Йәмғиәт
9 Апрель 2025, 16:00

"Иҫән ҡайтһам, намаҙға баҫам"

Уның күкрәгендә әле лә снаряд ясығы йөрөй

"Иҫән ҡайтһам, намаҙға баҫам""Иҫән ҡайтһам, намаҙға баҫам"
"Иҫән ҡайтһам, намаҙға баҫам"

Махсус хәрби операция ир-егеттәрҙе генә түгел, тотош халыҡты ныҡлыҡҡа һынаны. Бер ауырлыҡтан да, һынауҙан да ҡурҡмағандар яуға китте.

Ишембай районының Көҙән ауылынан Айнур Ишмөхәмәтов та ҡатыны Сәриә, улы Айҙар менән тыныс ҡына, киләсәккә матур маҡсаттар ҡороп йәшәп ятҡанында махсус хәрби операцияға барырға ҡулына повестка ала. Ул ваҡытта  фермер хужалығында умартасы булып эшләп йөрөгән була.

–Яҙын йортобоҙҙо төҙөкләндереп, матур ғына итеп йәшәп ятҡанда 2022 йылдың 27 сентябрендә өлөшләтә мобилизацияға эләктем. Бик аҙ ғына ваҡыт бирелгәйне, тиҙ генә йыйындым да сығып киттем. Ҡушылған икән, барырға кәрәк, тип һананым. Күңелдә икеләнеү булманы, – тип башланып китте “Кузя” позывнойлы егет менән һөйләшеүебеҙ.

Бер нисә тапҡыр үлемдән ҡала

Көҙән егете махсус хәрби операцияла ла һынатмай – алғы һыҙыҡта хеҙмәт итә. Яу яланында һәр минуты хәүеф аҫтында. Әллә нисә тапҡыр үлемдән ҡала. 2024 йылдың майында  ҡаты яралана. Аяғы  ныҡ йәрәхәтләнә,  үпкәһе тишелә,  бер ярсығы йөрәк янында күкрәгендә ҡала. Уны алыу мөмкин булмай. Биш ай тирәһе Мәскәүҙә госпиталдә ята. Тәүге осорҙа атлай ҙа алмай. Көслө ихтыяр көсө, түҙемлек, йәшәүгә ынтылыш  –  ошо сифаттар уны ҡабат тормошҡа ҡайтара. Күптән түгел ул хәрби хеҙмәттән азат ителеп, тыуған ауылына ҡайта.

– Махсус хәрби операцияла булыу ғүмерҙең ҡәҙерен белергә өйрәтте,  тормошҡа ҡарашымды үҙгәртте. Ҡайһы саҡ арабыҙҙа эске менән мауығып, йәм тапмай йөрөгән егеттәрҙе күрһәм, махсус-хәрби операцияға барып ҡайтһалар, ғүмерҙең ҡәҙерен аңларҙар, тормошҡа  ҡараштары бөтөнләй үҙгәрер ине, тип уйлап ҡуям, – ти Айнур.

Уның да  яуҙа йөрөгәнендә изге бер хыялы була:

–Махсус хәрби операциянан иҫән-һау ҡайтһам, намаҙға баҫырмын тип уйланым. Бына ошондай изге ниәтем бар минең, – тип маҡсаттары менән уртаҡлашты.

Махсус хәрби операцияла саҡта тыуған яғы, Көҙәне йыш  күҙ алдына килә яугирҙең. Донъялар тынысланыр,  тыуған яҡҡа ҡайтырбыҙ, тигән хыялы һалдаттың күңелен йылыта.

Махсус хәрби операцияла хеҙмәттәштәрең яҡын туғандарыңа әүерелә, уларҙы яу яланында юғалтыу бигерәк тә аяныслы булыуын белдерҙе Көҙән яугире.

Улы яуға киткәс, атаһы намаҙға баҫа

Кешене өмөт, ышаныс йәшәтә. Айнур махсус хәрби операцияға юлланғас, уның атаһы намаҙға баҫа. Атаһы, өләсәһе уны доғаларынан өҙмәй. Бәлки ошо доғалар ҙа уны бәлә-ҡазаларҙан аялап, тыуған яғына юл асҡандыр, тигән уйҙар тыуа Ишмөхәмәтовтар менән әңгәмәләшкәндә.  

Тыныс холоҡло, артығын һөйләп бармаған   30 йәшлек был ир-егет Рәсәй Оборона министрлығының  “Хәрби хеҙмәттәшлекте нығытҡан өсөн” тигән миҙалы  менән дә бүләкләнгән.

Тылыңдың ныҡ булыуы ла йәшәүгә көстө нығыта. Был йәһәттән ҡатыны Сәриә иренә һәр ваҡыт терәк булырға тырыша, күңеленә ауыр саҡтарҙа ла  борсолоуын һиҙҙертмәй.

– Повестка килтергәс, әлбиттә, бик ҡыйын булды. Шулай ҙа  эске тойғоларымды күрһәтмәҫкә, баҫырға тырыштым. Тәүге осорҙа бик бәйләнеш тә булманы. Күңел тыныс түгел ине инде. Махсус хәрби операцияла сағында Айнурҙан бер зарланыу һүҙе ишетмәнем, бер нәмәне лә белгертмәне. Бик ғорурланам уның менән. Электән үк ул түҙемле, сыҙамлы, ышаныслы булды. Әйтер һүҙен дә уйлап ҡына һөйләне. Ул ғаиләһенең дә, иленең дә ныҡлы ҡәлғәһе була белә, – тине ул.

Әйткәндәй, Сәриә Миәкә ҡыҙы. Уҡытыусы булып Көҙәнгә эшкә килеп, был яҡҡа килен булып төшә. 2016 йылда йәштәр өйләнешә.

– Көҙән оҡшай. Кешеләре һәйбәт, тәбиғәте матур, – ти ул яҙмышына рәхмәтле булып. 

Уның һүҙҙәренә Айнур ҙа ҡушыла.

–Ошо ауылда тыуҙым, үҫтем, белем алдым. Минең өсөн тыуған ерем бик ҡәҙерле. Шуға ла ҡалаға сығып китәһе килмәне, – тип өҫтәне ул.

Күптән түгел генә Көҙәнгә ҡайтһа ла, һаулығы нығынып бөтмәһә лә һалдат яуҙа ҡалған хеҙмәттәштәрен онотмай. Уларға кәрәкле әйберҙәрҙе туплап ярҙам ебәреп тора.

Ҡартатаһы – Бөйөк Ватан һуғышы яугире

Ысын ир-егеттәргә хас төплөлөк Айнурҙа нәҫелдән. Заманында ҡартатаһы Әбдрәшит Дилмөхәммәт улы Ишмөхәммәтов Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Һуғыштан иҫән ҡайтып, 1981 йылда мәрхүм булған. Атаһы ла үҙ мәлендә армияла булып ҡайтҡан. Айнур үҙе лә һалдат бурысын Түбәнге Новгородта БТР водителе булып үтәй.

–Армияға барырға ныҡ теләнем. Үҙемде төрлө яҡлап әҙерләнем, һаулығымды нығыттым. Хәрби хеҙмәт егеттәрҙә ныҡлыҡ тәрбиәләй, – тине махсус хәрби операция ветераны.  

Айнур тыныс тормошта ла һынатмай. Күңеленә яратҡан шөғөлө – умартасылыҡ. Быға ул бала саҡтан ғашиҡ.

-Атайым – умартасы. Ҡортсолоҡ һөнәрен унан өйрәндем. Бер туған апайым да, мин дә умарталыҡтағы бишектә үҫтек. Бәләкәйҙән эштең рәтен өйрәндек. Әле үҙемдең дә умарталарым бар. Ҡортсолоҡ менән шөғөлләнәм тиһәң, иртәнән алып кискә саҡлы йүгерергә тура килә. Бал ҡорттары кеүек егәрле булырға кәрәк. Ҡорттар – ялҡауҙарҙы яратмай, - ти йылмайып Айнур Илшат улы.

“Әсәһенә ҡарап – ҡыҙын, атаһына ҡарап улын ҡос” тигән халыҡ мәҡәле бар. Алты йәшлек Айҙар яугир атаһына ҡарап рухлы, төплө булып үҫеп килә.

–Минең атайым герой. Уға бөтә яҡлап та оҡшарға тырышам, - тигән һүҙҙәр ишеттек бәләкәс Айҙарҙан.

Малайҙы хәрби булыу ҡыҙыҡһындырғаны күренеп тора. Фотоһүрәткә төшкәндә лә ул уйынсыҡ танкын ҡулынан ысҡындырманы.

Был донъяға һәр ҡайһыбыҙ һынауҙар үтергә килгән. Йәш кенә булыуҙарына ҡарамаҫтан, ҙур ауырлыҡтарҙы кисергән, һынауҙарға бирешмәгән Ишмөхәмәтовтар ғаиләһенең киләсәге яҡты булһын.

 

 

Резеда Шәнгәрәева.

Автор фотоһы.

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән
Читайте нас