

Ҡәҙерлебеҙгә ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, аҡ бәхеттәр, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан торған оҙон ғүмер теләйбеҙ. Балаларының күңел йылыһын тойоп, игелектәрен күреп, ҡәҙер-хөрмәтенә күмелеп, бәрәкәтле мул тормошта ғүмер итергә яҙһын.
Йөрәгеңдән йән тыныслығы, күңел көрлөгө юғалмаһын, тормошҡа булған һөйөүең бер ҡасан да һүнмәһен, һүрелмәһен, яңынан-яңы шатлыҡ-ҡыуаныстар өҫтәлеп, һәр көнөң һөйөнөстәр менән тулып торһон.
Киләсәгең йыр кеүек матур, ҡояш кеүек яҡты булһын. Гел шулай йылмайып, беҙгә терәк, балаларыңа ҡалҡан булып, яҡындарыңды һөйөндөрөп, тормошобоҙға йәм өҫтәп оҙон-оҙаҡ йәшә!
Һин булғанға беҙҙең тормош йәмле,
Һин бит беҙгә оло бер терәк.
Ергә ҡояш нисек кәрәк булһа,
Һин дә беҙгә шулай бик кәрәк!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Гөлназ, балаларың, туғандарың.