Мәжлескә йыйылыусылар Рәсүл хәҙрәттең вәғәздәрен тыңланылар. Ауыҙ асҡандан һуң, намаҙ уҡынылар. Артабан ауылдың аш-һыуға оҫта, һәр үткәрелгән сараның уртаһында ҡайнаған ҡатын-ҡыҙҙары тарафынан әҙерләнгән бай табын артына ултырып, ифтар ашанылар.
Рамазан айы мөбәрәк, сауаптары насип булһын. Аллаһы тәғәлә барығыҙға ла именлек, йортобоҙға бәрәкәт, татыулыҡ насип итһен!