Йәмғиәт
23 Март 2025, 10:00

Иҫәкәйҙәр Рамаҙан айында бергә йыйыла

Рамаҙан айы дауам итә. Изге айҙа Иҫәкәй ауылының Ән Нур мәсетендә халыҡты рухи яҡтан яҡынайтыусы ифтар мәжлестәре уҙа. Ауылда Аллаһтың барлығын, берлеген танып, тыйғандарынан тыйылып, ҡушҡандарын үтәп, ураҙа тотоусылар быйыл бихисап.

Иҫәкәйҙәр Рамаҙан айында бергә йыйылаИҫәкәйҙәр Рамаҙан айында бергә йыйыла
Иҫәкәйҙәр Рамаҙан айында бергә йыйыла

Ошо көндәрҙә мәсеттә ауылдың татыу ғаиләһе Фәнзилә менән Альфред Солтанбавтар, ҡыҙҙары Альбина, апайҙары Гөлйөҙөм һәм ауылдың иң өлкән йәштәге Раҡия апай исеменән бергә ифтар мәжлесе ойошторолдо. Ә кисә иһә ауылдың хөрмәтле кешеләре Рәзилә менән Рәшит Валитовтар бик матур итеп ифтар мәжлесенә йыйҙы. Ураҙала булыусылар менән бергә ауылдың иң оло инәйҙәренә лә хөрмәт күрһәтелде.

Өҫтәл һый-хөрмәттән һығылып торҙо. Ифтарға килеүселәр ҙә күстәнәстәр тотоп килде. Ауылдаштар бер-береһе менән ихлас аралашты. Әрүәхтәргә бағышлатып аят уҡылды, яу яланында йөрөгән егеттәребеҙ именлегенә, имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп доға ҡылынды. Инйәр хәҙрәтфәһемле вәғәздәр әйтте.

Һуңынан ашҡа доға ҡылып, һәр береһе изге теләктәрен еткереп, рәхмәттәр әйтеп, күстәнәстәр алып хушлашты.

Ифтарҙан һуң ир-егеттәр ауыл мәсетенә тәрәүих намаҙына йыйылды.

Афарин, иҫәкәйҙәр! Тотҡан ураҙалар ҡабул булһын, ай дауамында алған һабаҡтар тормошобоҙҙо нурлаһын, Рамаҙан айы мөбәрәк, сауаптары насип булһын!

Йылдан-йыл ауылдаштарыбыҙҙың дингә ылығыуы, бигерәк тә ир-егеттәрҙең дөрөҫ юлда булыуы матур күренеш. Ауылыбыҙ халҡы бик татыу, берҙәм булыуы менән данлыҡлы. Барығыҙға иҫәнлек-һаулыҡ, бер-беребеҙҙе хөрмәт итеп бәхетле йәшәргә яҙһын.

 

Автор фотолары.

Иҫәкәйҙәр Рамаҙан айында бергә йыйыла
Иҫәкәйҙәр Рамаҙан айында бергә йыйыла
Иҫәкәйҙәр Рамаҙан айында бергә йыйыла
Автор:Мәҙинә Алтынбаева.
Читайте нас