Үлгәндәрҙең ҡәберен бел
Автор:Миля Мазитова
Читайте нас