Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт
26 Март , 15:00

Бар ине шәп саҡтар

...«Онотма авторитетеңде», - ти. Онотмайым. Шәп тотам үҙемде. Күрһендәр, өйрәнһендәр әйҙә. Уларҙың да берәр заман минең һымаҡ күтәрелеп ҡуйыуҙары мөмкин бит әле. Мыйыҡты борам, кәттә генә баҫып ҡарап торам йәш-елкенсәктең уйнағанын...

Бар ине шәп саҡтар
Бар ине шәп саҡтар

Их! Бар ине шәп саҡтар… Заманында мин арыу ғына егет инем бит. Төҫ тиһәң төҫ юҡ түгел, эш тиһәң -- сыҙаймы ни ул эш беҙҙең кеүек егеткә! Көрәген дә тоттом, урағын да тоттом, балтаһын да, башҡаһын да - рядовой колхозсы бит мин. Ҡайҙа эш - шунда булаһың. Әлеге шул йәш саҡ, дәртле саҡ инде, рядовой булһаң да, йөрәк үҙенекен итә. Чин кәрәкмәй бит ул йөрәккә. Ә дәртле егет йөрәге һылыу йәш ҡыҙ тураһында һағыш йыры йырлай. һылыу, йәш ҡыҙ! Шулай итеп, көндәрҙең береһендә, йырҙа йырланғанса: күҙем төштө зәңгәр йондоҙға, күңелем төштө һылыу, йәш ҡыҙға.

Беләһегеҙме кем ул? Гөлназ! Уның һылыулығын, белмәйем, нисек кенә итеп аңлатайым икән һуң? Бына, бөтә колхоздарҙағы ҡыҙҙарҙы йыйыл килтерәйек тә алдыбыҙға баҫтырайыҡ. Башҡа ҡыҙҙар булыр йондоҙ, Гөлназ улар араһында нур һибеп балҡып торған ай. Ул ғына ла түгел, сәскәләр, гөлдәр менән биҙәлгән ай. Эйе, эйе, шулай һылыу ул Гөлназ. Дөрөҫ, һылыу һылыу күренмәҫ, һөйгән һылыу күренер, тиҙәр. Ләкин ниндәй генә егеттәрҙең йөрәген ҡол итмәне һуң ул Гөлназ! Уның күҙ һирнеп бер ҡарауын күрер өсөн генә лә - етмеш йыл таш киҫергә риза булырһың. Хәйер, ул ташты былай ҙа киҫтерә. Ул бит юл техниге! Йөрөр юл иркен булһын, таҡыр булһын, матур булһын, ти ул.

Беҙ Гөлназ менән Ағиҙел йырынына быуа быуған саҡта ныҡлап таныштыҡ. Ул көндө һыу буйы туп-тулы ҡатын-ҡыҙ ине. Беҙҙең ҡыҙҙар эшкә, һай, бик тилбер ҙә һуң, егеттәрҙән һис кенә лә ҡалышмайҙар. Ә ул көндө, егеттәрҙең танауына сиртәбеҙ тип, бигерәк тә сәмләнеп эшләнеләр. Беҙҙең халыҡ йә тәмәке тарта, йә уйын-көлкө һөйләп һине албырғата, ә ҡыҙҙар баш баҫып эшләй бирәләр. Нисек итәһең инде, Сафура исемле телдәр ҡыҙ Гөлназ янына югереп барҙы ла: «Беҙҙекеләр эште бөтөрҙө, ҡайҙа ҡушаһың?» - ти. Ә Гөлназ беҙгә ҡарап: «Ир-ат халҡы артта ҡалған, бына ҡыҙыҡ», тип көлә. Тәки беҙҙе хур иттеләр - беҙгә ярҙамға килделәр. Беҙҙең егеттәр: «Уларҙың ярҙамы - ҡуян һурпаһының һурпаһы бит», тип ғәрләндереп тә ҡарағайнылар, булманы. Бына шуп да мин Гөлназға, шаяртып, бер-ике генә һүҙ әйтеп өлгөрмәнем, бер ҡыҙ: «Ҡармаҡ һалма, егет, беҙҙең Гөлназға!» -- тип элеп тә алды. Ә икенсеһе, шыңғыратып көлдө лә: «Егет, имеш, уның ише тыумай ҡартайған егеттәр - йоҡо тоҡсайы бит улар!» - тип шелтәләп ҡуйҙы. Мин аңлап етмәнем, аптырап Гөлназга ҡараным. Гөлназ яҡты күҙҙәрен һирпә ҡарап йылмайҙы ла: «Беҙ кистәрен Ҡуштирәккә уйынға сығабыҙ. Һеҙ булмайһығыҙ. Шуны төртөп әйтәләр ҡыҙҙар», - тип башын түбән эйҙе. Гөлназ һылыуым! Ҡуштирәккә түгел, ер сигенә барырға әҙермен мин, һин әйтһәң! Улай тип әйтмәнем мин, әлбиттә, Гөлназға. Ләкин йөрәгем бейене, дуланы, һикерҙе йөрәгем.

- Бөгөн барам, сығаһығыҙмы? - тин һораным мин Гөлназдан.

-  Килегеҙ, - тине ул.

Ух! Ер әйләнә. Қүҙ алдымда Иҙел, хәтфә үлән, сәскәләр йөҙә. Гөлназ миңә вәғәҙә бирҙе!

Вәғәҙәне йөрәгемә һалдым да эшемә тотондом. Ҡулдағы көрәкте тоймайым, аҡтарам ерҙе, таштарҙы; минең беләктәремдә хәҙер йөҙ ат көсө бар. Арыу юҡ, талыу юҡ, һис кенә туҡталыу юҡ. Ике көн эшләйһе эште эшләп бөттөм. Күңелем Ҡүштирәккә барыр сәғәтте көтөп ашҡына. Ҡояш һаман урынынан ҡуҙғалмай. Ҡояш, ҡояш, тим, шәберәк ҡуҙғалсы бөгөн, шәберәк! Ер ябынһын тиҙерәк эңер юрғанын. Йәһәтерәк барайым Ҡуштирәккә, Гөлназ янына.

Тыңланы ҡояш һағышлы егет һүҙен. Бына, ер ябынды эңер юрғанын. Ҡуштирәктән ишетелде ғармун тауышы. Гармунға ҡушылып, йыр яңғыраны:

Һыу өҫтөндә тулҡын нисек -

Беҙҙең шундай сағыбыҙ…

Эйе, тулҡын хәҙер мин, тулҡынам, ташам, аҡылымдан шашам. Ҡуштирәккә, Ҡуштирәккә киттем, Гөлназ янына!

Бына Иҙел яры. Ҡуштирәк. Гармун, йыр, уйын-көлкө.

Ҡыҙарып ҡояш батҡан саҡта

Йәмле була Ҡуштирәк,

Ҡуштирәккә бара алмаһам,

Ялҡынлана йәш йөрәк.

Их, ҡыҙҙары ниндәй! Ҡыҙҙарҙы сәскәләргә тиңләргәме, сәскәләрҙе ҡыҙҙарғамы, белмәҫһең, барыһы ла матур бында. Ә шулар араһында балҡып йөрөй Гөлназ һылыуым! Минең Гөлназым! (Үҙе ишетә күрмәһен тағы.) Мине күреү менән, уның йөҙө тағы ла яҡтырып китте. Шат йылмайып ҡаршы килде миңә. Күрештек. Ул минең беләгемдәп тотоп алды, ҡултыҡлап, бер яҡ ситкәрәк алып китте. Атлап бараммы, осопмо -- белмәйем, һиҙмәйем. Мин хәҙер ҡанатлымын! Мине мөхәббәт ҡанаты күтәреп йөрөтә хәҙер. Ләкин шуны күрәм: тирә-яҡтан ҡыҙҙар, бигерәк тә егеттәр беҙгә һоҡланып ҡарайҙар. Беләм, күп егеттәрҙең ҡытығы килә, көнләшәләр улар… Ниндәй генә егеттең күңелендә өмөт йөрөмәгән тиһең Гөлназға? Гөлназ минен менән, минең эргәмдә, минең беләгемдән тотоп тора. Төш түгел был, өн, ысын тормош. Бына ул, иркәләнеп, минең күҙҙәремә ҡарай… Уй, күҙ ҡарашы йөрәккә барып тейер тип мин бер ваҡытта ла уйламағайным.

Ят егеттәр, ят ҡыҙҙар ҙа күренә, әллә күрше ауылдарҙан да килгәндәр инде. Мин шулай уйлап өлгөрмәнем, Гөлназ, миңә ҡарап:

- Күрәһеңме, Ҡыҙылъяр, Арҡауыл йәштәре лә бар. Күңелле бит бында? -- тип һорай.

- Күңелле генә тиһеңме, Гөлназ һылыу! Ни эшләп мин элек килмәнем икән?

- Хәҙер һәр ваҡыт килерһеңме?

- Һәр көн, һылыуҡайым…

Тағы йыр яңғырай:

Ҡаш ҡараһы күҙеңдә,

Айға менеп төштөңмө әллә?

Ай нуры бар йөҙөңдә.

- Бейейбеҙме? - ти Гөлназ.

- Бейейбеҙ, һылыуым, шәфәҡ батҡансы, таң атҡансы, бейейбеҙ, ғүмер буйы бейейбеҙ…

Беҙ бейейбеҙ, уйнайбыҙ, көләбеҙ. Гармунға ҡушылып таҡмаҡ яңғырай:

Их-ма, их-ма…

Ерән ҡашҡа юрта ла,

Ҡояш сыҡҡанмы тип торам,

Һин икәнһең уртала.

Их-ма, их-ма…

Йыр биреп тор бурысҡа.

Егетең бик оҫта бейей,

Ахыры, булған курста.

Кемгә инпдәй көй кәрәген

Гармунсы белә икән,

Әллә кемдең күбәләге

Талпынып килә икән…

Һуң беҙ көнө буйы эшләгән кеше ләбаһа, ҡайҙа юғалды был арыу-талыу?

Беҙ Гөлназ менән яр буйына, тирәк төбөнә, йәшел үләнгә барып ултырҙыҡ.

Иҙел шаулай. Шаулап, гөрләп, күңелле йыр йырлай Иҙел. Күрәһең, ул да һиҙә торғандыр минең шатлығымды. Төбөндә ай йөҙә, йылмайып; йондоҙҙар тирбәлә, күҙ ҡыҫып. Бөтә тәбиғәт йырға күмелгән. Әгәр ҙә мин йырсы булһам, йөрәгемдәге бөгөнгө шатлыҡты йыр менән әйтеп бирер инем.

Гөлназ аҡрын ғына йырлай:

Һандуғас бала осорғанда

Ҡанатын ҡағындыра.

Тулҡын-тулҡын ҡарауҙарың

Өҙөлөп һағындыра…

Беҙҙән ситтәрәк, Иҙелгә ҡушылып, ике ҡыҙ йырлай:

Их, Иҙел, Иҙел ул,

Иҙел икәү икән ул …

Икенсе яҡта гармун яңғырай, ул йыр тауышын күмә. Гармун алыҫлаша, беҙгә йырҙың һуңы ғына ишетелә:

…һағындыра икән ул…

- Һағындыра шул! - тине Гөлназ, башын минең күкрәгемә һалып… - Тының ҡайнар, йөрәгең дөпөлдәй һәйбәт! - тип бышылдай ул, миңә тағы ла яҡыныраҡ һыйынып.

Шатлығымдың, бәхетемдең сиге юҡ, ләҡин ул һаман өҫтәлә, һаман арта бара. Бәхет йондоҙо, хыялым - минең күкрәгемдә, минең ҡосағымда.

Мин, һаҡлыҡ менән генә ҡулымды уның биленә һалып, башымды эйҙем…

Беҙҙең баш осонда ғына тирәктә һандуғас һайрай.

- Гөлназ, ана һинең баяғы йырыңдағы һандуғас һайрай,- тим мин, ҡош моңона һоҡланып.- Ҡанатын ҡағындыра… Аҙағы нисек әле шул йырҙың, Гөлназ?

- Әллә ҡабатлап әйттерер инеңме! - ти Гөлназ.

- Ысынлап та онотҡанмын, Гөлназ, - тигән булам мин.

- Хәйләләмә, егет, - ти ул.

- Ысын тим бит, Гөлназ, - тип ялынам.

Ул йырлай:

Тулҡын-тулҡын ҡарауҙарың

Өҙөлөп һағындыра…

- Йә күңелең булдымы? - ти.

- Булып етмәне шул, - тип мин тағы хәйлә ҡорам.

- Тағы ни кәрәк? - тип һорай ул.

- Бында аңлашылып етмәй бит әле, - тим мин, - кемдең ҡарашы шулай өҙөлөп һағындыра икән һуң?

- И-и, исемен дә әйтеп бирергәме ни? - тип көлә Гөлназ. - Исемен әйткәс, исем сыға башлар. Ә былай теләгән кеше үҙе аңлар ҙа йырҙың мәғәнәһен күңеленә һалып ҡуйыр, - ти.

- Уҫалһың да инде, ҡыҙыҡай, - тим.

- Уҫал улай булмай ул, уҫал утҡа төшөрә, - ти ул.

- Йыуашы әйтеп бөтмәй шик ҡалдыра кешелә, - тип шаяртам.

- Егет йөрәге һиҙгер булһа шикләнмәҫ, - ти Гөлназ.

Тағы ла йыр яңғырай:

Ағиҙелдең аръяғында

Бөрлөгән түтәлдәре,

Алға, гөлгә биҙәлһә лә

Һөймәйем бүтәндәрҙе…

Ысын булһын, Гөлназ ауыҙынан сыҡҡан һүҙ булһын, тип эстән генә теләк теләйем.

Таң ҡыйылыр ҡыйылмаҫтан килдем быуаға. Ҡарауылсы Шаһбаз ҡарттан башҡа кеше юҡ.

- Иртәләгәнһең, улым, иртәләгәнһең, - ти ҡарт, миңә ҡарап.

Их, ҡартласым! Һин ни беләһең дә ни һиҙәһең һуң… Һин бит хәҙер һыу өҫтөндәге тулҡын түгел, ә тулҡыны баҫылған түңәрәк күл. Тыныс ҡына, тулҡынмай ғына ятаһың һин. Ә мин тулҡынам, ташам…

Мин Шаһбаз ҡарттың йөҙөнә ҡарап көлдөм дә, яр буйына барып, йәшел үләнгә яттым. Қүк йөҙө шундай тоноҡ. Уның көмбәҙендә, ҡайҙалыр, күҙгә күренмәҫ турғайҙар йырлай. Улар ҙа аңлай булыр минен шатлығымды, гел минең тирәмдә генә әйләнәләр. Йырлагыҙ, ҡошҡайҙарым, йырлағыҙ!

Ана, ҡояш күтәрелә, нур һибеп. Мин ҡарайым уға һоҡланып. Ул осоп килде лә минең йөрәгемә ҡунды. Йылымыс ҡына нур һалды йөрәгемә. Ул нур ҡан тамырҙарына таралды. Мин, күҙҙәремде йомоп, рәхәтләнеп ойоном. Шунан күтәрелеп - ҡараным ҡаршылағы тирәккә. «Ҡотлайым, ҡотлайым һине!» - тип, йәшел яулыҡ болғап ултыра тирәк. Ниндәй матур, ниндәй рәхәт был донъя! Әгәр ҙә донъяла ысынлап та бәхет тауы бар икән, уның иң түбәһендә хәҙер мин йөрөйөм, эйе, эйе, мин! Әллә бөтә донъялағы барлыҡ рәхәтлек тик минең өсөн генәме икән? Юҡ, дуҫтарым, мин һеҙҙең барығыҙға ла шундай уҡ бәхет, шундай уҡ рәхәтлек теләйем. Мөхәббәт ләззәтен татымаған кеше бәхетһеҙ булыр ине…

Шул көндәрҙән һуң китте минең эштәр алға! Әллә ысынлап та бәхет тауына мендем, әллә мөхәббәт ҡанаты шулай йөрөтә. Һис бер ниндәй эш тә сыҙамай. Икенсе көндә быуала таш һалыуҙа бер үҙем биш кешенең эшен эшләгәнмен. Минең эшемә ҡарап та, төҫөмә ҡарап та хайранға ҡалалар. Ҡайҙандыр, һәр кем өсөн йылы һүҙ табыла. Күптәнән бирле талашып, енем һөймәй йөрөгән Камал да бөгөн миңә шундай мөләйем күренә, мин, уны осратҡас, хатта ҡосаҡлап алырҙай булдым. Ни өсөн мин уны яман күреп йөрөгәнмен - аңламайым.

Хеҙмәт күтәрә кешене - мине хәҙер бригадир итеп ҡуйҙылар. Күңел үҫеп китте минең. Авторитет күтәрелде. Түбәм күккә тейгәндәй ҡыуанам. Хөрмәт менән ҡарайҙар, ихтирам итәләр. Ахырыһы үҙем генә белмәй йөрөгәнмен, шәп кеше икәнмен дәбаһа мин, тип уйлайым.

Әлбиттә, хәҙер инде Ҡуштирәккә һирәгерәк йөрөй башланым. Гөлназ миңә бөтөнләй эйәләшеп алды. Баштараҡ мин уға шикләнеберәк ҡарай инем. Бик һылыу, бик үткер ҡыҙ, башҡа бер егеткә күҙе төшөп ҡуйыр, тип уйлай инем. Уға күп егеттәр бәйләнеп ҡараны ла бит, ҡыҙың минән башҡаға ҡарамай. Күрәһең, ҡыҙҙар йөрәген яндыра торған егетмен икән шул. Шул хәлде анла- ным да Гөлназ алдында ла улай бик үк баш эйеп бармайым: килешеп етмәй бит ул минең һымаҡ авторитетле кешегә. Халыҡ әллә нисегерәк ҡарар, тегеләй-былай ти башлар. Унан инде күр ҙә тор: авторитетенә лә кер ҡуныр. Һәйбәт нәмә икән дәбаһа был авторитет тигәнең. Үҙеңде, нисектер, сәскәләр һибелгән пружиналы келәм өҫтөндә йөрөгән шикелле һиҙәһең. Әйтәйек, бына һин, күкрәгеңде кирә биреберәк, ҡыя баҫып ҡына, урамдан атлап китеп бараһың. Тирә-яҡтағы кешеләр: «Таһир китеп бара»,- тип, һиңә һоҡланып, ҡарап ҡалалар, һиңә атлауы шундай еңел, келәм аҫтындағы пружина һине күтәреп-күтәреп ебәрә.

Бына шулай булғас, ул авторитетте ҡәҙерләп һаҡларға кәрәк. Уға кер төшөрөргә ярамай.

Мин дә үҙемде нисегерәк тоторға, тегенән-бынан үткәндә нисегерәк атлап үтергә өйрәнен алдым. Кәүҙәне лә, башты ла оҫта тотам. Кеше менән һөйләшкәндә лә авторитетте онотмайым. Мыйыҡ үҫтереп ебәрҙем. Миңә бит инде хәҙер малай-шалайҙан айырылып күренергә кәрәк.

Тәүҙәрәк, әлбиттә, яңылышлыҡтар ҙа була торғайны. Ҡайһы саҡта, ваҡ-төйәк халыҡ менән һөйләшкәндә лә, үҙендең кем икәнеңде онотоп, ҡысҡырып көлөп ебәрәһең бит инде. Ләкин, авторитет иҫкә төшкәс, үҙемде тиҙ генә тыям. Һуңынан бындай кәмселектәрҙе бөтөрҙөм. Ни нәмә генә эшләмәйем: кеше менән һәйләшәмме, тик кенә баҫып тораммы, атлап китеп бараммы, күңелем һаҡсыһы һәр ваҡыт минең ҡолағыма: «Авторитетеңде онотма, авторитетеңде онотма!» - тип бышылдап ҡына тора. Онотмайым. Ҡайһы берәүҙәр, әлбиттә, яратып та еткермәйҙер. Уныһы булыр инде ул. Һәр ерҙә маҡталып йөрө лә, кемдең ҡытығы килмәҫ тиһең. Бөргөнө Карам тиңдәш ниндәй туҙа. Уның да аҙыраҡ эс һыҙа торғандыр инде. Қомсомол ойошмаһы секретаре булһа ла, уның хаҡында аҙыраҡ һөйләйҙәр бит. Юҡ, бына Сәлмән ағай дөрөҫ әйтә булыр. Ул бит элек колхоз председателе булған кеше. «Көнсөлөктән күрә алмайҙар һине, ҡустым, мин дә шулай харап булдым», - ти. Дөрөҫ әйтә булыр Сәлмән ағай.

Минең эштәр алға китә башлағас, Гөлназ тәүҙә бик ҡыуанғайны. «Һәйбәт, уңған егетһең һин, Таһир, һис бер эштә һынатмайһың үҙеңде, молодец», - тип һоҡлана торғайны. Ләкин һуңға табан әллә нисегерәк ҡарай башланы. Әллә көнләшә инде. Улай тиер инең, мин хәҙер ҡыҙҙарға бик күҙ һалып бармайым. Әллә инде, ҡолаҡ ҡағып ҡуймайым, тип шөрләй. Улай булыуы бик мөмкин. Хәҙер минең хаҡта ниндәй генә ҡыҙ хыялланмай тиһең. Үҙе, ҡәһәрең (Гөлназды әйтәм), хәҙер электротехник тә булып алған. Ни ике арала өлгөргән, шайтан. Колхозда электр станцияһы һалып бөтөүгә, ҡайҙан электротехник табайыҡ, тип аптыраһаҡ, райондан беҙгә әйтәләр, электротехник үҙегеҙҙә бар, тиҙәр. Баҡһаң, ул үҙалдына уҡыған да барып экзаменен дә биргән, дипломын да алып ҡайтҡан. Ай-һай-а-й, булһа була бит кеше. Ут бөрсәһе! Мин инде, бригадир булып алғас, йөрөгән ҡыҙҙын ҡул аҫтында эшләүҙән ҡотолормон, тип уйлаһам, ул тағы начальник була.

Шулай ҙа мин бер кисте Ҡуштирәккә барырға булдым. Барҙым. Мине күргәс, Гөлназ көлөп үк ҡуйҙы. Башҡалар ҙа, миңә ҡарап, быш-быш һәйләшәләр. Ләкин, күңелем әйтә: «Онотма авторитетеңде», - ти. Онотмайым. Шәп тотам үҙемде. Күрһендәр, өйрәнһендәр әйҙә. Уларҙың да берәр заман минең һымаҡ күтәрелеп ҡуйыуҙары мөмкин бит әле. Мыйыҡты борам, кәттә генә баҫып ҡарап торам йәш-елкенсәктең уйнағанын. Йырлайҙар, бейегән булалар, йәнәһе, күңел асалар. Бейеү көйө уйнай башлағас, Гөлназ миңә иркәләнеп ҡараны ла: «Әйҙә бейейбеҙ», - ти. Миңә уңайһыҙ булып китте. Нисек инде, бала-саға һымаҡ, һикерәңләп, бейеп йөрөмәк кәрәк. «Ҡарап ҡына торайыҡ», тим. Гөлназ үпкәләне шикелле. Төҫө үҙгәреп үк китте. Булыр инде, нисек итәһең. Һәр кемдең ике күҙе миндә бит. Булмаһа, һин бейе берәйһе менән, - тим мин Гөлназға.

Ул миңә ҡарап көлөмһөрәне лә бейергә төшөп киткән булды. Етмәһә кем менән бейей бит әле? Теге Камал менән. Кем һуң ул Камал? Ни эш килә ҡулынан? Ябай бер колхозсы. Рядовой кеше. Уға йыраҡ әле миңә етергә. Абайлабыраҡ йөрөү кәрәк, арыҫландың, айға һикерәм тип, биле биртенгән, ти. Өтөк. Ҡарасы үҙенә, нисек йомағайланып йөрөй Гөлназ тирәһендә. Ә Гөлназы, йәнәһе, мине үртәмәксе була инде. Үртәмәйерәк тор әле. Беҙ теләһә ниндәй малай-шалай түгел. Тутыҡмабыҙ!

Шулай уйланып, ҡырын ҡарап ҡына баҫып торам. Ә улар бейейҙәр, һаман бейейҙәр. Гармунсыһын да әйтер инем инде. Ниңә шул тиклем уйнарға кәрәк? Күҙ ҡырыйы менән генә ҡарап ҡуйҙым үҙенә, шелтәләп. Туҡталды. Аңланы, ахырыһы, ҡарашымды егетең, молодец. Ләкин шул арала Гөлназ югереп барҙы ла уның ҡолағына ниҙер бышылданы. Тағы уйнай башланы. Юнһеҙ. Гөлназ әйтһә, һикереп һыуга төшөргә әҙер ннде улар. Ана бит, күҙҙәрен ниндәй йылтаңлатыл ҡарай, хөртәмеш…

Һикерәндәшәләр, әй, йыйын сиңерткә йыйылғанмы ни! Қиттем. Ҡарап торор хәлем юҡ, киттем яр буйына, тирәк төбөнә.

Иҙел, шышылдап, тын гына агып ятҡап була. Бергөнө ни өсөн матур ҙа матур тип иҫем киткән шул Иҙелгә аңламайым. Һыу - һыу инде ул. Йылға булғас аға, әлбиттә, тик ятмай. Ағырға тейеш. Тирәгенең ниндәй йәме бар тағы? Ултыра шунда ҡарасҡы булып. Йондоҙ, ай имеш. Булды ни ҙә булманы ни улар. Йондоҙга, айға ҡарамаһам да, бик һәйбәт кенә йәшәйем әле. Тағы ла йыр башланылар. Нисек туймайҙар, нисек ялҡмайҙар шул йырҙан. Йырҙары нисек? һе!

Эҙләһәң дә таба алмаҫһың

Үткән йәш ғүмерҙәрҙе…

Их, тай-тулаҡ!

Бешеп етмәгәнһегеҙ шул әле…

Тағы йыр:

Һандуғас һайраған була

Тешен ҡайраған була;

Ат түғарып егә белмәй

Ҡыҙҙар һайлаған була.

Ана бит нисек көләләр. Ә миңә ҡарата ундай йыр йырлай алмайҙар. Мин ҡыҙҙың берме тигәнен һайлағанмын инде. Ҡыҙ-ҡырҡын нәмәгәлер шырҡ-шырҡ көлешкән була. Бер белгәндәре көлөү ҙә йыр.

Урман эсенән киләһең,

Урман эйәһе кеүек.

Танауынды күтәргәнһен,

Ишан дөйәһе кеүек.

Беҙҙең урам аҡ балсыҡ,

Бата күрмә, атлап сыҡ,

Һөйгәнеңде күрҙек инде,

Бигерәк яман маҡтансыҡ…

Кемгә төрттөргән булалар? Йыйын юнһеҙ. Ыбыр-сыбыр, бала-саға шул. Торҙом, торҙом да, ваҡланыу булһа ла, барып Гөлназды саҡырҙым. Теләр-теләмәҫ кенә көлөмһөрәне лә килде яныма. Әллә шул ығы-зығы, ҡый- ҡыуҙан айырған өсөн үпкәләй инде. Булмаҫ тимә, булыр. Әлеге ҡарасҡы тирәк янына барып баҫтыҡ. Иҙелгә ҡарап торабыҙ. Гөлназ өндәшмәй. Үҙе өҙгөләнә. Тынын йыш- йыш ала. Мин дә өндәшмәйем. Тора торғас, Гөлназ ҡысҡырып көлөп ебәрҙе лә:

- Ҡыҙғаныс һин, Таһир, алйот һин,- тип ысҡындырҙы.

Бына һиңә иҫке ауыҙҙан яңы һүҙ! Мин, Таһир, ҡыҙғаныс. Мин алйот! Бына бит ул көнсөлөк кешене ни эшләтә! Бер ҙә иҫем китмәйенсә генә баҫып торам. Өндәшмәйем дә. Ә эстән генә үҙем: «Һылыулығың һылыуһың да, ярата ла инем үҙеңде… ләкин кеше авторитетенә кер төшөрөү килешмәҫтер»,- тип уйлайым. Гөлназ хәҙер көлмәй ҙә, үпкәләмәй ҙә, нисектер аптырабыраҡ миңә ҡарап тора.

- Ни булды һиңә? Һин бөтөнләй элекке Таһир түгелһең, - ти.

Мин шаяртыбыраҡ:

- Каким я был, таким и остался, - тинем. Гөлназ, күҙҙәрен ҡыҫа биреп, тағы ла көлөмһөрәп ҡуйҙы.

- Һиңә хәҙер шаярыу бөтөнләй килешмәй. Һин элек кенә шундай күңелле, дәртле егет инең. Хәҙер улай түгелһең, - ти.

Сер бирмәҫкә итәм, ләкин үҙемдең дә йөрәк дөпөлдәй.

Тағы ла һөйләшмәҫ булдыҡ. Ахырыһы ул да, һымаҡ, үҙ йөрәге менән һөйләшә торғандыр.

  • Әйтә бир, тагы ни асыуын бар? - тим…
  • -Асыуҙан әйтмәйем, дөрөҫөн әйтәм,- ти ул.

Ни хәл итергә һуң был ҡыҙ менән? Ҡаты әйтһәң, күңеле кителер. Ә шундай тиҫкәре һүҙҙәренә хәҙерҙән үк юл ҡуйһаң, яман өйрәнер. Унан һуң инде, кәләш итеп алғас, тыйып та тота алмаҫһың. Бәлә юҡтан бәлә килде башыма. Аңламай шул, аңламай минең хәлемде!

- Сабырыраҡ булырға кәрәк, миңә хәҙер уңайһыҙ бит. Авторитет…- тип һөйләй генә башлағайным, Гөлназ башын һелкте:

- Һөйләмә, Таһир, ни һөйләреңде мин аңлайым… Уйлаһам, йөрәгем өшөй…- тип өшөнеп ҡуйҙы.

Мин тағы ла һүҙҙе уйынға бормаҡсы булдым. Өшөһә, бик үк дөрләп янып бармаҫҡа яҡшыраҡ булыр, - тинем.

Күрәһең, был һүҙҙәр Гөлназдың баянан бирле өндәшмәй генә уйланып торған уйҙарын тоҡандырып ебәрҙе. Ул дертләгәндәй булып ҡалтыранды ла ҡыҙып һөйләй башланы:

- Юҡ, юҡ, йөрәк өшөргә тейеш түгел. Йөрәк янырға тейеш. Яныр өсөн яратылған ул. Янһын, дөрләп янһын. Тик яҡшылыҡҡа булһын яныуы. Тормошто яҡтыртһын. Өшөп, бөрөшөп йәшәгән, быҫҡып ятҡан йөрәктән ни мәғәнә? Кәрәкмәй, кәрәкмәй ундай йөрәк, ундай булыр-булмаҫ мөхәббәт. Булһа булһын ялҡын, булмаһа юҡ. Қәрәкмәй! -- тине лә югереп китте лә барҙы.

Шул кистән һуң Гөлназ менән беҙ байтаҡ ваҡыт осраша алманыҡ. Ситтән генә күреп ҡалам, йә ул, иптәштәре менән һүҙгә мауығып, мине күрмәмешкә һалыша, йә булмаһа баш ҡағып иҫәнләшеп үтә. Инде бер ваҡыт туҡталып һөйләшергә теләгәс: «Ғәфү ит мине, Таһир, беҙҙең арала булған хәл - йәшлек елкенеүе генә ул. Онотайыҡ уны»,- тине лә хушлашмайынса уҡ китеп тә барҙы.

Башҡа иптәштәр ҙә минән ситләшкән һымаҡ һиҙелә. Тик Сәлмән ағай ғына хәҙер мине бөтөнләй яҡын күрә башланы. Ул мине үлтереп маҡтай. «Егет икәнһен, егеттен аҫылы икәнһең». - ти. Ләкин уның татлы һүҙҙәре лә, дуҫлығы ла минең күңелемә ятмай. Күңелем китек минең. Йөрәгем һыҙлана, һағыҙаҡ саҡтымы ни йөрәгемде? Дәртем дә һыуына шикелле. Ә дәртһеҙгә дауа юҡ, тиҙәр. Дәртһеҙгә дауа юҡ…

Көндәрҙең береһендә, шулай, Қарам тиңдәш мине осратты ла:

- Ни эшләп әле һин йондоҙо һүнгән кеше һымаҡ бойоғоп йөрөйһөң? -- тип ҡултыҡлап алып китте. Барып ултырҙыҡ быуа янындағы бүрәнә өҫтөнә. Һүҙҙән һүҙ сыға, һүҙгә һүҙ ялғана, Қарам аҡрынлап-аҡрынлап ҡына һуғанлап, борослап мине бешерә башланы. Былай үҙе бер ҙа ҡаты бәрелмәй: йомшаҡ ҡына йәйә лә шап иттереп ҡатыға килтереп ултыртып та ҡуя. Башты баҫып ҡына тыңлап ултырам. Ул арала беҙҙең янға тағы ла ике-өс кеше килде. Мин Қарамға ялбарып ҡарайым. Һуң, кеше алдында әйтмәһә ни була инде. Ә ул, шайтаның, мине үтә күрәме ни: «Ничего, борсолма, улар һинең дошманың түгел, дуҫтарың», - тип әйтеп ҡуйҙы. Ә теге Шаһбаз ҡарт, һүҙ ҡуйышҡандай: «Дуҫ илатып өйрәтер, дошман - көлдөрөп көйрәтер», - тип өҫтәп еберҙе. Мине, резинка туп шикелле итеп, береһенән-береһе алып сәпәләйҙәр былар. Бригадир булдым тигәс тә, артыҡ ҡупайын киттең, тиҙәр. Халыҡтан ситләштең, тиҙәр. Шаһбаз ҡарт инде йыртылыр, йә һүтелер тип тә тормай, таслатҡансы ҡундыра ла ҡуя. «Бына һиңә тыныс күл», - тип уйлайым эстәп генә, Шулай итеп хәҙер минең эштәр төрлө яҡлап үҙгәреп китте. Ахырыһы, Ҡуштирәккә барып, Гөлназ менән ныҡлап ҡына һөйләшергә лә аңлашырға кәрәк. Ул мине аңларға тейеш.

Шундай теләк менән барҙым бер кисте Ҡуштирәккә. Унда һаман шау ҙа гөр киләләр. "Ҡарап торҙом-торҙом да Гөлназды саҡырҙым. «Һиңә әйтәһе һүҙем бар ине», тим. «Әйтегеҙ, тыңлайым», - тип ҡымыйып ҡына көлөп ҡуйҙы. Башҡа ҡыҙҙар ҙа шырҡ-шырҡ көләләр. Мин инәлеп тигәндәй Гөлназды бер яҡ ситкәрәк алып киттем. Аҙыраҡ һөйләшә генә башлағайныҡ, ғармунсы бейеү көйө уйнап сбәрҙе, теге Қамал беҙҙең янға килде лә:

- Рөхсәт итегеҙ, - тип Гөлназды ҡултыҡлап алды ла китте. Китә башлағас, Гөлназ әйтә: «Таһирҙе лә саҡырайыҡ», ти. Қамал башта ниҙер бышылданы ла шунан, миңә ишетелерлек итеп: «Барыр әле үҙе, барыр, ҡайҙа китер тиһең», - тип ҡуйҙы.

Китте Гөлназ. Мин тороп ҡалдым, танауымды тартып. Ни эшләп улай килеп сыҡты һуң әле был? Ысҡынды, ысҡынды шул. Тешләр инең терһәкте - буй етмәй. Эйе. Бар ине лә бит шәп саҡтар… И-их!

 

 

Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина

Автор:Шәкир НАСЫРОВ
Читайте нас: