Йәмғиәт
19 Марта 2025, 08:00

Яҡшы кешенән яҡты эҙ ҡала

Ҡәҙерле әсәйебеҙ, яратҡан ҡатыным Зинфира Хәниф ҡыҙы Мырҙагәрәева тураһында яҡты хәтирәләр менән уртаҡлашабыҙ. Ул ихлас һәм изге күңелле, саф йөрәкле кеше булды.

Яҡшы кешенән яҡты эҙ ҡалаЯҡшы кешенән яҡты эҙ ҡала
Яҡшы кешенән яҡты эҙ ҡала

Ҡәҙерлебеҙ йылдың иң матур миҙгелендә - 1963 йылдың 5 мартында Тажик ССР-ы Регар районының Пахтабад ҡасабаһында донъяға килә. Был уның холҡона ла йоғонто яһай – әсәйебеҙ, ҡатыным һәр ваҡыт тирә-йүндәгеләргә ҡарата бик изгелекле була, төрлө сараларҙа - ғаилә байрамы булһынмы, коллективта эшләүме - һәр ваҡыт уның үҙәгендә ҡайнаны. Хатта Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында ҡунаҡта булғанда ла үҙенә фекерҙәштәр тапты, һәр ерҙә уны йылмайып һәм яҡшы һүҙҙәр менән ҡаршы алдылар, ул һәр ваҡыт башҡаларҙың йөрәген яулап ала торғайны.

Әсәйебеҙ һәм ҡатыным ғүмерен изге һөнәргә бағышланы – Байғужа ауылы китапханаһында китапханасы булып эшләне, балаларға һәм ауылдаштарына китапҡа һөйөү тәрбиәләне. Күп йылдар ауыл Советы депутаты, ҡатын-ҡыҙҙар советының әүҙем ағзаһы була. Район гәзитендә уның ауыл тормошо һәм ауылдаштарыбыҙҙың изге эштәре тураһында яҙмалары баҫылып торҙо.

Йыл һайын тиерлек Зинфира Хәниф ҡыҙы ҡала Советы һәм хакимиәттең Почет грамоталары һәм маҡтау хаттары менән бүләкләнде. Әммә тыйнаҡлығы арҡаһында уларҙы йыш ҡына ситкә, шкафҡа алып ҡуя һәм һәр ваҡыт “Кеше грамоталарҙың тексында түгел, ә халыҡтың йөрәгендә иҫтә ҡалырға тейеш", тип ҡабатлай торғайны.
Ҡәҙерлебеҙҙең ҡулдары алтын ине – уның бармаҡтары ҡағылған һәр әйбер матурлыҡҡа һәм сағыу зауыҡҡа эйә булды. Әммә хәҙер йортобоҙ етемһерәп ҡалды – бар нәмә уның тураһында иҫкә төшөрә, йөрәкте әрнетә…

Әсәйебеҙ һәм ҡатыным беҙҙең өсөн дуҫ та, кәңәшсе лә, ел-ямғырҙан һаҡлаусы фәрештәбеҙ ҙә булды. Уның баһалап бөткөһөҙ кәңәштәре һәм өгөт-нәсихәттәре донъяға ҡарашыбыҙҙың һәм тирә-яҡ мөхит менән мөнәсәбәтебеҙҙең нигеҙе булып тора. Әммә Аллаһы Тәғәлә әсәйебеҙ һәм ҡатынымдың хәстәрлеге аҫтында булыу өсөн бик аҙ ваҡыт бүлгән.
Хатта пенсияға сыҡҡас та, ҡәҙерлебеҙ әүҙемлеген ташламаны - һәр ваҡыт ауылдаштарына, туғандарына, күршеләренә ярҙам итергә тырышты. Ғүмеренең һуңғы ике йылында әсәйебеҙ һәм ҡатыным үҙе өсөн яңы ҡалаларҙы - Мәскәү, Красногорск, Санкт-Петербургты асты. Яңы таныштар тапты, әүҙем оҙон ғүмерлелек үҙәгендә дәрестәргә йөрөү, йөҙөү менән шөғөлләнергә пландар ҡорҙо. Әммә ҡәҙерлебеҙ 2025 йылдың 12 мартында, мосолмандар өсөн изге Рамаҙан айында, был яҡты донъяны ташлап китте.
Әсәйебеҙ һәм ҡатыным шул тиклем яҡты кеше булды, хатта хушлашыу көнө лә уға оҡшаш ине: уның менән хушлашырға килгән һәр кемде сағыу ҡояш йылытырға тырышты... Ҡәҙерлебеҙҙең ерләнгән урынына тиклем беҙҙе оҙатып барған ҡоштар һайрауында ла уның тауышын ишеттек.

Барлыҡ туғандарыбыҙға, күршеләребеҙгә, ауылдаштарыбыҙға ауыр мәлебеҙҙә күрһәткән ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Хушлашыу көнөндә яратҡан әсәйебеҙ һәм ҡатыным хөрмәтенә күп йылы һүҙҙәр ишеттек, һәм уның үҙенән һуң яҡшы эҙ ҡалдырыуына, үҙебеҙҙең матур һәм изге күңелле ҡатындың ҡыҙҙары һәм ире булыуыбыҙға тағы бер тапҡыр инандыҡ.

Яратҡан әсәйебеҙ һәм ҡатыным, беҙ һине бик яратабыҙ, һинең хаҡта яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге йәшәйәсәк. Ауыр тупрағың еңел, ҡараңғы гүрҙәрең яҡты булһын. Тыныс йоҡла.


Ире Фәрүәз, ҡыҙҙары Фирүзә һәм Зилә, ейәнсәре Наҙгөл, кейәүҙәре Александр һәм Ринат.

Автор:
Читайте нас