- Баҫыуҙа эш әүҙем бара. МТЗ-82 тракторҙары СЗ-54 сәскестәре менән гектарына 50 килограмм ашлама индерә. Шулай уҡ, орлоҡтарҙы ағыулау, сорттарға бүлеү
һәм кондиция күрһәткестәренә еткереү эше алып барыла. Тупраҡ әҙер булғас та, сәсеүгә төшәсәкбеҙ, - ти хужалыҡ етәксеһе Геннадий Лейтер.
«Лейтер» крәҫтиән-фермер хужалығында 60-тан ашыу хеҙмәткәр иҫәпләнә. Уларҙы төшкө һәм киске аш менән туҡландырыу ҡаралған. Техникалар ҙа йыл һайын яңыртылып тора. Аграрийҙар быйыл йәйҙең ҡоро килеүен күҙаллай. Шуға ла тиҙерәк ҡырауға бирешмәгән иген культураларын сәсеп ҡалырға ашыға.
Автор фотолары.