Бөгөнгө көндә «Һөт кухняһы» - Рәсәйҙә иң киң йәйелдерелгән селтәрҙәрҙең береһе. Ул бөтә республика халҡын хеҙмәтләндерә. Был учреждениеға Өфө, Стәрлетамакҡ, Октябрськ, Нефтекама, Белорет, Сибай ҡалаларында һәм Үрге Ҡыйғы ауылында урынлашҡан етештереү майҙансыҡтары һәм 132 таратыу пункты ҡарай.
«Һөт кухняһы» учреждениеһының төп маҡсаты – килеме аҙ булған ғаиләлә тәрбиәләнгән өс йәшкә тиклемге балаларҙы, шулай уҡ йәтимдәрҙе һәм опекала булғандарҙы, ауырлы һәм имеҙгән ҡатындарҙы бушлай махсуслаштырылған аҙыҡ менән тәьмин итеү.
- 2019 йылдан йөҙ меңдән ашыу республика халҡы «Һөт кухняһы»ның продукцияһын бушлай алды. Улар араһында – өс йәшкә тиклемге балалар, ауырлы һәм имеҙгән ҡатындар. 2023 йылдан был исемлеккә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарҙың ғаиләләрен индерҙек, - тип яҙҙы үҙенең ТГ-каналында Радий Хәбиров. – Был – беҙҙең һөҙөмтәле эшебеҙ. Бер нисә йыл элек беҙ, «Һөт кухня»һы урындағы һөттө ҡулланып балалар һәм ололар өсөн файҙалы һәм тәмле ризыҡтар етештерә, тигән һығымтаға килдек.
2024 йылда «Һөт кухняһы» дәүләт автоном учреждениеһы тарафынан 3,5 тонна һөт эшкәртелгән, 1,2 миллионға яҡын балалар продукцияһы порцияһы етештерелгән. Льготалы категорияға ҡараған 27 904 кеше һөт ризыҡтары менән бушлай тәьмин ителгән, шул иҫәптән: килеме аҙ булған ғаиләләрҙән һәм опекала булған балаларҙан - 26 678, ауырлы ҡатындарҙан – 565 һәм имеҙгән әсәйҙәрҙән 661 кеше. Шулай уҡ продукция менән МХО-ла ҡатнашыусыларҙың 1181 ғаилә ағзаһы файҙаланған.
Әйтергә кәрәк, Ишембай ҡалаһында «Һөт кухняһы» пункты Губкин урамы, 36-сы йорт адресы буйынса урынлашҡан. Беҙгә продукцияны Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы предприятиенан килтерәләр. Мәҫәлән, 21 мартҡа ҡарай Ишембай районы буйынса 352 кеше бушлай ризыҡ алған. Өҫтәмә рәүештә Петровск ауылында мобиль таратыу пункты эшләй. Уның графигы: йома, 10.00 -11.00 сәғәттәр.
Беҙ «Һөт кухняһы» дәүләт автоном учреждениеһының Стәрлетамаҡ ҡалаһында урынлашҡан филиалы етәксеһе Айгөл Ғилманова менән бәйләнешкә индек, эш барышы менән ҡыҙыҡһындыҡ.
- Стәрлетамаҡ ҡалаһында «Һөт кухняһы» 2019 йылдың 1 июлендә асылды. Ул элекке колледждың бинаһында Артем урамы, 13-сө йорт адресы буйынса урынлашҡан. Һөт цехын ойоштороу өсөн бында капиталь ремонт эшләнде, заманса ҡоромал һатып алынды, - тип уртаҡлашты Айгөл Азат ҡыҙы. – Бөгөнгө көнгә производствола 51 кеше эшләй. Аҙна эсендә 15-20 тонна һөт эшкәртелә. Продукцияны әҙерләү өсөн һөт Стәрлетамаҡ районында урынлашҡан «Калинушка» ауыл хужалығы кооперативынан һатып алына. Махсуслаштырылған ризыҡтың ассортименты: пастеризацияланған һөт, эремсек, дүрт төрлө витамин (А, Е, В 6, Д 3) байытылған йогурт.
Учреждение етәксеһе белдереүенсә, бушлай һөт ризығын барлығы 4947 кеше ала. Улар – Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, Мәләүез, Күмертау ҡалаларында йәшәүселәр. Ошо уҡ исемлеккә Стәрлетамаҡ, Ишембай, Ауырғазы, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Архангель, Күгәрсен, Стәрлебаш, Федоровка, Миәкә һәм Көйөргәҙе райондары халҡы инә.
- Беҙҙең учреждение тарафынан продукция 22 пунктта таратыла, улар аҙна дауамында эшләй, - тип һүҙен дауам итте Айгөл Азат ҡыҙы. – Бынан тыш, һигеҙ тораҡ пункт мобиль хеҙмәтләндерелә, һөт ризыҡтары махсус автомобилдәр ярҙамында таратыла. Уларҙа продукцияны шул көйөнсә һаҡлау өсөн бөтә шарттар тыуҙырылған.
Әйткәндәй, бушлай продукция исемлегенә ҡоро ҡатнашма, тиҙ өлгөрә торған бутҡа һәм һөт ризыҡтары инә. Бала тыуғандан алып бер йәшкә тиклем айына бер тапҡыр – ҡоро ҡатнашма, биш айҙан ике йәшкә тиклем бутҡа бирелә. Шулай уҡ ауырлы һәм имеҙгән ҡатындарҙың витаминлы ҡоро ҡатнашма алырға мөмкинлеге бар. Һөтлө ризыҡтар барыһы ла тәбиғи составтан тора, шуға күрә һаҡлау ваҡыты ла ҡыҫҡа. Продукция урында етештерелгән һөттән эремсек йәки йогурт әсеткеһенән әҙерләнә. Һатыуға тәғәйенләнгән эремсек һәм йогуртҡа еләк-емеш тә ҡушыла.
Ишембайҙа урынлашҡан «Һөт кухняһы»на ҙур теләк менән өләсәйҙәр, олатайҙар йөрөй. Улар үҙҙәренең ҡыҙҙарына, килендәренә шулай ярҙам итә.


