Йәмғиәт
26 Апрель 2025, 06:50

Чернобыль ваҡиғаларын иҫкә алдылар

Бөгөн, 26 апрель, Ишембайҙа Халыҡ-ара радиация авариялары һәм һәләкәттәр ҡорбандарын иҫкә алыу көнө уңайынан митинг үтте.

Чернобыль ваҡиғаларын иҫкә алдыларЧернобыль ваҡиғаларын иҫкә алдылар
Чернобыль ваҡиғаларын иҫкә алдылар

39 йыл элек был көндө иң ҙур техноген һәләкәттәрҙең береһе – Чернобыль атом электр станцияһында авария була. Уның эҙемтәләрен бөтөрөүгә бөтә Советтар Союзынан 600 меңдән ашыу кеше ебәрелә. Уларҙың батырлығы арҡаһында радиоактив ташландыҡтарҙың артабанғы таралыуын туҡтатыу һәм миллионлаған кешенең ғүмерен ҡотҡарыу мөмкин була.

- Ишембай районынан 128 кеше ЧАЭС- тың дүртенсе атом энергоблогында техноген һәләкәт эҙемтәләре менән көрәшкә үҙ көстәрен һалды. Бөгөнгө көнгә уларҙың 18-е генә иҫән, - ти Ишембай ҡалаһы һәм Ишембай районы буйынса "Чернобыль" Союзы инвалидтар йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Николай Вангельс.

Тантаналы митингта ишембайҙар вафат булған ликвидаторҙарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды. Һуңынан йәштәр һарайында байрам концерты үтте.

 

Автор фотолары һәм видеоһы.

Чернобыль ваҡиғаларын иҫкә алдылар
Чернобыль ваҡиғаларын иҫкә алдылар
Чернобыль ваҡиғаларын иҫкә алдылар
Чернобыль ваҡиғаларын иҫкә алдылар
Чернобыль ваҡиғаларын иҫкә алдылар
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас