Был сарала "Сыуаҡай" фольклор төркөмөнөң матур һәм фәһемле сығышы, уҡыусыларыбыҙҙың дәртле итеп бейеүҙәре, айырыуса Наҙгөл Ғөбәйҙуллинаның бейеүе, дауахана коллективының үҙенсәлекле итеп сығыш яһауҙары, мәктәп коллективынан алып барыусы Айгөл Фәнәүи ҡыҙы, моңло тауышлы Райхана Хажи ҡыҙы, ағинәйҙәр етәксеһе Лилиә Шайхрахман ҡыҙының оҫта итеп шиғыр һөйләүе һәм мәҙәниәт үҙәгендә эшләп йөрөүсе ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың йыр-бейеүҙәре, ҡыҙыҡлы скетчтары күңелдәребеҙгә хуш килде.
Байрам менән ҡатын-ҡыҙҙарға арнап ир-егеттәребеҙ Ғәлимйән Хәйретдин улының, Моғатттар Мохтар улының һәм йырсыбыҙ Рәмис Аминовтың моңло йырҙарына тамашасыларыбыҙ алҡышлап ҡул сапты.
Махсус хәрби операцияла йөрөгән яугирҙарыбыҙҙың әсәләрен, ҡатындарын Нурсилә Ноғман ҡыҙы матур гөлләмәләр менән тәбрикләп китте. Уға ҙур рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ!
Был матур концерттан халыҡ күңеле булып таралышты. Хәйриә концертынан аҡсалата ярҙам махсус хәрби операцияла йөрөгән ир-егеттәребеҙгә юлланасаҡ.
Һуңынан йәштәр өсөн байрам дискотекаһы уҙғарылды.
Ошо сарала әүҙем ҡатнашҡан ауылдаштарыбыҙға ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге һәм аяҙ күк йөҙө теләйбеҙ! Иҫән-һау булайыҡ!